Анадырь

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Анадырь
чук. Кагыргын, Въэӈын
Anadyr harbour3.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
64°44′ с. ш. 177°31′ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Статус округ әһәмиәтле
Федерация субъекты Чукот автономиялы округы
Ҡала округы Анадырь
Ҡала округы башлығы Сергей Спицын
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1889
Элекке исеме 1934 йылға тиклем — Ново-Мариинск
Ҡала с 1965
Майҙаны 20[1] км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 35 метр
Климат диңгеҙ, субарктик
Сәғәт бүлкәте UTC+12:00
Халҡы
Халҡы
Тығыҙлығы 652,15 кеше/км²
Милли составы урыҫтар, эскимостар, чукчалар
Катойконим ана́дырцы, ана́дырец, анáдырка
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 42722
Почта индексы 689000
Код ОКАТО 77 401
Код ОКТМО 77 701 000 001

novomariinsk.ru
Анадырь (Рәсәй)
Точка
Анадырь
Red pog.svg
Мәскәү
Остров Святого ЛаврентияПенжинская губаГижигинская губаЗалив КрестаКолючинская губаЧаунская губаПровиденский городской округЧукотский районЧаунский районостров Врангеля (Иультинский район)Иультинский районБилибинский районАнадырский районЯкутияМагаданская областьКамчатский крайВосточно-Сибирское мореБерингов проливЧукотское мореБерингово мореАляскаАнадырь (Чукот автономиялы округы)
Рәсем тураһында
Точка
Анадырь
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Анадырь (рус. Ана́дырь, чук. Кагыргын (көньяҡ һәи төпкөлдәге чукчалар), Въэӈын (төньяҡ чукчалар)[3]) — Рәсәйҙең иң төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҡала, Чукот автономиялы округының административ үҙәге. Шулай уҡ Анадыр районының административ үҙәге булып тора, уның составына округ әһәмиәтендәге ҡала булараҡ инмәй, Тавайваам ауылы менән айырым ҡала округын барлыҡҡа килтерә.

Рәсәйҙең иң көнсығыш ҡалаһы. Уның күпселек биналары мәңгелек туңлыҡ арҡаһында бағаналарҙа тора.

Тарихи йылъяҙмалар биттәрендә «Анадырь» һүҙенең төрлө лексик варианттары осрай: Онандырь — чукот йылғаһы, Анадырск — Семён Дежнёв һәм Курбат Иванов осорондағы острог (XVII быуат уртаһы).

Онандырь (Onandyr) топонимы юкагир телендәге эну-эн~ану-ан~ану-он нигеҙенә барып тоташыуы бар, ул — йылға тигәнде аңлата; Анадырь йылғаһы чукот телендә — Йъаайваам. Уның керек топонимы Йъаайвэйэмдың чукотсаға яраҡлаштырылыуы ихтимал.

Урындағы чукча халҡы ҡаланы Въэӈын "тамаҡ ауыҙы ", «инеү» йәки Кагыргын «инеү», «тишек», «тамағы» тип атай, Анадырь лиманының өҫкө өлөшөнә инеү урыны тар тарлауыҡта урынлашҡанды аңлата[3][4].

Картала Анадыр ҡалаһы һәм ҡала округы территорияһы

Анадырь Беринг диңгеҙе Анадыр ҡултығының Анадырь лиманы ярында, Казачка йылғаһы тамағында һәм Анадырь й. тамағында (уның Онемен ҡултығынан һуң лиманға киң ҡойған урынында)[5] мәңге туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.

Анадырҙан Мәскәүгә тиклем ара — 6192 км[6]..

Анадырь МСК+9 сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +12:00 сәғәт[7].


Ҡулланылған ваҡытҡа һәм географик оҙонлоҡҡа ярашлы[8], ҡояш буйынса уртаса төш ваҡыты Анадырҙа 12:10 сәғәттә башлана.

«Разбойник» клиперы, ул 1889 йылдың йәйендә Анадырь йылғаһы тамағында Ново-Мариинское ҡасабаһына нигеҙ һалғанда салют ата

1889 йылдың 3 авгусында, Рәсәй империяһы хөкүмәтенең дәүләттең иң төньяҡ-көнсығыш территорияһында Анадырь округы булдырыу тураһындағы Указын үтәп, урыҫ хәрби табибы һәм поляр тикшеренеүсе Лев Францевич Гриневецкий Казачка йылғаһы тамағында Ново-Мариинск посына нигеҙ һала. Анадырь ҡалаһының үҫеше шунан башлана.

Ҡала төҙөлөшө әкрен бара; башлыса ҡаҙна һәм шәхси сауҙа келәттәрен киңәйтәләр. 1914 йылға бында оҙон тулҡынлы радиостанция төҙөлә, ул ваҡытта Рәсәй радиостанцияларының иң ҡеүәтлеләренең береһе була[9].

Октябрь революцияһынан һуң Яңы Мариинскиҙа совет власы тулыһынса 1924 йылда ғына урынлаштырыла һәм Камчатка губерния революцион комитеты ҡарары менән тораҡ пункттың хәҙерге исеме — Анадырь раҫлана.

1927 йылда Анадырь Анадырь районының административ үҙәге, өс йылдан һуң яңы ойошторолған Чукот милли округының үҙәге була.

1934 йылда Ново-Мариинск ауылы Анадырь эшселәр ҡасабаһы итеп үҙгәртелә[10].

1950-се йылдар аҙағында лиман ярында ҙур диңгеҙ порты төҙөү ҡасаба үҫешенә ҙур этәргес була. 1963 йылда Казачка йылғаһында быуа төҙөлә, был Анадырға һыу үткәргес һалырға мөмкинлек бирә.

1965 йылдың 12 ғинуарында, РСФСР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Анадырь ҡасабаһына ҡала статусы биоелә[11].

1984 йылда Мәскәү — Анадырь маршруты буйынса Ил-62 самолетының тәүге тура даими рейсы башҡарыла.

1992 йылда ҡала район буйһоноуы статусын ала һәм Анадыр районы составынан сығарыла[12].

2004 йылдың 29 ноябрендәге законға ярашлы Анадырь ҡалаһы Тавайваам ауылы менән бергә урындағы үҙидараны ойоштороу сиктәрендә Анадырь ҡала округын барлыҡҡа килтерә[13].

Халыҡ иҫәбе
1888[14]19261939[15]1956[16]1959[17]1970[18]
182243344500058597703
1971[19]1972[20]1973[21]1974[22]1979[23]1989[24]
800080009000970012 24117 094
1992[25]1996[26]2000[27]20012002[28]2003
16 50013 20011 90011 28011 03811 096
20042005200620072008[29]2009[30]
11 77710 92011 07311 81711 80011 827
2010[31]2011[32]2012[33]2013[34]2014[35]2015[36]
13 04513 52913 52913 74714 02914 326
2016[37]2017[38]2018[39]2019[40]2020[41]2021[42]
14 89915 46815 60415 84915 81913 202
2023[43]2024[44]
12 99813 043
5000
10 000
15 000
20 000
1939
1972
1992
2003
2008
2013
2018
2024


Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 828 урында[45] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[46]).

2009—2011 йылдарҙа миграция ағымы иҫәбенә халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелә; шул уҡ ваҡытта тыуымдың үлемдән арта.

Анадырь ҡалаһы Тавайваам ауылы менән урындағы үҙидараны ойоштороу сиктәрендә айырым ҡала округын барлыҡҡа килтерә.

  • Балыҡ эшкәртеү заводы.
  • Энергетика предприятиелары — Анадырь йылылыҡ электр үҙәге һәм газ-мотор станцияһы эшләй. Йәнә бер ҡала янында, Обсервация морононда, Рәсәйҙә иң ҙур ел электр станцияларының береһе — Анадырь йылылыҡ электр станцияһы урынлашҡан.
  • Тирә-яҡта алтын, күмер сығарыу алып барыла. Болансылыҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ үҫешкән.

Транспорт инфраструктураһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ порты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Основная статья: Анадырь (порт) Анадырь диңгеҙ порты — төбәктә иң ҙуры; ул Петропавловск-Камчатский, Владивосток, Магадан һәм башҡа порттар менән бәйләнештә. Уның етештереү ҡеүәттәре бер миллион тоннаға тиклем төрлө йөктәрҙе эшкәртеү мөмкинлеге бирә. Навигация осоро дүрт ай (1 июлдән 1 ноябргә тиклем) дауам итә.

Авиация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анадырь аэропорты Угольные Копи ҡасабаһындағы порттың икенсе яғында урынлашҡан. Аэропорт халыҡ-ара статусҡа эйә, Мәскәү һәм Хабаровск ҡалаларына[47], шулай уҡ Чукотканың бөтә тораҡ пункттарына даими рейстар ойошторола.

Автомобиль юлдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лиман аша юл

тәбиғәт-климат шарттары ҡаты булыуы арҡаһында ҡалалағы юлдар бетон менән ҡапланған. Ҡала урамдарында 90-ға яҡын юл билдәһе ҡуйылған.

Анадырь һәм аэропорт араһында оҙонлоғо 23 км булған федераль автотрасса (А384) эшләй, уның бер өлөшө лиман боҙҙары һалынған[48].

Ҡала климаты — субарктик, диңгеҙ климаты, ҡырыҫ. Ғинуарҙың уртаса температураһы — −22 °C, июль айы йылдан-йыл ныҡ үҙгәрә, әммә уртаса алғанда — +11 °C. Йылы осор бик ҡыҫҡа. Яуым-төшөм йылына 350 мм тәшкил итә, башлыса йылы осорҙа яуа. Диңгеҙгә яҡын булыуы арҡаһында, ҡыш көнө ҡалала йылыраҡ, ә йәй Чукотканың континенталь райондары менән сағыштырғанда һалҡыныраҡ. Ҡыш ҡырыҫ, даими ел һәм дымлы һауа арҡаһында һалҡын. Йәйгеһен йыш ҡына томан төшә. Йәйге айҙарҙа һыу өҫтө температураһы — яҡынса +10 °C.

  • Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы: −6,9 °C.
  • Уртаса йыллыҡ дымлылыҡ: 81 %.
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 6,6 м/с.
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5,8 2,7 3 7,1 19,3 26,5 31,3 26,6 17,7 15,6 4,6 4,3 31,3
Уртаса максимум, °C −18,8 −18,3 −15,5 −9 1,6 10,6 15,6 13,6 7,7 −2 −10,1 −15,6 −3,3
Уртаса температура, °C −22,6 −22 −19,3 −12,8 −1,6 6,3 11,6 10,1 4,6 −4,6 −13,3 −19,3 −6,9
Уртаса минимум, °C −26,2 −25,5 −22,8 −16,4 −4,4 3,2 8,6 7,3 2 −7,1 −16,7 −22,8 −10
Абсолют минимум, °C −46,8 −44,7 −42,1 −39,6 −28,2 −7,6 −1,1 −4,3 −11,8 −28,2 −38,8 −45,2 −46,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 40 29 23 18 13 21 36 43 30 22 31 40 346
Сығанаҡ: Погода и климат. pogoda.ru.net. Дата обращения: 3 август 2020.
Һыу температураһы (1977—2005 йылдар осоро өсөн мәғлүмәттәр)
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C −0,7 −0,7 2,2 −0,2 0,4 15,9 18,8 16,9 13,8 7,2 1 −0,7 18,8
Уртаса температура, °C −1,2 −1,1 −1,1 −1 −0,7 4,1 12,8 12 7,5 0,8 −1 −1,2 2,5
Абсолют минимум, °C −1,6 −1,5 −1,5 −1,4 −1,3 −1 0,4 6,5 1,2 −1,8 −1,7 −1,8 −1,8
Сығанаҡ: [49]
Ҡояшлы ваҡыт, айына сәғәттәрҙә[50]
Ай Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Ҡояшлы ваҡыт, сәғ 28 102 198 249 245 279 257 186 138 105 48 12 1848
Ил Туғандаш ҡала Бәйләнеш булдырыу йылы
АҠШ Бетел[51] 1989
  1. Основные социально-экономические показатели городов. www.gks.ru. Дата обращения: 3 август 2020. Архивировано 4 март 2016 года.
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Сhisl_MO_01-01-2024.xlsx
  3. 1 2 Меновщиков Г. А. Местные названия на карте Чукотки. Краткий топонимический словарь / Науч. ред. В. В. Леонтьев. — Магадан: Магаданское книжное издательство, 1972. — С. 80, 89. — 207 с. Архивированная копия. Дата обращения: 10 апрель 2018. Архивировано из оригинала 4 август 2016 года.
  4. Леонтьев В. В., Новикова К. А. Топонимический словарь Северо-Востока СССР / науч. ред. Г. А. Меновщиков; ДВО АН СССР. Сев.-Вост. комплекс. НИИ. Лаб. археологии, истории и этнографии. — Магадан: Магад. кн. изд-во, 1989. — С. 110,166. — 456 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-7581-0044-7.
  5. Топографическая карта Карта России 1:200 000
  6. Кратчайшее расстояние (Wikimapia. wikimapia.org. Дата обращения: 3 август 2020. Архивировано 25 август 2011 года.)
  7. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  8. Время в Анадыре, Чукотский автономный округ, Россия. Сколько сейчас времени в Анадыре. dateandtime.info. Дата обращения: 18 октябрь 2017. Архивировано 18 октябрь 2017 года.
  9. История города Анадырь. Избирательная комиссия Чукотского автономного округа (2010). Архивировано из оригинала 23 апрель 2016 года.
  10. Об изменениях в составе рабочих посёлков Дальневосточного края и о границах некоторых районов того же края // Собрание узаконений и распоряжений Рабочего и Крестьянского правительства РСФСР. — 1934. — № 9 (10 марта).
  11. chukotken.ru. www.chukotken.ru. Дата обращения: 3 август 2020. Архивировано 30 декабрь 2013 года.
  12. Устав городского округа. Дата обращения: 10 октябрь 2016. Архивировано 14 декабрь 2016 года.
  13. Закон Чукотского автономного округа от 29 ноября 2004 года № 40-ОЗ «О статусе и границах муниципального образования город Анадырь Чукотского автономного округа» (принят Думой Чукотского автономного округа 25 ноября 2004 года). Дата обращения: 14 февраль 2013. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2013 года.
  14. https://www.prlib.ru/item/406206.
  15. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_pop_39_3.php.
  16. http://istmat.info/files/uploads/17165/narhoz_sssr_1956_svodnyy.pdf.
  17. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus59_reg2.php.
  18. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus70_reg2.php.
  19. http://istmat.info/files/uploads/17980/narhoz_rsfsr_1972_naselenie.pdf.
  20. http://istmat.info/files/uploads/15966/narhoz_rsfsr_1967_naselenie.pdf.
  21. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  22. http://istmat.info/files/uploads/31648/naselenie-sssr-1973-bw-fr.pdf.
  23. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus79_reg2.php.
  24. http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus89_reg2.php.
  25. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  26. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  27. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  28. http://www.perepis2002.ru/ct/doc/1_TOM_01_04.xls.
  29. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  30. http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls.
  31. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/Documents/Vol1/pub-01-11.xlsx.
  32. http://www.MojGorod.ru/chukotsk_ao/anadyr/index.html.
  33. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar.
  34. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar.
  35. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar.
  36. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar.
  37. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar.
  38. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar.
  39. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2018/bul_dr/mun_obr2018.rar.
  40. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2019/bul_dr/mun_obr2019.rar.
  41. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/CcG8qBhP/mun_obr2020.rar.
  42. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx.
  43. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Bul_MO_2023.xlsx.
  44. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Сhisl_MO_01-01-2024.xlsx.
  45. с учётом городов Крыма
  46. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  47. ЧукотАвиа. chukotavia.ru. Архивировано из оригинала 12 март 2014 года.
  48. Федеральное казённое учреждение «Федеральное управление автомобильных дорог „Дальний Восток“». Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано из оригинала 12 март 2014 года.
  49. ЕСИМО (недоступная ссылка — история). data.oceaninfo.info.
  50. Гонконгская обсерватория. www.hko.gov.hk. Дата обращения: 3 август 2020. Архивировано 23 октябрь 2019 года.
  51. 1989 Joining with ANADYR USSR Sister Cities. www.cityofbethel.org. Дата обращения: 3 август 2020. Архивировано 12 март 2014 года. City of Bethel — 1989 Proclamations (инг.)

Ҡалып:Населённые пункты Анадырского района