МСК+9
МСК+9, Мәскәү ваҡыты плюс 9 сәғәт — Рәсәйҙең 11-се сәғәт бүлкәте ваҡыты, UTC+12-гә тап килә.[1]. 2000-се йылдарҙан рәсми булмаған «Камчатка ваҡыты» атамаһы менән дә йөрөтөлә[* 1].
Был ваҡыт менән Камчатка крайы һәм Чукот автономиялы округы файҙалана.
Тарихы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәйҙә ваҡыт һәм Декрет ваҡыты
Рәсәй территорияһында Мәскәү ваҡытынан 9 сәғәткә алдараҡ булған ваҡыт (МСК+9[* 2]), илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәндән һуң, 1919—1924 йылдарҙа ҡулланыла башлай[2].
1982 йылда МСК+9 ваҡыты Чукотка автономиялы округының көнсығыш райондарында ла ҡулланыла башлай, унда быға тиклем МСК+10 (UTC+13) ваҡыты ҡулланыла.
2009—2010 йылдарҙа президент Медведев тарафынан Рәсәйҙә сәғәт зоналары һанын ҡыҫҡартыу буйынса кампания ойошторола[3]. 2010 йылдың мартында МСК+9 зонаһы бөтөрөлә һәм Камчатка крайы һәм Чукот автономиялы округы МСК+8 зонаһына күсерелә. 2010 йылдың ноябрендә был төбәктәрҙең урындағы власть органдары, президенттың сәғәт бүлкәттәре һанын ҡыҫҡартыу буйынса инициативаһын хуплап, Рәсәй хөкүмәтенә сәғәттәрҙе тағы ла 1 сәғәткә — Мәскәү+7 ваҡытына алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Был урындағы халыҡтың ҡырҡа ризаһыҙлығын тыуҙыра, атап әйткәндә, Петропавловск-Камчатскийҙа. Унда 2010 йылдың декабрендә һәм 2011 йылдың ғинуарында митингылар үтә[4][5][6]. МСК+9 сәғәт зонаһы 2014 йылда тергеҙелә.
МСК+9 ваҡыты UTC-ҡа ҡарата
Күрһәтелгән көндән башлап:
- 02.05.1924 — UTC+11;
- 21.06.1930 — UTC+12;
- 01.04.1981 — UTC+13 (йәйге), UTC+12 («ҡышҡы»);
- 31.03.1991 — UTC+12 (йәйге), UTC+11 («ҡышҡы»);
- 19.01.1992 — UTC+12;
- 29.03.1992 — UTC+13 (йәйге), UTC+12 («ҡышҡы»);
- 28.03.2010 — МСК+9 ваҡыты ҡулланылмай;
- 26.10.2014 алып — UTC+12.
МСК+9 ваҡыты региондарҙа
Был йылға ҡарата йәки күрһәтелгән теүәл көндән башлап, ҡыҫҡаса төбәктең административ үҙәге күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса):
- 1969 — Петропавловск-Камчатский, шулай уҡ Чукот милли округының көнбайыш өлөшө[7].
- 01.04.1982 — Анадырь, Петропавловск-Камчатский.
- 28.03.2010 — МСК+9 ваҡыты ҡулланылмай.
- 26.10.2014 алып — Анадырь, Петропавловск-Камчатский.
МСК+9зонаһы
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
- ↑ Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
- ↑ Декрет СНК РСФСР от 8 февраля 1919 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2020. Архивировано 28 ноябрь 2018 года.
- ↑ Гонка за стрелками. www.kommersant.ru (24 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2020. Архивировано 28 март 2022 года.
- ↑ Камчатка выходит из сумрака. Газета.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2019. Архивировано 15 июль 2019 года.
- ↑ Митинг против сокращения часовых поясов. 15 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Сотни жителей Камчатки вышли на митинг за возвращение 9-часовой разницы во времени с Москвой. NEWSru.com (29 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2019. Архивировано 15 июль 2019 года.
- ↑ Атлас СССР, М., ГУГК, 1969.