МСК+8
МСК+8, Мәскәү ваҡыты плюс 8 сәғәт — Рәсәйҙең 10-сы сәғәт бүлкәте ваҡыты, UTC+11-гә тап килә.[1]. 2000-се йылдарҙан рәсми булмаған «Магадан ваҡыты» тип тә йөрөтөлә[* 1].
Был ваҡытты Саха Республикаһы (Яҡутстан) (Абый улусы, Аллаих улусы, Үрге Колыма районы, Мом районы, Түбәнге Колыма районы һәм Урта Колыма улусы), Магадан, Сахалин өлкәләрее ҡуллана.
Тарихы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рәсәйҙә ваҡыт һәм Декрет ваҡыты
Рәсәй территорияһында 1919—1924 йылдарҙа, илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәндән һуң, Мәскәү ваҡытынан 8 сәғәткә алдараҡ (МСК+8[* 2]) ҡулланыла башлай.
1960-сы йылдарға МСК+8 Сахалин өлкәһендә ҡулланыла башлай, унда быға тиклем МСК+7 ғәмәлдә була[2][3].
МСК+8 ваҡыты UTC-ҡа ҡарата
Күрһәтелгән көндән алып:
МСК+8 ваҡыты региондарҙа
Ағымдағы йылға йәки билдәләнгән аныҡ датанан башлап — ҡыҫҡа булһын өсөн региондың административ үҙәге күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса):
- 1947 — Магадан, шулай уҡ Яҡутстандың төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Сахалин өлкәһенең Төньяҡ Курил районы[2].
- 1962 — Магадан, Южно-Сахалинск, Яҡутстандың төньяҡ-көнсығыш райондары[3].
- 30.03.1997 — Магадан, шулай уҡ Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Сахалин өлкәһенең Төньяҡ Курил районы.
- 28.03.2010 — Анадырь, Магадан, Петропавловск-Камчатский, шулай уҡ Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Сахалин өлкәһенең Төньяҡ Курил районы.
- 26.10.2014 — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Төньяҡ Куриль районы.
- 27.03.2016 — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары.
- 24.04.2016 алып — Магадан, Южно-Сахалинск, Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары[* 3].
МСК+8-ҙең зонаһы
Саха Республикаһы (төньяҡ-көнсығыш райондары)
Магадан өлкәһе
Сахалин өлкәһе
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
- ↑ Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
- ↑ Абыйский, Аллаиховский, Верхнеколымский, Момский, Нижнеколымский и Среднеколымский улусы (районы)[1].
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 3 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
- ↑ 1 2 Атлас офицера, Москва, 1947. Карта часовых поясов оцифрована: Александр Кривенышев (WorldTimeZone). Архивная копия от 6 май 2015 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 Атлас СССР, М., ГУГК, 1962.