МСК+7
МСК+7, Мәскәү ваҡыты плюс 7 сәғәт (рус. МСК+7) — Рәсәйҙең 9-сы сәғәт зонаһы ваҡыты, UTC+10-ға тап килә[1]. 2000-се йылдарҙан рәсми булмаған рәүештә «Владивосток ваҡыты» тип тә йөрөтөлә[* 1].
Был ваҡытты Саха Республикаһы (Яҡутстан) (Верхоянск районы, Оймякон улусы һәм Усть-Ян улусы), Диңгеҙ буйы крайы, Хабаровск крайы һәм Йәһүд автономиялы өлкәһе ҡуллана.
Тарихы
Рәсәй территорияһында Мәскәү ваҡытынан 7 сәғәт алда торған ваҡыт(МСК+7[* 2]), илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәс, 1919—1924 йылдарҙа ҡулланыла башлай[2].
МСК+7 ваҡыты Сахалин өлкәһендә 1960-сы йылдарҙа ҡулланыуҙан туҡтай, һәм Сахалин утрауында МСК+8 ваҡыты ҡулланыла башлай[3][4].
МСК+7 ваҡыты UTC-ҡа ҡарата
Күрһәтелгән көндән башлап:
МСК+7 ваҡыты региондарҙа
Ағымдағы йылға йәки билдәләнгән аныҡ датанан башлап. Ҡыҫҡа булһын өсөн региондың административ үҙәге күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса):
- 1947 — Биробиджан, Владивосток, Хабаровск, Южно-Сахалинск (Сахалин утрауы), шулай уҡ
- 1962 — Биробиджан, Владивосток, Хабаровск, шулай уҡ
Саха Республикаһы райондары[4].
- 30.03.1997 — Биробиджан, Владивосток, Хабаровск, Южно-Сахалинск (Сахалин утрауы), шулай уҡ Саха Республикаһы райондары.
- 26.10.2014 — Биробиджан, Владивосток, Магадан, Хабаровск, Южно-Сахалинск (Сахалин утрауы), шулай уҡ Саха Республикаһы райондары.
- 27.03.2016 — Биробиджан, Владивосток, Магадан, Хабаровск, шулай уҡ Сахалин утрауы райондары.
- 24.04.2016 по настоящее время — Биробиджан, Владивосток, Хабаровск, шулай уҡ Саха Республикаһы райондары[* 3].
МСК+7 сәғәт зонаһы
Саха Республикаһы (бер нисә район)
Диңгеҙ буйы крайы
Хабаровск крайы
Йәһүд автономиялы өлкәһе
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
- ↑ Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
- ↑ Верхоянский, Оймяконский һәм Усть-Ян улусы (райондары)[1].
- Сығанаҡтар
- ↑ 1 2 3 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
- ↑ Декрет СНК РСФСР от 8 февраля 1919 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2020. Архивировано 28 ноябрь 2018 года.
- ↑ 1 2 Атлас офицера, Москва, 1947. Карта часовых поясов оцифрована: Александр Кривенышев (WorldTimeZone). Архивная копия от 6 май 2015 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 Атлас СССР, М., ГУГК, 1962.