Чукчалар

Чукчалар (рус. Чу́кчи, иҫкесә атамаһы — луораветла́ндар[5][6]) — Азияның сигенең төньяҡ-көнсығышында йәшәгән аҙ һанлы ерле халыҡ, Беринг диңгеҙенән Индигирка йылғаһына тиклем һәм Төньяҡ Боҙло океандан Анадырь һәм Анюй йылғаларына тиклемге ғәйәт ҙур территорияла таралған.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Чукчалар һаны — 15 767 кеше; 2010 йылғы — 15 908 кеше; 2021 йылғы — 16 200 кеше[1].

Рәсәйҙең аҙ һанлы ерле халыҡтары исемлегенә индерелгән[7].

undefined

Һаны һәм таралып ултырыуы

undefined

Рәсәйҙә чукчалар һаны

Тарихы

Хәҙерге этногенетик схема чукчаларҙы континенталь Чукотка аборигендары тип баһаларға мөмкинлек бирә. Уларҙың ата-бабалары бында б.э.т. IV—III мең йыллыҡтар сигендә формалаша[8]. Чукчалар урыҫтар менән тәү тапҡыр Алазея йылғаһы буйында XVIII быуатта уҡ осрашалар[9].

1644 йылда казак Михаил Стадухин улар тураһында беренсе булып Яҡутскиға хәбәр итә, аҙаҡТүбәнге Колыма ҡәлғәһенә нигеҙ һала. Ул ваҡытта күсмә булған чукчалар Колыманың һул ярын тулыһынса ташлап китә. Сигенгән саҡта эскимос ҡәбиләһе мамалдарҙы Төньяҡ Боҙло океан ярҙарынан Беринг диңгеҙенә тиклем ҡыҫырыҡлай. урыҫтар һәм чукчалар араһында ҡанлы бәрелештәр йөҙ йылдан ашыу туҡтамай.

1771 йылдан, бер нисә хәрби кампаниянан һуң, улар араһында яйлап сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаша башлай. 1775 йылда Ангарка йылғаһы буйында Ангара ҡәлғәһе төҙөлә, унда казактар һаҡлауы аҫтында йыл һайын йәрминкә үткәрелә.

XX быуат

Совет власы урынлашҡас, чукот тораҡ пункттарында мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт учреждениелары барлыҡҡа килә; чукот теле өсөн яҙма булдырыла.

Хужалығы

undefined

Башта чукчалар төньяҡ боланға ғына һунар итә, әммә ваҡыт үтеү менән (урыҫтар килгәнгә тиклем) улар болансылыҡты үҙләштерә, ул уларҙың хужалығының нигеҙе булып китә. Яр буйы чукчаларының төп шөғөлө — диңгеҙ хайуандарын аулау: ҡыш һәм яҙ — нерпаға һәм тюленға, йәй һәм көҙ — моржға һәм китҡа һунар итеү. Тюленгә яңғыҙ, ә моржға төркөмләп һунар иткәндәр.

Уларҙың традицион һунар ҡоралы — гарпун; XIX быуаттың икенсе яртыһынан атыу ҡоралы киң таралыу ала, шунан һуң һунар ысулдары ябайлаша.

Аш-һыуы

Чукчаларҙың төп ризығы — бешерелгән ит (болан, тюлень, кит ите)[11]; шулай уҡ поляр талдың (емрат) япраҡтарын һәм ҡабығын, диңгеҙ кәбеҫтәһен, ҡуҙғалаҡ, моллюскылар һәм емеш-еләк ашай. Традицион иттән тыш, аҙыҡҡа һуйылған хайуандарҙың ҡаны һәм эске ағзалары инә[12]. Туңдырылған ит киң таралған булған. Эсемлектәр араһынан чукчалар үлән сәйенә өҫтөнлөк биргән.

Теле, яҙмаһы һәм әҙәбиәте

Сығышы буйынса чукот теле палеоазиат телдәренең чукот-камчатка төркөмөнә ҡарай. Уға коряк, керек (XX быуат аҙағында юҡҡа сыҡҡан), алютор, итәлмән һ. б. телдәре ҡәрҙәш. Типологик йәһәттән ул инкорпорациялы телдәргә ҡарай (һүҙ-морфема һөйләмдәге урынына ҡарап ҡына аныҡ мәғәнәгә эйә, шул уҡ ваҡытта һөйләмдең башҡа киҫәктәре менән бәйләнеүенә ҡарап үҙгәрә ала).

1930-сы йылдарҙа чукот көтөүсеһе Теневиль чукот теле өсөн үҙенсәлекле идеографик яҙма төҙөй (өлгәләре Кунсткамерала — СССР Фәндәр академияһының антропология һәм этнография музейында һаҡлана), әммә ул киң ҡулланылышҡа инмәй.

1930-сы йылдарҙан чукчалар кириллица нигеҙендә алфавит ҡуллана, уға бер нисә хәреф өҫтәлә. Чукот әҙәбиәте башлыса рус телендә (Ю. С. Рытхэу һ. б.).

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года.
  2. 1 2 3 4 5 6 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  3. 1 2 3 4 5 6 Всероссийская перепись населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2009.
  4. Всеукраїнський перепис населення 2001
  5. Ethnic map USSR 1941.jpg
  6. Ethnic map USSR 1941.jpg
  7. Распоряжение Правительства РФ от 17 апреля 2006 года № 536-р «Об утверждении перечня коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока Российской Федерации (с изменениями на 26 декабря 2011 года)»
  8. Энтогенез и этническая история чукчей [1]
  9. [2] Архивная копия от 4 октябрь 2013 на Wayback MachineБСЭ (2-издание)
  10. Чукча-мореход
  11. Блюда из кухни чукчей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2012. Архивировано из оригинала 22 июль 2012 года.
  12. Пища для влюбленных северян

Әҙәбиәт

  • Богораз В. Г. Материальная культура чукчей. — М.: Наука, 1991. — 224 с.: ил. — Серия «Этнографическая библиотека».
  • Богораз В. Г. Чукчи: Материальная культура. — М.: Книжный дом «Либроком», 2012. — 3-е изд. — 264 с. — Серия «Академия фундаментальных исследований: Этнология».
  • Богораз В. Г. Чукчи: Религия. — М.: ЛЕНАНД, 2014. — 4-е изд. — 216 с. — Серия «Академия фундаментальных исследований: Этнология».
  • Богораз В. Г. Чукчи: Социальная организация. — М.: ЛЕНАНД, 2016. — 4-е изд. — 216 с. — Серия «Академия фундаментальных исследований: Этнология».
  • Вдовин И. С. Очерки истории и этнографии чукчей. — М.: Л., 1965.
  • Йохельсон В. Заметки о населении Якутской области // Живая старина. Вып. II. 1895.
  • Чукчи / В. В. Антропова, В. Г. Кузнецова (в основу описания дореволюционного быта положена статья Г. И. Мельникова) // Народы Сибири / Под ред. М. Г. Левина, Л. П. Потапова. — М. : Изд-во Академии Наук СССР, 1956. — С. 896—933. — 1084 с. — (Народы мира. Этнографические очерки). — 5000 экз.
  • Кузнецова В. Г. Материалы по праздникам и обрядам амгуэмских оленных чукчей // Труды института этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая. Новая серия. — 1957. — Т. XXXV : Сибирский этнографический сборник, II. — С. 263–326.
  • Кузнецова В. Г. Из неопубликованных материалов Чукотской экспедиции 1948—1951 гг. / Вступ. ст., подгот. текста, примеч.: Е. А. Михайлова // Материалы полевых этнографических исследований / Отв. ред. Е. Г. Федорова; РАН. МАЭ им. Петра Великого (Кунсткамера). — СПб : МАЭ РАН, 2004. — Вып. 5. — С. 136—164.
  • Линденау Я. И. Описание народов Сибири (первая половина XVIII века). Историко-этнографические материалы о народах Сибири и Северо-Востока. — Магадан: Магаданское кн. изд-во, 1983. — 176 с.: ил. — Серия «Дальневосточная историческая библиотека».
  • Михайлова Е. А. Скитания Варвары Кузнецовой. Чукотская экспедиция Варвары Григорьевны Кузнецовой, 1948-1951 гг. / Е. А. Михайлова ; [отв. ред. Л.Р. Павлинская]. — СПб : МАЭ РАН, 2015. — ISBN 978-5-88431-296-8.
  • Чукчи / Тураев В. А. // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 651—652. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.
  • Народы России: живописный альбом. — СПб.: Тип. Товарищества «Общественная Польза», 1877.
  • Сказки и мифы народов Чукотки и Камчатки / сост., предисл. и примеч. Г. А. Меновщикова. — М.: Наука, 1974. — 648 с. — 125 000 экз.
  • Чукчи // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
  • Чукчи // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.

Тема буйынса өҫтәмә