Карелдар
Карелдар | |
карел. karjalaižet, karjalaiset | |
Флаг | |
Ил | |
---|---|
Туған тел | карел теле[d] |
Файл:Карельский костюм.Реконструкция.jpg | |
Халыҡ һаны |
|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Карелдар (үҙатамалары карел. karjalaižet, karjalaiset) — Балтик буйы фин халҡы, Карелияның төп халҡы. Халыҡ һаны 93,3 мең (2002), ↓88 850 (2010). Карелияла 65,7 мең, Тверь өлкәһендә 14,6 мең (Тверь карелдары[1], Санкт-Петербургта 2,1 мең, Ленинград өлкәһендә 2,1 мең кеше, шулай уҡ РФ-тың Вологда, Архангель, Новгород, Мәскәү һ.б. өлкәләрендә бар. Бынан тыш Финляндияның көнсығышында (10 мең — 2008), Эстонияла, Латвияла, Беларустә, Украинала, Ҡаҙағстанда йәшәйҙәр. Карелдарҙың яртыһы (күбеһенсә ауыл ерендә) карел телендә, күпселеге урыҫ телендә һөйләшә. Диндәре буйынса православ христиан динен тотоусылар.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карелдарҙың килеп сығышында боронғо корела (кирьяла) халҡы[2] һәм вепстарҙың өлөшө ҙур. Төньяҡ карелдарҙа Лапландия саамдары һыҙаттары һаҡланған. XII быуатта Корела ерҙәре Новгород ерҙәренә ҡушылғас, был яҡҡа урыҫтар күсеп ултыра башлай. 1940 йылдар ахырынан — 1950 йылдар башына карел ерҙәренә урыҫтар күпләп күсеп килә. Шул сәбәпле 1959 йылға 3 кенә районда карелдар күпселекте тәшкил итә (Олонец, Калевала, Пряжин райондары). 2002 йылға карелдарҙың күпселеге (54,4 %) ҡалаларҙа йәшәй. 1920 йылдан башлап (1938—1940 йылдарҙа Карелияның рәсми теле итеп карел теле билдәләнеүе иҫәбенә алмайса), карелдарға урыҫ һәм фин телдәре көсләп индерелә.
Карелдарҙың күпселеге халыҡтары европеоид беломор-балтик тип халыҡтарға инә[3]. Беломор-балтик тибы, төньяҡ-көнсығыш һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ ярҙарынан алып Балтик диңгеҙенән Уралға тиклем (литва, латыштар, карел, вепс, өлөшсә коми, рус һәм белорустарҙың төньяҡ төркөмө, ижора) таралған[4].
Йәшәгән ерҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй — 60 815 кеше (2010 йылда бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәте)
- Карелия Республикаһы — 570 45 (74,9 %)
- Тверь өлкәһе — 7394
- Санкт-Петербург — 1396
- Мурманск өлкәһе — 1376
- Ленинград өлкәһе — 1345
- Мәскәү — 385
- Новгород өлкәһе — 183
- Финляндияла — сығышы менән карел кешеләр күп. Карелдарҙың аныҡ ҡына һанын билдәләп булмай, сөнки Финляндияла карелдар фин милләтенең бер өлөшө булараҡ ҡарала. Карел телен аңлаған кеше яҡынса 25 000, 5000 самаһы был телдә һөйләшә.
- Украина — 1522[5]
- Ҡаҙағстан — 753
- Белоруссия — 524
- Эстония — 430[6]
- Латвия — 416
Оло Күсенеүҙән һуң карелдарҙың тарихи йәшәү урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм алғанда, карелдарҙың йәшәү зонаһы, Карелиянан ҡала, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә сағыштырмаса хәүефһеҙ Тверь һәм Мәскәү янындағы ҡалдау ерҙәр менән сикләнгән.
- Тверь Карелияһы (Тверь өлк.)
- Карел тихвин (Ленинград өлк)
- Валдай карелдары (Новгород өлк.)
- Медынь өйәҙе (Калуга өлк.)
- Морша өйәҙе (Тамбов өлк.)
- Суздаль өйәҙе
- Моложск өйәҙе
- Гжат өйәҙе
Шулай уҡ карелдар Талдом , Клин, Переславль-Залесский, Вологда, Ржев, Елец төбәктәрендә бар.
Рәсәй ҡалаларында һәм райондарында карел халҡы өлөшө (2010 йылдағы иҫәп алыу буйынса)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
(карелдар дөйөм халыҡ һанынан 5 % артҡан муниципаль берәмектәр):
Рәсәй райондарында һәм ҡалаларында карелдар өлөшө | ||
---|---|---|
муниципаль район, ҡала округы | РФ субъекты | % карел |
Олонецк МР | Карелия | 52,2 |
Калевала МР | Карелия | 35,5 |
Пряжино МР | Карелия | 31,9 |
Лоух МР | Карелия | 12,6 |
Муезер МР | Карелия | 10,9 |
Лихославль МР | Тверь | 8,6 |
Суоярва МР | Карелия | 8,1 |
Спир МР | Тверь | 8 |
Питкярант МР | Карелия | 6,6 |
ҠО Костомукша | Карелия | 6,4 |
Рамешковск МР | Тверь | 6,1 |
Кондопога МР | Карелия | 5,8 |
Максатихи МР | Тверь | 5,3 |
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнкүреш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карелдарҙың мәҙәниәте Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе халыҡтарҙыҡы менән үҙ-ара оҡшаш булған. Төп кәсептәре — ағас яндырып-төпләп, баҫыу яһап, ашлыҡ үҫтереү. Иң боронғо игелгән булып тары иҫәпләнә, XVI быуаттан арыш (көньяҡтараҡ бойҙай) күпләп игелә башлай. Һыйырҙар, урындағы тәпәш буйлы яҡшы тоҡомло аттар, ныҡ йөнтәҫ һарыҡтар (көньяҡтараҡ итен һатыу өсөн сусҡа) үрсетәләр, төньяҡта йәшәүсе карелдар саамдарҙан болан үрсетеү кәсебенә өйрәнгәндәр. Һунар һәм балыҡ тотоу, тире эшкәртеү, урмандан еләк-емеш йыйыу ҙа киң таралған. Урындағы һаҙ мәғдәненән мәгъдәненнән тимер (шулай уҡ көмөш, баҡыр) яһау кәсебе үҫеш ала, Олонец тау заводтары барлыҡҡа килә. XVIII быуаттан карелдар араһында ситкә китеп эшләү, шул иҫәптән урман йығып, һал ағыҙыу кәсебе лә тарала. Хәрәкәт итеү өсөн саңғы, һөйрәлтке, сана, төньяҡ карелдарҙа болан егелгән сана ҡулланылған. Көнсығыш һәм, бигерәк тә, төньяҡ карелдар өсөн аҙ һанлы йорттарҙан торған (3 хужалыҡтан артмаған) ҙур булмаған ауылдар хас булған, XIX быуаттан утарҙар барлыҡҡа килә. Төньяҡ урыҫ төрөндәге йорттарҙа йәшәгәндәр, торлаҡ йорттары өйҙән (пертти), өй алды (синчо), келәттән (айтта) торған. Йорттарҙы ағасты семәрләп биҙәгәндәр, төньяҡ-көнбайыш ерҙәрҙә түбәләр ҡабыҡ менән ябылған. Өй эсендә урыҫ мейесе (төньяҡтараҡ асыҡ усаҡлы мейес — пииси) төп урынды алып торған. Йорт йыһаздарының барыһына ла ағасты семәрләп биҙәк һалалар, баҙарҙа һатыу өсөн буяп биҙәк тә төшөргәндәр.
Кейемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кейемдәре урыҫ кейеменә үҙ-ара оҡшаш булған. Ир-аттар салбар, оҙон итәкле, ҡыя яғалы өҫ кейеме (пайду) кейә, XIX быуаттан ҡайтарма яғалы күлдәктәр ҡулланышҡа инә. Ҡатын-ҡыҙҙар боронораҡ ептән бәйләп итәк (хурстут), XVI быуаттан сарафан (ферези) кейгән. Кейемдәргә (бигерәк тә төньяҡта) ҡыҙыл, һары, күк, ҡара төҫтәр ҡулланып, геометрик орнамент сигеү таралған. Туғанлыҡ атамаларында рус алынмалары күп ҡулланыла. Төньяҡ (хият) һәм көньяҡ (свуадьбу) карелдарҙа туй үткәреү йолаһы айырымлыҡтары бар. Төньяҡ карелдарҙа кейәү вәкилдәре булып сихырсы(патьвашка) һәм уның ярҙамсыһы (шуаяннайни), көньяҡ карелдарҙа кейәү дуҫтары (дружки) сығыш яһай. Туйҙа һаубуллашыу йырҙары күбеһенсә урыҫ телендә башҡарылған
Фольклор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ ауыҙ-тел ижадында калевала шиғырына нигеҙләнгән руник йырҙар, туй йырҙары, балладалар, ҡарғау-һыҡтау (туйҙа, ерләүҙә, рекрутлыҡҡа алынғанда һ.б. осраҡтарҙа йырланған) йырҙары, өшкөрөүҙәр урын ала. Кантеле музыкаль ҡоралына ҡушылып яңғыҙ йырлау киң таралған булған. Һыҡтау йырҙарын ҡатын-кыҙҙар ғына башҡара. Боронораҡ импровизация яһап йырлау (ёйги, йокку) ысулы киң ҡулланыла. Хәҙер лирик йырҙар (финса, русса) башҡарыу, таҡмаҡ әйтеү (карелса, урыҫса), пийрилекки (түңәрәк буйлап йырлап әйләнеү уйыны) һаҡланып ҡалған. Калевала районында Архип Перттунендан Э. Лёнротт тарафынан яҙып алынған рундар «Калевала» эпосының нигеҙен тәшкил итә. Күбеһе тылсымлы әкиәт төрөнә ҡараған карел әкиәттәре, баһадирҙар, хазиналар, күсенеп йөрөү тарихы тураһында хикәйәттәр һаҡланған. Карел ауыҙ-тел ижады легендаларға, мәҡәлдәргә, табышмаҡтарға бай.
Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карелдарҙың Рәсәйҙәге күпселеге — православие инаныслы, Финляндияла — лютерандар һәм православтар. Күпләп суҡындырыу 1227 йылда, кенәз Ярослав Всеволодович хакимлыҡ иткәндә була[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Корела (племя)
- Карело-финская мифология
- Тверские карелы
- Валдайские карелы
- Тверская Карелия
- Карелы (субэтнос финнов)
- Морозовская волость (Медынский уезд)
- Карельская кухня
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Сайт тверских карелов
- ↑ Рождение народа
- ↑ Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. — 464 с. : ил.,карт. — стр. 26 ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
- ↑ Советский энциклопедический словарь. — 4-изд.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 123. — 1632 с. — 2 500 000 экз.
- ↑ Государственный комитет статистики Украины. Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и языку.
- ↑ POPULATION BY ETHNIC NATIONALITY, MOTHER TONGUE AND CITIZENSHIP(недоступная ссылка)
- ↑ Карелия официальная. Духовные и светские власти Карелии отметили 775-летие крещения карел 2020 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карелы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Карелы // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3. Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
- Бубрих Д. В. Происхождение карельского народа. — Петрозаводск, 1947
- Финно-угры и балты в эпоху средневековья. Археология СССР. Под ред.: Б. А. Рыбакова — М., 1987
- Кочкуркина С. И. Народы Карелии: история и культура — 2-е издание. Петрозаводск, 2005. — 208 с.
- Финны в Европе. В 2-х томах. — М., 1990
- Бубрих Д. В. Догосударственный период истории балтийско-беломорского севера . Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Бубрих Д. В. Государственный период истории балтийско-беломорского севера . Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Браун Ф. А. Разыскания в области гото-славянских отношений. — С-Пб., 1899.
- Иордан. О происхождении и деяниях гетов . Восточная литература. — СПб.: Алетейя, 1997. Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Книга Ахмеда Ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг . Восточная литература. — Ковалевский А. П., Харьков, 1956. Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Saxo Grammaticus. Gesta Danorum. (Саксон Грамматик. Деяния данов) . Ульвдалир. Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Сага об Инглингах . Ульвдалир. Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Жербин А. С. Переселение карел в Россию в XVII веке. — Петрозаводск: Государственное издательство Карело-Финской СССР, 1956. — 77, [2] с.
- Карельский этнос: история и перспективы развития — Петрозаводск: «Периодика», 1996. — 46 с.
- Киркинен Х. и др. История карельского народа / Авториз. пер. с фин. Л. В. Суни; Отв. ред. И. А. Чернякова. — Петрозаводск: «Барс», 1998. — 322 с.
- Кочкуркина С. И. Прибалтийско-финские народы России — М.: Наука, 2003
- Кочкуркина С. И. Древнекарельские городища эпохи Средневековья — Петрозаводск, 2010. — 262 с.
- Карелы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Koltat, karjalaiset ja setukaiset: Pienet kansat maailmojen rajoilla («Колтты, карелы, сету: маленькие народы на краю Земли») (фин.) / Tuija Saarinen, Seppo Suhonen (toim.). — Snellman-Instituutti, 1995. — 277 с. — (A-sarja, 19/1995). — ISBN 951-842-167-6 ISBN 978-951-842-167-5.
- «Oma Mua» («Родная земля») — общественно-политическая газета на ливвиковском наречии карельского языка.
- Григорий Салтуп. Финская националистическая провокация за русский счёт (22 июнь 2006). — Размышления о русофобской книге историка С.И.Кочкуриной «Народы Карелии». Дата обращения: 17 ғинуар 2013.
- Клементьев Е. И. Карелы. Этнографический очерк. — Петрозаводск, 1991.
- Косменко А. П. Карельское народное искусство. — Петрозаводск, 1977.
- Линевский А. М. Карелы // Советская этнография. — Л.: Академия наук СССР, 1941. — Сб. V. — С. 89—109.
- Народы России: Энциклопедия. — М., 1994.
- Петров К. М. Олонецкие карелы. — Петрозаводск, 1867
- Петрухин В. Я. Мифы финно-угров. — М., 2003
- Степанова А. С. Устная поэзия тунгудских карел. — Петрозаводск, 2000.
- Сурхаско Ю. Ю. Семейные обряды и верования карел: Конец XIX — начало XX в. — Л.: «Наука», 1985. — 172 с.
- Тароева Р. Ф. Материальная культура карел (Карельская АССР): этнографический очерк. — Москва; Ленинград: Наука, 1965. — 222, [1] с., [10] л. ил.
- Uurali keelte sonastik. — Tallinn, 2004.
- Финно-угорские и самодийские народы России: Статистический сборник. — Сыктывкар, 2006.
- Что такое Карелия: Союз Карелии. — Helsinki, 1997.
- Карелы Карельской АССР / Ин-т яз., лит. и истории Карел. филиала АН СССР.— Петрозаводск: Карелия, 1983.— 288 с., ил.
- Гадзяцкий С. С. Карелы и Карелия в Новгородское время. — Петрозаводск, Госиздат КФССР, 1941. — 195 с. с илл. (Науч.-исслед. ин-т культуры КФССР).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- С. И. Кочкуркина, А. М. Спиридонов, Т. Н. Джаксон Письменные известия о карелах (X—XVI в.в.)
- Карелы. Информационный центр финно-угорских народов FINUGOR.RU 2019 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
- Карелы. Информационный центр «Финноугория»
- Центр национальных культур и народного творчества Республики Карелия
- Сайт «Коренные народы Карелии»
- О карелах на сайте livviki.karelia.ru 2008 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған.
- Карелы. Рождение народа.
- Под властью Швеции. Исход.
- Тверские карелы
- Официальный сайт Тверской региональной национально-культурной автономии Тверских карел
- Этнографические сведения о жителях Олонецкой и Беломорской Карелии на страницах журнала «Карельские известия» (1913—1917 гг.)
- Православное Корельское братство во имя св. мч. Георгия Победоносца
- «Karjalan Liitto (Карельский союз)». Официальный сайт
- Карты.
- Слово народа — душа народа 2014 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.