Балҡарҙар

Балҡарҙар (рус. Балка́рцы, ҡарас.-балҡ. малкъарлыла, таулула)[2][3]; — төрки телле халыҡ, башлыса Төньяҡ Кавказдың үҙәк өлөшөндә, таулы һәм тау алды төбәктәрендә йәшәй (Балҡарстан).

Йылғалары Баксан, Чегем , Хазни-дон, Черек-Балҡар, Черек-Хулам. Европеоид расаның кавкасион раса антропологик тибы [4]. Төрки телдәр ғаиләһенең ҡарасай-балҡар телендә һөйләшәләр.

Этнонимы

«Балҡар» этнонимының килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар:

  • Малкар тарлауығында йәшәүселәрҙең урыҫ телендәге аталышы (рус. малкарцы)[5].
  • «Болгар» тигән атаманан [6] 737 йылда ғәрәп-хазар килешеү шарттары буйынса ҡаған теләүселәрҙең барыһына ла ислам ҡабул итергә рөхсәт бирә. Күп болғар-бурджандар (атап әйткәндә, хәҙерге заман балҡар, карасай һәм ҡумыҡтарҙың ҡанбабалары) мосолманлыҡ ҡабул итә. Тап ошо ваҡыттан болғарҙар араһында ислам тарала башлай.[7]

Үҙатамалары — малғар, малҡар, балҡар.

Халыҡ һаны

undefined

Әлеге ваҡытта балҡарҙарҙың дөйөм һаны яҡынса 125 мең кеше тәшкил (2010 йылға ҡарата). Рәсәйҙә 112,9 мең кеше йәшәй, улар араһында Ҡабарҙы-Балҡарстанда — 108,6, меңе, был республика халҡының 12,7 % тәшкил итә.

(Ҡабарҙы-Балҡарстанда) 2010 йылғы халыҡ иҫәбе райондар буйынса:

Муниципаль район Балҡарҙар өлөшө, %
Эльбрус МР 69,5
Черек МР 64
Чегем МР 20
Нальчик 16,9
Зольск МР 6

Күпмелер балҡарҙар Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда йәшәй (4 — 5 мең кеше, 2008), улар унда депортация арҡаһында 1944 барып юлыҡҡан.

Шулай уҡ Төркиәлә, Европа илдәрендә һәм АҠШ-та йәшәүселәр бар, улары XIX быуатта мөһәжир булып киткән.

Телдәре

Ҡарасай-балҡар (ҡарасай, балҡар) теле — төрки телдәрҙең береһе , был телдә ҡарасайҙар һәм балҡарҙар һөйләшә. Диалекттарында айырма аҙ. Хәҙерге атамаһы 1950 йылдарҙа ҡабул ителә, элек таулы-татар, таулы-төрки, татар-сығатай теле тип атап йөрөтөлгән.Ҡабарҙы-Балҡарстанда һәм Ҡарасай-Черкес Республикаһында киң таралған, ике республикала ла дәүләт статусына эйә. Рәсәйҙә 303 мең самаһы кеше ошо телдә һөйләшә[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom5_tab1_VPN-2020.xlsx
  2. Каракетов, 2005, Каракетов, 2007
  3. «Этнонимы и племенные названия Северного Кавказа», Год: 1973, Автор: Волкова Н. Г., Издательство: «Наука» (Главная редакция восточной литературы, г. Москва), стр. — 87
  4. Алексеев В.П. Происхождение народов Кавказа. — Москва: Наука, 1974.
  5. К. Х. Унежнев. История Кабарды и Балкарии. — ГП КБР "Республиканский полиграфкомбинат им. Революции 1905 г." Издательский центр "Эль-Фа", 2005-01-01. — 626 с.
  6. Андрей Николаевич Кононов. История изучения тюркских языков в России: дооктябрьский период. — Наука, Ленинградское отд-ние, 1982-01-01. — 372 с.
  7.  —Бегунов Ю. (ред.), Закиев М., Бариев Р., Глашев Б., Нурутдинов Ф. Сокровища булгарского народа. Этногенез. История. Культура. Издательство: «БулгарИздат»; 2007 г.
  8. 1 2 3 4 5 6 7 Карачаевцы. Балкарцы / отв. ред. М.Д. Каракетов, Х.-М.А. Сабанчиев. — М.: Наука, 2014. — С. 17. — (Народы и культуры). — ISBN 978-5-02-038043-1.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. perepis2002.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2017. Архивировано 5 август 2012 года. 2012 йылдың 5 август көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә