Йөрөктәр
Йөрөктәр | |
---|---|
Һаны | билдәһеҙ |
Таралыуы | Төркиә |
Тел | Төрөк теле |
Дин | Ислам |
Туғандаш халыҡтар | төрөктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, ғағауыздар |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Йөрөктәр (ерюк, йорука, ерук; (төр. Yörük(ler)Yörük(ler) [ерюклер], шулай уҡ Yürük(ler) [юрюклер], туранан-тура тәржемәлә: «көслө, һуғышсан») — ултыраҡ тормош алып барған төрки телле халыҡтарға ҡапма-ҡаршы, ҡыуғын малсылыҡ (нигеҙҙә, һарыҡсылыҡ) менән шөғөлләнеүсе күсмә тормошта йәшәгән төрөктәр.
Тар ғына тарихи контекста ҡарағанда, йөрөктәр төркөмө тигәндән, Көнбайышҡа — Фарсы иленә, ә һуңынан төрөк-сәлжүктәре, ә уларҙан аҙаҡ ғосман төрөктәре баҫып алып, грек-әрмән (византия) дәүләтселегегенең юҡҡа сығыуына килтергән, Византияға юл тотҡан һәм яңы ғына барлыҡҡа килгән төркмән этносынан айырылып сыҡҡан күсмә төрки ҡәбиләләренең уғыҙ төркөмөн аңларға кәрәк. Тулыһынса ислам ҡабул иткән күсмә йөрөктәр коний, һуңынан ғосман солтандары ҡеүәтенең нигеҙен тәшкил итәләр. Элек-электән йөрөк халҡы бер нисә фратриға һәм ырыуға бүленгән:
- Аҡсигирле (Aksigirli[1]),
- Али-Әфәнде (Ali-Efendi),
- Бахшиш (Bahsıs),
- Һакаллар (Cakallar),
- Һошла (Coşlu),
- Кекли (Qekli),
- Гачар (Gacar),
- Гүзелүбейле (Güzelbeyli),
- Хорзум (Horzum),
- Ҡара-Эвле (Karaevli),
- Ҡара-Һачилы (Karahacılı),
- Ҡара-Ҡойунлы (Karakoyunlu),
- Ҡараҡаятлы (Karakayalı),
- Ҡаралар (Karalar),
- Ҡаракеселе (Karakeçili),
- Манавлы (Manavlı),
- Мелеменсы (Melemenci),
- Сан-Агали (San-Agalı),
- Сан-Хачилы (Sanhacılı),
- Сар-Кечить (Sarıkeçili),
- Текелы (Tekeli)
- Йени-Османлы (Yeni-Osmanlı[2]).
Күсмә тормош алып барған йөрөктәр йыш ҡына дәрүиш — ислам тәғлимәттәрен таратыусыға әйләнгәндәр, улар изге һуғыш яугирҙары — ғази һәм ҡафырҙарға ҡаршы булған ғазауат вазифаларын берҙәй үтәүсе булып киткәндәр. Әммә йөрөк ҡатын-ҡыҙҙары бер ваҡытта ла пәрәнжәлә йөрөмәгән.
Бер версия буйынса, йүрүк һүҙе «yürümek» [йөрөмәк] (килеү, барыу) тигән төрөк ҡылымынан килеп сыҡҡан . XIV быуат урталарында ғосман хәрби ғәскәрҙәре менән бергә[3] Балҡанға барып эләккәс, төрки телле йөрөктәр төп транспорт юлдары (Фракия, Добруджа, Македония) буйында урынлашалар.
Күптәре, бигерәк тә хәҙерге Козан, Греция буйлап күсеп йөрөүсе Пинда йөрөктәре, күсмә йәки ярым күсмә тормошта йәшәүҙәрен дауам итә. Македонияла йөрөктәр Плачковица һырты (бигерәк тә Коджалий, Парналий һәм Али-Коч ауылдары) тирәләй таралышалар. Шулай уҡ Дойран, Штип һәм Струмица ауылдарына яҡын урындарҙа йәшәйҙәр. Мостафа Кәмал Ататөрктөң атаһы Кочаджик ауылы (Көнбайыш Македония) йөрөгө , ә әсәһе салоник албаны була.
Йөрөктәрҙең йәшәү рәүеше роман халыҡтарынан булған аромундарҙыҡына һәм мегленорумындарҙыҡына оҡшаш булғанлыҡтан, был төркөмдәр ҡатнаша башлағандар. Мегленорумындарҙың бер өлөшө ислам ҡабул итә, шул арҡала йөрөктәр менән бергә (грек-төрөк халыҡ алмаштырыуы) Төркиәгә мәжбүри күсерелә.
Хәҙерге Төркиәлә, уның сәнәғәт һәм социаль яҡтан насар үҫешкән көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштәрендә (Тавр тауы, эске Анатолия, Әрмән таулыҡтары) традицион ярым күсмә тормош алып барған йөрөк төркөмдәре һаҡланған.
Македониялағы йөрөк диаспораһы ултыраҡ тормошҡа күсһә лә, бик күп боронғо йолаларҙы һаҡлап ҡалған. Шул уҡ ваҡытта, македон йөрөктәренең күпселеге урта белемгә эйә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер өлөшө бары тик төрөксә генә һөйләшә.
Шулай уҡ ҡарарға[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төркмәндәр
- Ҡашҡайҙар
- Каракачандар — хәҙерге Грециялағы күсмә ҡәбиләләр
- Зейбектар
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Викимилектә Юрюки темаһы буйынса медиафайлдар бар.