Тывалар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тывалар
Туған тел Тыва теле, урыҫ теле и Монгол теле
Файл:Участники конкурса на лучший национальный костюм в п.Туран.jpg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Тыва балалар милли кейеме

Тывалар (халыҡтың үҙенә биргән атамаһы — тыва, тывалар; иҫке исеме: сойондар, үрәнхайцтар, таңны-тывалар[1], таңнытывалар) — төрки халыҡ, ерле халыҡ Тыва Республикаһының төп халҡы.

Тыва телендә һөйләшәләр. Тыва теле төрки телдәренең саян төркөмөнә инә. Дин буйынса — буддистар, шулай уҡ Тәңрегә традицион ышаныуҙар (шаманизм) һаҡланған.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыва халҡының «тыва» атамаһы Суй (581—618) һәм Тау (618—907) Ҡытай династиялары йылъяҙмаларында дубо, тубо һәм тупо формаларында телгә алына[2]. Шулай уҡ «туба» атамаһы монголдарҙың Серле хикәйәтенең 239-се параграфында телгә алына. Унан да алдараҡ осорҙа (XVII—XVIII быуаттар) улар — үрәнхайҙар, һуңғараҡҡы осорҙа (ХIХ — начала XX в.) — сойоттар исеме аҫтында билдәле була. Башҡа этнонимдар буйынса — урянхалар, уряихаттар, урянхайҙар, сояндар, сойондар, сойоттар — дөйөм алғанда, бындай атамаларҙы уларға күрше халыҡтар биргән, тип әйтеп була, сөнки тывалар үҙҙәрен был атамалар менән йөрөтмәйҙәр[3].

Төркиәтсе Н. А. Аристов һығымтаһы буйынса, . урәнхайҙар тип уларҙы монголдар атайҙар, ә үҙҙәре үҙҙәрен тыба йәки тыва тип исемләйҙәр, шулай уҡ уларҙы сойоттар, соиттар, сойондар тип йөрөтәләр[4]. Г. Л. Потанин шундай уҡ фекер йөрөтә[5]. «Тыва» этник атамаһы XVII быуаттың 60-80 йылдарында урыҫ сығанаҡтарында теркәлгән (История Тувы 2001:308), тывалар үҙҙәре үҙҙәрен бер ҡасан да үрәнхайҙар тип йөрөтмәгән. Алтайҙар һәм хаҡастар бөгөнгө көнгә тиклем тываларҙы сояндар тип йөрөтәләр. Билдәле булыуынса, урыҫтар тываларҙы яңылышлыҡ менән сойоттар һәм үрәнхайҙар тип йөрөткән (Грум-Гржимайло, моғайын, беҙ, урыҫтар сойоттар тип әйткәнбеҙҙер, улар артынан — монголдар һәм башҡа халыҡтар ҙа, тип яҙып ҡалдырған[2].

«Тыва» этнонимы урыҫ документтарында 1661 йылдан теркәлә һәм тыва халҡының барлығы тураһында бәйән итә. Әлеге үҙбилдәленештең, урыҫ ергиҙәрҙәре Байкалға барып еткәнгә тиклем, тыва ҡәбиләләре араһында булыуы мөмкин, әммә тулыһынса тыва ҡәбиләләренең ойошоуы өсөн объектив шарттар булдырылмаған була.

Һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тываларҙың дөйөм һаны — яҡынса 300 мең кеше.

  • Рәсәйҙә — 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса 263 934 кеше[6] (1970 йылда — яҡынса 140 мең кеше теркәлгән, 1959 йылда — яҡынса 100 мең кеше), шул иҫәптән Тыва Республикаһында — 250 мең тирәһе кеше[7]
  • Монголияла (Баян-Улгий, Хувсгел һәм Ховд аймаҡтары) — 3000-дән 5169 кешегә тиклем (төп тыва тамырынан йыраҡлашҡан үрәнхай-мончаҡ йәки цэнгэл тывалары, цаатандар).
  • Ҡытайҙа (Алтай ҡалаһы ҡарамағындағы Шемиршек һәм Алағаҡ ауылдары, Бурчун өйәҙендәге Комканас ауылы, Каба өйәҙенеңдәге Аҡаба ауылы; бөтәһе лә Синьцзян-Уйҙыр автономиялы районы Иле-Ҡаҙаҡ автономиялы округы Алтай округы составында[8]) — 3,3 мең тирәһе кеше.
Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй һхалыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (1959—2010)
1959 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[9]
1970 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[10]
1979 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[11]
1989 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[12]
2002 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[13]
2010 йылғы

халыҡ иҫәбен алыу
[14]
СССР 100 145 139 338 166 082 206 629
РСФСР/Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптән Тыва Автономиялы өлкәһендә / Тыва АССР-ында / Тыва Республикаһында 99 864

97 996
139 013

135 306
165 426

161 888
206 160

198 448
243 422

235 313
263 934

249 299

Тывалар мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыва Республикаһы Бай-Тайгин кожууны Ҡызыл Даг ауылынан көндәлек милли кейемен кейгән оло ҡатын.
«Бөркөт бейеүе»
Көрәшсе-еңеүселәр һәм дангын-ҡыҙҙар. Наадым −2016
Туҡмаслы тыва милли ашы тыв. Далган-үскен (ит менән)

Тыва мәҙәниәтендә популярҙар

  • туған тел һәм әҙәбиәт — һәр кем тиерлек тыва телендә бик һәйбәт һөйләшә;
  • тыва өзләүе — Тывала иң оҫта өзләүселәр, улар «хөөмея» стилдәренең төрлөгө менән ғәжәпләндерәләр: каргыраа, хөректээр, хөөмей, сыгыт, борбаңнадыр, эзеңгилээр, хову каргыраазы һәм башҡалар;
  • «Наадым» малсылар байрамы — Тывала иң мөһим сара, йәй аҙағында үткәрелә;
  • «Шагаа» — ай календаре буйынса яңы йыл, яңы йыл байрамын ҡаршылау;
  • «Хүреш» көрәше;
  • «Даңгына» матурлыҡ конкурстары (ҡыҙҙар араһында) һәм «Тажы» батырлыҡ конкурстары (егеттәр араһында);
  • традицион тыва милли кейеме һәм уның заманса варианттары;
  • Ат ярыштары;
  • шахмат (ғәҙәттә милли һындар менән);
  • таш уыу сәнғәте;
  • Бөйөк Ватан һуғышы доброволецтарына, фронтовиктарына хөрмәт күрһәтеү — Ҡызыл ҡалаһы үҙәгендә тыва доброволецтарына һәйкәл төҙөлә;
  • тәбиғәткә традицион һаҡсыл ҡараш;
  • традицион тормош рәүеше.

Көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юниорҙар араһында флагты төшөрөү тантанаһы. 2016

Тывалар, ҡайҙа ғына улар булмаһын, көрәшәләр — егеттәр араһында көрәш буйынса ярыштар үткәрәләр. «Хүреш» милли көрәш федерацияһының һәм күренкле көрәшселәр эшмәкәрлеге ярҙамында хәҙерге ваҡытта аҙна һайын республика кимәлендәге бәйгеләр уҙғарыла, унда рейтингтар билдәләнә һәм көрәш титулдары бирелә. Әлеге ярыштар араһында иң билдәлеһе — Наадым байрамы ваҡытында үткәрелгән турнир, бөтә көрәшселәр 2 категорияға бүленә: 18 йәшкә тиклем һәм 19 йәштән алып.

Милли кейем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дангына ҡыҙҙары Наадым ваҡытында, 2016
Ҡызыл Даг ауылы балалары

Хәҙерге ваҡытта тыва милли кейемде йыш кейәләр — байрамдарҙа, төрлө традицион бәйгеләрҙә (көрәш, яндан атыу, ат сабыштырыу һәм башҡалар), батырлыҡ һәм матурлыҡ конкурстарында, диплом алыу тантаналарында, туйҙарҙа һәм көндәлек тормошта.

Заманса милли кейемен Ҡызыл ҡала эре сауҙа үҙәктәрендә һатып алып була, күптәре үҙҙәре тегәләр.

Тыванан ситтә уҡыған студенттар даими рәүештә «Тажы биле Даңгына» (тыва теленән «Принц һәм принцесса»)[15] исемле матурлыҡ һәм батырлыҡ конкурстарын үткәрә — студенттар тормошондағы бик матур сараһы, унда Тыва Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтар вәкилдәре ҡатнаша ала.

Этник төркөмдәр һәм туғандаш халыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәбилә-ырыу бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыва Республикаһы тывалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тывалар тыва теленең үҙәк һәм көнбайыш диалекттарында һөйләшкәни көнбайыш (Көнбайыш, үҙәк һәм көньяҡ Тываның тау-дала райондары) һәм тоджин телендә һөйләшкән булараҡ билдәле (төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Тываның тау-тайга өлөшө) тываларына бүленә. Тоджиндар тываларҙан яҡынса 5 % тәшкил итә.

Тофаларҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тофаларҙар Иркутск өлкәһе Түбәнге Уда районы территорияһында — Тофаларияла йәшәйҙәр, улар Тываның төп өлөшө 1757 йылда Ҡытай империяһы составына ингәндән һуң Рәсәй империяһы составында тороп ҡалған тыва халҡының бер өлөшө. Улар, үҙҙәренең аҙ һанлығы һәм тываларҙың төп өлөшөнән айырым йәшәгәнлегенә күрә урыҫтар яғынан байтаҡ административ һәм мәҙәни (телмәр һәм көнкүреш кимәлендә) йоғонто кисергән[16].

Сойоттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тываларға бик яҡын халыҡ сойоттар, улар Бурятияның Ока районында йәшәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта сойоттар монголлаштырылғандар, әммә сойот телен тергеҙеү буйынса саралар үткәрелә[16].

Тывалар Монголияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ Монголия территорияһында йәшәгән урянхай-мончактар һәм цаатандар ҙа сығышы буйынса тывалар. Дөйөм массаһында тывалар Монголияла Баян-Үләгәй, Увс, Сәләнгә һәм Хоуда райондарында йәшәйҙәр. үҙе, монголияла йәшәгән тувинец Баян-Улэгейский районы, Увс, Сэлэнгэ һәм Ховдинский.

Мончак-тывалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мончак-тывалар (урянхай-мончактар) Тыванан Монголияға 19 быуат уртаһында күсенгәндәр.

Цаатандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Цаатандар Монголияның төньяҡ-көнбайышында Дархад соҡоронда йәшәйҙәр. Башлыса болансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Традицион йәшәү торлаҡтары — урц (чум), улар унда йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр.

Тывалар Ҡытайҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы Алтай округында ҡытай тывалары йәшәй. Бында улар бик күп йылдар элек билдәһеҙ шарттарҙа күсенгән . Үҙҙәрен улар күк мончак йәки алтай тывалары тип исемләйҙәр. ә телдәрен — мончак. Ҡытай тывалары монгол урянхайҙарына яҡын Баян-Улгий аймағында йәшәй. Ҡытай тывалары күп кенә ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалған тип һанала, шул уҡ ваҡытта тываның үҙенлә тывалар күп кенә йолаларҙы юғалтҡандар[17]. Ҡытай тываларҙың күбеһе — буддасылар. Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. теүәл һаны билдәһеҙ. сөнки рәсми документтарҙа улар монгол тип иҫәпләнә. Һирәкләп тыва ғаиләләре Алтай, Бурчан, Хаба ҡалаларында осрай. Ҡытай тываларының фамилиялары юҡ, шәхси документтарында ҡәбилә-ырыуы күрһәтелмәй. Синьцяндағы тывалар тыуған саҡта бирелгән исемде һәм атаһының исемен йөрөтәләр. Улар араһында монгол, тыва һәм һирәгерәк ҡаҙаҡ исемдәре популяр. Бөтәһе ҡытайҙа туғыҙ тыва ҡәбиләһе бар: хойук, иргит, чаға-тыва, аҡ-soyan, ҡара-сал, ҡара-тоша, кызыл-soyan, танды һәм хойт. Тыва балалары монгол, ҡаҙаҡ һәм ҡытай мәктәптәрендә белем ала. Монгол мәкәтәптәрендә уларҙы иҫке монгол яҙыуына өйрәтәләр. Бындай мәктәптәрҙә тыва уҡытыусылары эшләй, ләкин ҡайһы берауылдарҙа тик ҡаҙаҡ мәктәптәре бар. Дини ритуалда ҡаҙаҡтарҙан үҙләштергән ҡалыи йолаһы үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡтар менән ҡатнаш никахтар юҡ тиерлек, монголдар менән айырмалы рәүештә никахтар йыш осрай.

Тываларҙың монголдар менән этник бәйләнештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тикшеренеүселәр фекеренсә, тываларҙың этник формалашыуында төп нигеҙҙе төрки, монгол һәм самодий ҡәбиләләре уйнай[18]. Күп быуаттар дауамында хәҙерге тываларҙың ата-бабалары Үҙәк Азия төрки-монгол күскеселәренең бер үк ҡәбилә һәм дәүләт берекмәләре менән тығыҙ контактҡа ингән[19]. Айырыуса тығыҙ бәйләнештәр тыва ата-бабалары һәм монголдар араһында 1207 йылда Монгол империяһы составына түбәс һәм тухас ҡәбиләләре ингәндән һуң барлыҡҡа килгән[20][21]. Тывалар составында мәркит (мәркут, мүркүт), мәкрин, мәнғат[22], тумат, салчак (салджиут)[23], харанут[24], цувдағ[25], шарнут[26], элджигин[27], галжан, моол кеүек һәм башҡа ырыуҙар осрай[28]

Ғәҙәттә тываларҙың дубо (тубал, тух) ата-бабалары боронғо төрки ҡәбиләләр менән тиңләштерелә[29]. Шул уҡ ваҡытта, д убо ырыуының монголдар менән тығыҙ этник бәйләнештәре бар, тигән фекер бар. Дуо ойхорҙарҙың төп нәҫелдәренең береһен тәшкил иткән[30], улар, үҙ сиратында, Н. Я Бичурин фекеренсә , боронғо монголдарҙы күҙәләндерә. Дуболарҙың монгол телле булыу вермүсияһын А. С. Шабалов та яҡлай[31].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тываларҙың боронғо ата-бабалары — Үҙәк Азияның төрки телле ҡәбиләләре, улар хәҙерге Тыва территорияһына яңы быуаттың 1-се меңъйыллығы урталары тирәһендә үтеп ингәндәр һәм бында кета телле, самодий телле һәм һинд-европа телле ҡәбиләләләр менән ҡушылғандар. Хәҙерге тываларҙың һәм Америка индеецтарының генетик яҡтан оҡшашлығы уларҙың башланғыс этапта Американы үҙләштереүҙә ҡатнашыуы ихтималлығына ишаралай[32]. Тыва традицион мәҙәниәтенең күп кенә үҙенсәлектәре иртә күсмә халыҡтар дәүеренә ҡарай, ул ваҡытта хәҙерге Тыва һәм уның менән сиктәш Саян-Алтай райондар территорияһында сак ҡәбиләләре (беҙҙең эраға тиклем VIII—III быуаттар) тереклек иткән. Был ваҡытта Тыва территорияһында ҡатнаш европеоид-монголоид тибындағы кешеләр йәшәгән, шулай ҙа улар араһында европеид һыҙаттары өҫтөнлөк ала. Хәҙерге европеоидтар байтаҡҡа киңерәк йөҙө менән айырылып торған. Ул ваҡытта Тывала йәшәгән ҡәбиләләрҙең ҡоралда, ат кәрәк-яраҡтарында һәм сәнғәт өлгөләрендә Причерномоье скифтары һәм Ҡаҙағстан, Саян-Алтай һәм Монголия ҡәбиләләре менән оҡшашлығы күҙгә ташлана. Улар күсмә малсылыҡҡа күсәләр һәм был шөғөл Тыва халҡының төп хужалыҡ эшмәкәрлек төрөнә әүерелә һәм 19451955 йылдарҙа ултыраҡ тормошҡа күскәнгә тиклем һаҡлана. Беҙҙең эраға тиклем I меңъйыллыҡ аҙағындағы хун экспансияһы шарттарында Тываның дала райондарына күсмә малсылыҡ ҡәбиләләре бәреп инә, улар урындағы скиф дәүеренән ҡалған халыҡтан айырылып тора, әммә Үҙәк Азия хундары менән яҡын булалар. Археологик мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡыттан алып урындағы матди мәҙәниәттең һәм халыҡтың антропологик тибының үҙгәреүе күҙәтелә, антропологик ҡиәфәте монголоид расаһы һыҙаттарын ала, шулай ҙа уларҙа әлегә тиклем европеид ҡушылмаһы күҙгә ташлана.

Я.б. т. I меңйыллыҡта Тываның таулы-көнсығыш өлөшөнә — элегерәк самодий, кета телле, тунгус ҡәиләләре көн күргән Саянға (хәҙерге Тоджин кожууны), уйғырҙарға туғандаш туба (ҡытай сығанаҡтарында дубо) төрки телле ҡәбиләләр үтеп инә. XIX быуатҡа ҡарата Көнсығыш Тываның төрки булмаған халыҡтары тулыһынса төркиләшә, ә туба (тыва) этнонимы бөтә тываларҙың дөйөм атамаһы булып китә.

Урта быуат осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрөк, Уйғыр һәм Ҡырғыҙ ҡағанаттары осоронда (VI-сы буаттан XII быуатҡа тиклем) теле ҡәбиләләре этногенетик процесатрҙа алдынғы ролде уйнай, улар һуңғараҡ Көньяҡ Себер ҡәбиләләренең йәшәү урындарын һәм уларҙың этник составын билдәләй. Тыва һәм, дөйөм алғанда, Саян-Алтай территорияһында төрки сығышлы абориген халыҡ йәшәй, ул теле, чики, аз, тубо, толанко, уйғыр, ҡырғыҙ һәм башҡа ҡәбиләләр инә. Ырыу-ара ығы-зығыға, өҙлөкһөҙ һуғыштарға, күсенеүҙәргә, ҡушылыуҙарға ҡарамаҫтан был ҡәбиләләр үҙ-үҙҙәрен һаҡлап ҡала.

Төкө һәм иң үҫешкән теле (уйғырҙар) ҡәбиләләренең дөйөм мәҙәниәт кимәле ул осор өсөн сағыштырмаса юғары булған, бының тураһында уларҙа руна яҙма һәм бөтә төрки халыҡтары өсөн яҙма теле булғанлығы дәлилләй.

Ул осорҙағы Тыва халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше башҡа күрше ҡәбиләләре һәм халыҡтарынан айырылмай. Күп кенә һыҙаттары бер нисә быуат дауамында әлеге ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған һәм тываларҙың боронғо тарихи ата-бабалары менән күсәгишлелеген һәм генетик бәйләнешен сағылдыра. Мәҫәлән, шаманлыҡ, 12-йыллыҡ йәенлк циклы календары, әлеге тиклем һаҡланып ҡалған йолалар, шулай уҡ төрки сығышлы географик атамалар һәм башҡалар. Тывалар мәҙәниәтендә һәм көнкүрешендә боронғо төрки һыҙаттары уларҙың ата-бабалары тыва халҡын булдырған этногенетик процестарҙа ҡатнашыуы шикләнергә урын ҡалмай.

1207 йылда Джучи (1228—1241) етәкселеге аҫтында монгол ғәскәрҙәр Байкалдан Хубсуғылға тиклем, Убсы-Нурҙан Минс соҡорона тиклем Көньяҡ себерҙә күн күргән урман халыҡтарын үҙенә буйһондора. "Йәшерен монгол хикәйәте"ндә күп кенә ҡәбиләләр телгә алына. уларҙың был исеменә теркәлгән «Серле монголдарҙың хикәйәте». Мәҫәлән, тываларҙы өйрәнгән Н. А. Сердобов һәм Б. И. Татаринцев ошо хикәйәттә осраған «оорцог», «ойин» йәки «хойин» («урман») этнонимдарына иғтибар итә.

«Ойин иргэн» (урман йәндәре), «ойин урянкат» (урман урянхаттары) этнонимдарҙа төрлө ҡәбиләләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең сағылышын күрергә була, уның һөҙөмтәһендә тыва халҡы барлыҡҡа килә. Прибайкальела йәшәгән ҡурыҡандар һәм дубо нәҫелдәре, Сынғыҙ хан баҫымы аҫтында төньяҡҡа китәләр һәм яҡут халҡын булдыралар. Яҡут халҡы вәкилдәре үҙҙәрен «урянхай-саха» тип атай, ә һуңғараҡ урман ҡәбиләләренән барлыҡҡа килгән тыва халҡы 1920-се йылдарға тиклем — урәнхайҙар, ә тыва ере — Үрәнхай крайы тип атала.

Тыва көнсығышында йәшәгән бик һуғышсан тумат-монголдар (түмәд), 1217 йылда монголдарға ҡаршы баш күтәрәләр, сыңғыҙ хан ебәргән ҙур армия менән аяуһыҙ һуғышалар. 1218 йылда ихтилалсылар баҫтырылғас, монголһалым йыйыусылар үҙҙәренең хакимдары өсөн түмәт ҡыҙҙарын талап итәләр. Тумәттәрҙе был талап бик ныҡ ғәрләндерә. Ихтилал ҡабаттан ҡабына, уға Йәнәсәй ҡырғыҙҙары теләктәшлек күрһәтә, улар монгол етәкселегенә ғәскәрҙәр биреүҙән баш тарталар. Бөтә Тываны, Минуса соҡорон һәм Алтайҙы ялмап алған ихтилалды баҫтырыу өсөн Сыңғыҙ хан Джучи етәкселегендәге ҙур армияны ебәрә. Армияның алғы сафтарын тәжрибәле Буха-нойон етәкләй, ул баш күтәреүселәрҙе аяуһыҙ баҫтыра, ҡырғыҙҙарҙы, хәнхәстәрҙе, теләньюларҙы, хойин-иргән ырыу төркөмдәрен, урасут, теленгут, куштеми һәм кем-кемджиут урман ҡәбиләләрен үҙен буйһондора.

XVII—XVIII быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Найман ханлығы бөлгөнлөккә төшкәндән һуң ҡайһы бер наймандар көнбайышҡа, хәҙерге Ҡаҙағстан далаларына киткәс, тывалар хәҙерге Монголияға киләләр. XVII быуат башында Монгол империяһы тарҡатылыуы бер нисә монгол ханлыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Кобдонан төньяҡтан Саян тиклемге, ә һуңынан көнбайыштағы Алтайҙан көнсығыштағы Хусығылға тиклем ерҙәргә Ойрат ханлығы составындағы тыва ҡәбиләләре хужа була.

Алтан хандары хакимлығы аҫтындағы тыва ҡәбиләләре хәҙерге Тыва территорияһында ғына түгел, ә Ковдоға тиклем көньяҡҡараҡ һәм Хубсығыл күленә тиклем көнсығышыраҡ күсмә тормош алып баралар.

Манчьжур ғәскәрҙәре джунгарҙарҙы еңгәндән һуң тыва ҡәбиләләре бүлгеләнәләр һәм төрлө дәүләттәр составына иәнәләр. Уларҙың төп өлөшө Джунгарияла тороп ҡала һәм хәрби хеҙмәт алып бара; мәҫәлән, 1716 йылда тыва ғәскәрҙәре джунгарҙар армия составында Тибетҡа рейдта ҡатнашалар. Тува һәм төрлө дәүләттәр составына ингән ҡәбиләләрҙең өҫтөнән еңеү һуң ғәскәр маньчжурия джунгара бүлгеләгән. Ҡала уларҙың төп өлөшө Джунгарияла, яуаплы хәрби йөкләмә; мәҫәлән, 1716 йылда тува джунгаров армияһы ғәскәрҙәре составында рейдта ҡатнашыусылар Тибет.

17551766 йылдарҙа Цин империяһы ғәскәрҙәре Жунғар ханлығын ҡыйратҡандан һәм юҡҡа сығарғандан һуң Тыва районындағы сик буйы режимы тулыһынса билдәләнә һәм Тыва Ҡытай императоры хакимлығы аҫтына эләгә.

Маньчжурия властары 1760 йылда Тывала хәрби-административ идара системаһын индерә, уның составына хошундар (удел кенәзлектәре), сумондар һәм арбандар инә. Сумон һәм арбан арат хужалыҡтарынан тора, улар, үҙ сиратында, 150 һәм 10 һыбайлыны тулы хәрби кейем менән тәьмин итергә тейеш була. Арбандар — сумондарға (роталар), сумондар дзаладарға (полктарға) берләшә; хошун дивизия йәки корпусты тәшкил итә.

Монгол хакимлығы аҫтындағы тыва ҡәбиләләре дала хоҡуғы аша идара ителәләр, уның рәсми нигеҙҙәре Сыңғыҙхандың «Их цаасы»,1640 йылғы «Монгол-ойрат закондары» һәм 1709 йылғы «Халха Джирум» (Халха Законы) рәсми йыйынтыҡтары булып тора. Элекке монгол закондарҙы иҫәпкә алып, манжурҙар, империя составына ингән бөтә ҡәбиләләргә ҡараған ҡарарҙар һәм закондарҙы бер йыйынтыҡҡа — "Тышҡы мөнәсәбәттәр палатаһы уложениеһы"на туплайҙар, әлеге йыйынтыҡ 1789 йылда баҫтырыла, артабан 1817 йылда манжур, монгол һәм ҡытай телдәрендә тулыландыра. Был йыйынтыҡ Юғары милексе, Цин династияһы императорының Тыва еренә һәм тываларҙың подданлығына мираҫлыҡ хоҡуғын раҫлай.

XIX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1860 йылғы Пекин килешеүе батша Рәсәйенә Төньяҡ-Көнбайыш Монголияла һәм Үрәнхай крайында тотҡарлаҡһыҙ рәүештә пошлинаһыҙ сауҙа алып барырға хоҡуҡ бирә һәм шуның менән тываның башҡа донъянан изоляцияһына нөктә ҡуя. Сауҙасылар Ҡытайға, Монголияға йөрөү, ирекле рәүештә һатыу, һатып алыу һәм төрлө тауарҙар менән алыш-биреш итеүгә хоҡуғын алалар, урыҫтар өсөн Тываға юлдар асыла.

1863 йылдан тывала үҙенең эшмәкәрлеген башлаған урыҫ сауҙагәрҙәре тулыһынса урындағы баҙарҙы үҙ ҡулдарына алалар.Һатып алыусылар асыҡтан-асыҡ сауҙа эштәрендә бер ҡатлы тываларҙы алдайҙар, бурыстарҙы таптырыу өсөн тыва чиновниктарын йәлеп итәләр. В. И. Дулов һанауынса, йыл һайын тывалар үҙенең малынан 10-15 % һата.

Сауҙасылар артынан крайға урыҫ крәҫтиән күскенселәре эйәрә, улар крайҙың хужалыҡ һәм социаль мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Бей-Хем, Олоғ-Хем, Каа-Хема, Хемчикта һәм Таңны-Ола буйлап улар 20-нән ашыу ҡасаба, ауыл һәм утарҙар төҙөй, меңләп дисәтинә ерҙәрҙе үҙләштерәләр, ашай торған һәм мал өсөн бойҙай үҫтерәләр, малсылыҡ һәм болансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Урыҫ ауылдары башлыса тайгаға яҡын уңдырышлы урындарҙа барлыҡҡа киләләр.

Рәсәй властарыТываларҙың үҙ ерҙәренән ҡыҫырыҡлап сығарыу буйынса күсенеү фонды сәйәсәтен хуплай, шуға күрә күсеп килеүселәр һәм урындағы халыҡ араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Тывалар сәселгән игенде, сабынлыҡтарҙы үртәй, малды урлай. Властарҙың был күренештәрҙең сәбәптәрен асыҡларға маташыуы ҡабаттан конфликтты тоҡандыра, сөнки ялыуҙарҙы тикшергән саҡта эштәр зыян күреүесләрҙең файҙаһына тамамлана.

Ҡытай сауҙагәрҙәре урыҫ сауҙагәрҙәрен артҡы плвнға ҡыҫырыҡлайҙар. Хөкүмәт яҡлауы менән һәм шулай уҡ сит ил капиталын (Англия, Америка) файҙаланып, ҡытай сауҙагәрҙәре тиҙ арала тыва баҙарына хужа булып алалар. Бығаса булмаған алдаҡсылыҡ һәм баҫым менән улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп малды һәм арат хужалығы проукттары үҙләштерәләр, арттарҙы бөлгөнлөккә төшөрәләр, Тыва иҡтисадын юҡҡа сығаралар, былар барыһы ла крайҙа Цин империяһы режимын ҡолатыуға булышылыҡ итә.

Ҡытай хакимлығы осоронда быға тиклем -үҙ-ара тарҡау булған ҡәрҙәш-ырыуҙар хәҙерге тыва территорияһында туплана һәм тыва халҡына нигеҙ һала.

XIII—XIV быуаттарҙа Тываға тибет буддизмы үтеп инә, манжурҙар осоронда тыва шаманлығы менән берләшә.Тыванан тыш, бер ҡайҙа буддизмдың һәм шаманлыҡтың симбиозы күҙәтелмәй. Будда сиркәүе шаманлыҡҡа ҡарата лояллек күрһәтә,тываларҙың боронғо йолаларына һәм ышаныуҙарына хөрмәт йөҙөнән шаманлыҡ яуыз һәм изге һауа аллаларын, йылға-урмандар хужаларын будда аллаларына ҡуша. Урындағы халыҡтың «шагаа» яңы йыл байрамына будда ламалары үҙенең «Будданың 16 мөғжизә байрамн» тәғәйенләй, әлеге байрам ваҡытында мәжүсиҙәрҙең ҡорбан салыу йолаларҙы үтәлә. Изге рух һаҡлаусыларға ғибәҙәт ҡылыу будда юғары аллаларынан алда үткәрелә.

XX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙе һәм Ҡытайҙы XVIII быуатта хәрби йәки тыныс юл менән алынған сиктәш биләмәләре яҙмышы борсой.

XX быуат башында рәсәй эшлекле даирәләрендә Үрәнхай крайы мәсьәләһе күтәрелә, сөнки әлеге край Рәсәй өсөн мөһим стратегик роль уйнай. 1903 йылдан алып 1911 йылға тиклем Үрәнхайҙы һәм уға сиктәш территорияларҙа хәрби-разведка һәм фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, экспедицияларҙы В. Попов, Ю. Кушелев, А. Баранов, В. Родевич етәкләй.

1911 йылғы Монгол милли революцияһынан һуң тыва йәмғиәте өс төркөмгә бүленә: ҡайһы берҙәре бойодороҡһоҙлоҡ яҡлы булалар, икенселәр — Монголия, ҡалдғандары Рәсәй составына инергә тәҡдим итәләр.

1912 йылдың ғинуарында амбын-нойон тәүгеләрҙән булып Рәсәй императорына ҡурсалау үтенесе менән мөрәжәғәт итә, һуңғараҡ уға хемчик камбы-лама Лопсан-Чамзы, нойон Буян-Бадыргы һәм башҡа хошундар хакимдары. Әммә батша властары, Европа һәм Ҡытай партнерҙары менән мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуынан ҡурҡып, мәсьәләне хәл итеү менән һуңлайҙар һәм 1944 йылдың 17 апрелендә батша ихтыяры иғлан ителә — Үрәнхаә крайын үҙ яҡлауы аҫтына алырға.

Үрәнхай крайы менән мәсьәлә өс дәүләт (Рәсәй, Ҡытай һәм Монголия) мөнәсәбәттәре тыва халҡының азатлыҡҡа һәм милли бойондороҡһоҙлоҡҡа юлын бик ныҡ ҡатмарлаштыра[32].

1921 йылдың 14 авгусында Таңны-Тыва халыҡ Республикаһы иғлан ителә. 1926 йылдан ул Тыва Халыҡ Республикаһы тип атала башлай. 1944 йылдың 13 октябрендә республика СССР-ға ҡушыла һәм РСФСР составына автономиялы өлкәһе булараҡ инә, 1961 йылда Тыва АССР-ы тип үҙгәртелә. 1991 йылдан — Тува Республикаһы, 1993 — Тыва Республикаһы.

Белем кимәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәй тываларының белем кимәле Рәсәй Федерацияһы халҡының дөйөм кимәленән күпкә түбәнерәк. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса тывалар араһында 9,4 % ҡына юғары йәки юғары белеменән һуңғы белемгә эйә (белем кимәлен күрһәткән 15 йәштән өлкәнерәк тыва милләтле 85816 кешенән 8078 кеше),[33]. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 2010 йылда дөйөм халыҡ иҫәбенән 23,4 % юғары белемгә эйә (белем кимәлен күрһәткән 15 йәштән өлкәнерәк кешеләр араһында)[34].

Генетика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тываларҙа Y-хромосомалы гаплотөркөмдәр[35]

Гаплотөркөм Осрау йышлығы % (N)
«Көнбайыш (N= 169)» «Үҙәк (N= 179)» «Көнсығыш (N= 71)» «Бөтәһе (N= 419)» «Төньяҡ-көнсығыш (N= 23)» «Көньяҡ-көнсығыш (N= 48)» «Көньяҡ (N = 27)»
С3* (хМ48, М77, М86) 3.6(6) 7.3 (13) 5.6(4) 5.48 (23) 4.3(1) 6.3(3) 3.6(1)
С3с (М48, М77, М86) 8.9 (15) 11.2 (20) 4.2(3) 8.7 (38) 4.3(1) 4.2 (2) 14.3 (4)
С3d (М407) 2.2 (4) 5.6(4) 1.9 (8) 8.4 (4) 3.6(1)
D (М15) 0.6(1) 0.2 (1) 3.6(1)
Е (М1) 0.6(1) 1.4 (1) 0.5 (2) 2.1 (1)
I1 (М253) 1.8(3) 0.6(1) 0.9 (4)
I2a1 (Р37) 0.6(1) 0.2 (1)
J* (хМ172, М287) 0.6(1) 0.2 (1)
J2a1b1 (М92) 0.6(1) 0.2 (1)
32* (хМ47, М67) 0.6(1) 0.2 (1)
N* (М231, хР43, М46, М178) 1.2 (2) 1.7(3) 1.4 (1) 1.4(6) 2.1 (1)
N1b (Р43) 24.9 (42) 27.9 (50) 18.3 (13) 24.3 (105) 13.0 (3) 20.8 (10) 39.3 (10)
N1c1 (М178) 28.4 (48) 12.8 (23) 8.5(6) 18.9 (77) 17.4 (4) 4.2 (2) 7.1 (2)
О* (хМ122, Р31) 0.6(1) 4.2(3) 0.9 (4) 6.3(3)
O2 (Р31) 0.6(1) 0.2 (1) 3.6(1)
ОЗа* (М122, хМ134) 4.7 (8) 1.7(3) 2.8 (2) 3.1 (13) 4.2 (2) 7.1 (2)
О3а3с1 (М117) 3.0(5) 2.2 (4) 2.1(9) 3.6(1)
О3а3с* (М134, хМ117) 1.2 (2) 1.4 (1) 0.7(3) 4.3(1)
Qа3 (М346) 11.8 (20) 9.4 (17) 25.6 (18) 13.9 (55) 30.4 (7) 22.9 (11)
R1b* (М269, хМ73) 0.6(1) 1.4 (1) 0.5 (2) 4.2 (1)
R1a1a (М17) 8.3 (15) 13.9 (25) 18.3 (13) 12.3 (53) 26.1 (6) 14.6 (7) 10.7 (3)
R1b1b1 (М73) 1.2 (2) 4.4 (8) 1.4 (1) 2.8 (11) 4.2 (1) 3.6(1)
Н НG 0.8276 ± 0.0157 0.8601 ± 0.0140 0.8620 ± 0.0212 0.8579 ± 0.0080 0.8221 ± 0.0447 0.8794 ± 0.0247 0.8405 ± 0.0576

Матди мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милли аш-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа халыҡтарҙағы кеүек тываларҙың аш-һыу нигеҙен ит һәм һөт ризыҡтары тәшкил итә. Иң билдәле ашамлыҡ — ҡан тултырмаһы — «Изиг-хан» (тыва теленән тәржемә иткәндә — «ҡайнар ҡан»).

Шулай уҡ тыва милли ризыҡ араһында боорзак (түңәрәк рәүешендәге ҡамыр аҙығы), далган (тәржемәһе «он», йәймә), тараа (ярма).

Алдан-Маадыр музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыва республикаһы милли музейы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыва соҡоро
  • Тыво-тожилар
  • В. Кок-оол исемендәге Тыва музыкаль-драматик театры
  • Тубалар
  • Туба (Йәнәсәй йылға)
  • Тубалартеле
  • Тофалар
  • Тофалар теле
  • Тобо Хан
  • Тёёлёс

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антология народной музыки. Тувинская музыка (аудио) 2019 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Устар. назв. тувинцев, населявших Туву, в отличие от тувинцев, живших за её пределами.
  2. 2,0 2,1 Анайбан Зоя Васильевна, Маннай-оол Монгуш Хургул-оолович Происхождение тувинцев. История вопроса
  3. Карелина Е. К. История тувинской музыки от падения династии Цин и до наших дней: исследование. Дата обращения: 12 июль 2015. Архивировано 13 июль 2015 года. 2015 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
  4. Н. А. Аристов Заметки об этническом составе тюркских племен и народностей и сведения об их численности. 1896
  5. Григорий Николаевич Потанин «Очерки Северо-Западной Монголии» 1883
  6. Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав населения Российской Федерации
  7. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
  8. Тувинцы Китая (на сайте Министерства культуры Республики Тыва)(недоступная ссылка)
  9. Демоскоп Weekly.
  10. Демоскоп Weekly.
  11. Демоскоп Weekly.
  12. Демоскоп Weekly.
  13. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
  14. Приложение Демоскопа Weekly
  15. В Москве прошел конкурс «Дангына и Тажы 2016» » Полномочное представительство Республики Тыва в г. Москве. www.pprt17.ru. Дата обращения: 14 август 2016. Архивировано 20 август 2016 года.
  16. 16,0 16,1 Тувинцы Российской Федерации. Глава «Тофалары и сойоты: судьба отколовшихся частей этноса». М. В. Монгуш. 2010. Дата обращения: 18 февраль 2013. Архивировано 25 май 2014 года. 2014 йылдың 25 май көнөндә архивланған.
  17. Китайские тувинцы называют историческую родину Тывастаном
  18. Анайбан З. В., Маннай-оол М. Х. Происхождение тувинцев. История вопроса // Новые исследования Тувы. — 2013. — № 3. — С. 19—37.
  19. Хертек Любовь Кенденовна. Тувинско-монгольские связи и отношения в период тувинской Народной Республики // Новые исследования Тувы. — 2016. — № 3 (31).
  20. Сокровенное сказание монголов. § 239. Перевод С. А. Козина.
  21. История Тувы. Тува в эпоху империи Чингисхана и его преемников / Под общей редакцией С. И. Вайнштейна и М. Х. Маннай-оола. — Издание второе, переработанное и дополненное. — Новосибирск: Наука, 2001. — С. 154—173.
  22. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 112. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  23. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 170. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  24. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 202. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  25. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 247. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  26. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 256. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  27. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 263. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  28. Нанзатов Б. З. Этнический состав и расселение народов Монгольского Алтая и Прихубсугулья в начале XX века // Известия Иркутского государственного университета. Серия: Геоархеология. Этнология. Антропология. — 2013. — № 2. — С. 138—151.
  29. Маркус С. В. Тува: словарь культуры. — Академический проект, 2006. — С. 6, 670. — 830 с. — ISBN 978-5-902358-93-0.
  30. Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. — Москва-Ленинград: Академия наук СССР, 1950. — С. 238.
  31. Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 83—152. — 248 с.
  32. 32,0 32,1 История России. Всемирная, мировая история — История Тувы
  33. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/Documents/Vol4/pub-04-13.pdf 2016 йылдың 30 март көнөндә архивланған. С. 926
  34. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/Documents/Vol3/pub-03-01.pdf 2016 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған. С. 6
  35. http://www.medgenetics.ru/UserFile/File/Doc/Evolution%20Doc/Kharkov-Genetika-2013-49(12)-1416-1425-Y-Tuva.pdf

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]