Рытхэу Юрий Сергеевич

Ю́рий Серге́евич Рытхэ́у (чук. Рытгэв; 8 март 1930 йыл — 14 май 2008 йыл) — совет, Рәсәй һәм чукот яҙыусыһы, тәржемәсе, сценарист.

Донъялағы иң билдәле чукча, Төньяҡ халыҡтары тарихында бөтә донъяға билдәле берҙән-бер яҙыусы. Барлыҡ әҫәрҙәрен тыуған Чукоткаһына арнаған. Улар бик күп телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә баҫтырылған. Германияла ғына Рытхэу китаптарының тиражы 250 мең дананан ашыу[7].

Авторҙың иң билдәле әҫәрҙәренән — «Самые красивые корабли», «Сон в начале тумана» романдары һәм «Когда уходят киты», «След росомахи» повестары.

Биографияһы

Юрий Рытхэу 1930 йылдың 8 мартында Алыҫ Көнсығыш крайының (хәҙер Чукотка автономиялы округы) Уэлен ҡасабаһында тыуа[8]. Атаһы — һунарсы, олатаһы XX быуат башында Нью-Йоркта булып, зоопаркта эшләгән шаман була. Ул «типик төньяҡ ҡырағайын» һүрәтләп, ситлектә ултыра һәм хатта Америкаға күсеү тураһында уйламай ҙа. Ул бик уҡымышлы була: русса, инглизсә уҡый-яҙа[9]. Интервьюһында яҙыусы: «Олатайым Чукотканың иң көслө шамандарының береһе булды, мин уны бик яҡшы иҫләйем һәм шамандың кем икәнен беләм. Тәү сиратта ул урындағы энциклопедист, белем һаҡсыһы»[10], — ти.

Ата-әсәһе улын Рытгэв тип атай, руссаға тәржемә иткәндә «онотолған» тигәнде аңлата[11]. Был исемде ул паспорт алғанға тиклем йөрөтә. Документта исемен, атаһының исемен русса күрһәтә, ә Рытхэу фамилия булып ҡала[7]. Легендаларҙың береһе буйынса, егеткә паспорт эшләгән майор Юрий Сергеевич була һәм ул үҙенең исем-шәрифен йәш чукча егете менән уртаҡлашырға ҡаршы булмай[10]. Икенсе версия буйынса Рытхэуҙың таныш геологын шулай атап йөрөткәндәр[7][9].

Мәктәп йылдарынан уҡ Рытхэу Ленинградтағы Төньяҡ халыҡтары институтында уҡырға хыяллана һәм ҡасабала ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас та хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләй, әммә уға, йәше етмәгәнлектән, уҡыу йортона йүнәлтмә бирмәйҙәр[10][12]. Ул уҡырға үҙ аллы инергә ҡарар итә, әммә юлға аҡсаһы булмай. Аҡса эшләү өсөн Рытхэу гидробазаға — геология экспедицияһына эшсе булып урынлаша, йөк ташыусы була, Берингов диңгеҙенә матрос булып сыға, диңгеҙ хайуандарына һунарҙа ҡатнаша[12].

Ленинградҡа юлда Анадырҙа туҡтай һәм Анадырь педагогия училищеһына уҡырға инә. «Советская Чукотка» округ гәзитендә мәҡәләләр баҫтыра. Шунда уҡ студенттарҙың Ленинград ғалимы, ул ваҡытта лингвистика экспедицияһы етәксеһе Петр Скорик менән осрашыуы була[12][13].

1949 йылда башлап яҙыусы А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының филология факультеты студенты булып китә. Студент йылдарында төрлө баҫмалар, шул иҫәптән «Огонёк», «Молодой мир», «Дальний Восток», «Смена» йәштәр гәзите һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә[12]. 1953 йылда «Люди нашего берега» тип аталған беренсе китабын сығара, уның тышында исеме ҡуйылмай, Рытхэу фамилияһы ғына була[9]. Бер йылдан уны СССР Яҙыусылар берлегенә алалар. Тағы ике йылдан һуң, 1956 йылда Магаданда «Чукотская сага» хикәйәләр йыйынтығы сыға, ул авторҙы совет ҡына түгел, сит ил уҡыусылары араһында ла популяр итә[12]. Сит ил телдәрендәге әҙәбиәт нәшриәтендә инглиз телендә «Старый Мэмыль смеётся последним» тип аталған беренсе йыйынтығы сыға һәм мәҙәни сәйәсәт буйынса уны сит илдә тараталар. Һөҙөмтәлә яҙыусы Эрнест Хемингуэйҙан: «Так держать, Рытхэу!» — тигән телеграмма ала[9].

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш яҙыусы йүнәлтмә буйынса Магаданға китә һәм «Магаданская правда» гәзитендә эшләй. Һуңғараҡ Ленинградҡа ҡайта, әммә йыл һайын тыуған крайына ҡайтмай ҡалмай[7]. 1960 йылдарҙа ул СССР-ҙың популяр яҙыусыларының береһе була. Повестар һәм хикәйәләр яҙа, һәр ике йыл һайын романдар сығара[14].

1967 йылда Рытхэу совет делегацияһы составында барлыҡ яҙыусылар съезында, бик күп халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнаша, сит илдәргә йөрөй. Төрлө комиссиялар, Арктика буйынса комиссия ағзаһы була, ЮНЕСКО-ла эшләп өлгөрә. Уны бер нисә тапҡыр, инглиз телендә иркен һөйләшкәс, лектор сифатында Америка университетына саҡыралар[12].

undefined

СССР тарҡалғандан һуң яҙыусының китаптары тыуған яғында сығарылмай башлай, һәм ул Нью-Йоркҡа күсенеү, National Geographic менән контракт төҙөү тураһында етди уйлана башлай. Барыһы ла ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматов менән осращыуҙан һуң үҙгәрә. Дуҫы уны Швейцария нәшриәтсеһе Люсьен Лейтесс менән таныштыра. Һөҙөмтәлә Рытхэуҙың китаптары сит илдә сығарыла башлай һәм ҙур популярлыҡ яулай. Германияла, Францияла һәм Японияла 100-әр меңлек тираждары сыға[15].

Бары тик 2000 йылдарҙа ғына Чукотка автономиялы округы губернаторы Роман Абрамович аҡсаһына Рытхэуҙың китаптары Рәсәйҙә бәләкәй генә тираждар менән нәшер ителә, әммә улар һатыуҙа булмай, сөнки барлыҡ тираж Чукотка автономиялы округына сығарыла[16]. Яҙыусының һуңғы әҫәре — «Дорожный лексикон» — 2010 йылда донъя күрә[12].

Ю. С. Рытхэу 2008 йылдың 14 майында Санкт-Петербургта оҙайлы ауырыуҙан (миелома) һуң вафат була. Комаров зыяратында, ҡатыны эргәһендә ҡуйыла[13][12].

Ғаиләһе

Буласаҡ ҡатыны Галина менән Юрий студент йылдарында таныша. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә[17].

Ижады

Юрий Рытхэуҙың барлыҡ ижады уның халҡы вәкилдәре — чукчалар тормошо менән бәйле:

  • «Люди нашего берега» (1953), «Имя человека» (1955), «Чукотская сага» (1956), «Прощание с богами» (1961) хикәйәләр тупланмалары, тотош быуын торошон һүрәтләгән автобиографик трилогия;
  • «В долине Маленьких Зайчиков» (1962), «Айвангу» (1964), «Ленинградский рассвет» (1967), «Самые красивые корабли» (1967), «Сон в начале тумана» (1970), «Иней на пороге» (1971), «Белые снега» (1975), «Конец вечной мерзлоты» (1977), «Магические числа» (1986), «Остров надежды» (1987), «Интерконтинентальный мост» (1989), «В зеркале забвения» (2001), «Чукотский анекдот» (2002), «Скитания Анны Одинцовой» (2003), «Последний шаман» (2004), «Под Созвездием Печали» (2007) романдары;
  • «Нунивак» (1963), «Волшебная рукавица» (1963), «Анканау» (1964), «Голубые песцы» (1964), «Вэкэт и Агнес» (1972), «Метательница гарпуна» (1973), «Дорога в Ленинград» (1974), «Полярный круг» (1977), «След росомахи» (1977), «Тэрыкы» (1980), «Ирвытгыр, или Повесть-путешествие во времени и пространстве по Берингову проливу» (1980), «Прямо в глаза…» (1985), «Зов любви» (1986), «Путешествие в молодость, или Время красной морошки» (1991), «У Оленьего озера» (1991), «Унна» (1992), «Под созвездием печали» (2007) повестары;
  • очерктар, балалар өсөн «Медвежий компот» шиғырҙар йыйынтығы (1965);
  • «Мария Милюнэ» (1985) героик драмаһы, «Месячник трезвости» (1986) лирик комедияһы;
  • «Самые красивые корабли» (1967), «След росомахи» (1978), «Когда уходят киты» (1981) фильмдарына кино сценарийҙары;
  • «Дорожный лексикон» («Моржовые зубы», 2008) автобиографик прозаһы.

Юрия Рытхэу әҫәрҙәре элекке СССР республикаларының бик күп халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына композитор Эдуард Артемьев «Тепло Земли» вокаль-инструменталь сюита яҙа[13].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Экранизациялары

  • 1973 — «Самые красивые корабли» (режиссёр — Ниточкин Анатолий Дмитриевич)
  • 1978 — «След росомахи» (режиссёр — Кропачёв Георгий Борисович)
  • 1981 — «Когда уходят киты» (режиссёр — Ниточкин Анатолий Дмитриевич)
  • 1994 — «Сон в начале тумана» (режиссёр — Халзанов Барас Цыретарович)[21]

Ҡатнашҡан фильмдары

Уйын киноһы

  • 1973 — «Самые красивые корабли» — Мрэн, Вэкеттың ағаһы[21]

Документаль кино

Телевидение

  • 1982 — «Клуб путешественников: Путешествие по Чукотке», СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһы[24]

Хәтер

Файл:Памятник Рытхэу.JPG
Рытхэу һәйкәле
  • Чукотка губернаторы Александр Назаров 1998 йылда Рытхэу исемендәге ғүмерлек әҙәби премия булдыра. Һуңынан ул ике йылға бер (ике этаптан тора) Төньяҡ әҙәбиәтселәре төбәк-ара конкурсы һөҙөмтәләре буйынса «Проза», «Шиғриәт», «Публицистика» номинацияларында тапшырыла. Һуңынан «Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбәите», «Төньяҡтың, Себерҙең һәм Алыҫ Көнсығыштың аҙ һанлы ерле халыҡтарының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау» номнациялары өҫтәлә. Лауреаттарға аҡсалата премия, морждың ҡаҙыҡ тешенән эшләнгән статуэтка тапшырыла. Аҡсалата күләме — 30 мең һум[25][26][27]. Яҙыусы үҙе тере саҡта жюриҙың почётлы рәйесе була һәм наградаларҙы Анадырҙа үҙе тапшыра[7].
  • Марттың өсөнсө йәкшәмбеһе — Төньяҡ халыҡтары әҙәбиәте көнө («Төньяҡ халыҡтары әҙәбиәте көнө» фестивале). Рытхэу исемендге премия ошо көндә тапшырыла[28][26].
  • 2011 йылда Анадырь уртаһында Ленин һәйкәле урынында Юрий Рытхэуға бронза һәйкәл ҡуйыла (скульпторы — Александр Рукавишников)[15].
  • 2019 йылдың 31 майында Анадырҙың халыҡ-ара аэропортына Ю. С. Рытхэу исеме бирелә[15].

Иҫкәрмәләр

  1. Рытхэу Юрий Сергеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 1 2 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. http://www.survival-international.org/news/3315
  4. 1 2 3 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. 1 2 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118876155 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  6. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  7. 1 2 3 4 5 Татьяна Барлас. Юрий Рытхэу. Живое наследие. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
  8. Рытхэу Ю. С. Дорожный лексикон (Моржовые зубы). — СПб.: Журнал «Звезда», 2010. — 520 с. — С. 113.
  9. 1 2 3 4 Чукотский мир Юрия Рытхэу. Живая история (4 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
  10. 1 2 3 Илья Строгов. Тот, чье имя не осталось скрытым. Жизнь и судьба Юрия Рытхэу. Санкт-Петербургские ведомости (27 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.
  11. Т. А. Молл, П. И. Инэнликэй. Чукотско-русский словарь. — Л.: Государственное учебно-педагогическое издательство министерства просвещения РСФСР. Ленинградское отделение, 1957. — С. 122. — 194 с.
  12. 1 2 3 4 5 6 7 8 Рытхэу Юрий Сергеевич. Ассоциация коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
  13. 1 2 3 Скончался известный чукотский писатель Юрий Рытхэу. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024. Архивировано 15 май 2008 года.
  14. 1 2 Биография Юрия Сергеевича Рытхэу. Литературный конкурс им Ю. С. Рытхэу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
  15. 1 2 3 4 Михаил Котомин. Самый экологичный писатель: к 90-летию Юрия Рытхэу. Горький Медиа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
  16. Юрий Рытхэу: «Анекдоты про чукчу несмешные!» Центр поддержки отечественной словесности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024. Архивировано из оригинала 20 май 2008 года.
  17. 1 2 Всемирно известному литератору Юрию Рытхэу 8 марта исполнилось бы 90 лет. Магаданская правда (8 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
  18. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 марта 1980 года № 1708—Х «О награждении писателя Юрия Рытхэу (Рытхеу Ю. С.) орденом Дружбы народов» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 12 (2034) от 19 марта 1980 года. — Ст.216.
  19. Prix RFI-Témoin du monde. Архивная копия от 25 март 2016 на Wayback Machine prix-litteraires.net
  20. Постановление Законодательного Собрания Санкт-Петербурга от 02.03.2005 N 83
  21. 1 2 Юрий Рытхэу. Фильмография. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
  22. Искусство России (1982). Net-Film.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
  23. Я есть (1992). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
  24. Чукотка. Клуб путешественников (1982). Советское телевидение. Гостелерадиофонд (3 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2024.
  25. Распоряжение администрации Чукотского автономного округа от 30.12.1998 № 256-рз «О создании конкурсной комиссии по присуждению литературной премии им. Ю. С. Рытхэу».
  26. 1 2 О межрегиональном конкурсе литераторов Севера на соискание премии Ю.С. Рытхэу, Постановление Губернатора Чукотского автономного округа от 20 марта 2000 года №61. Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
  27. О проведении открытого конкурса на соискание литературной премии им. Ю.С. Рытхэу, Постановление Губернатора Чукотского автономного округа от 20 мая 2002 года №35. Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
  28. Постановление администрации Чукотского автономного округа от 28.11.1997 № 282 «О Дне литературы Чукотки».

Тема буйынса өҫтәмә