Искәндәриә китапханаһы
Искәндәриә китапханаһы | |
---|---|
31°12′32″ с. ш. 29°54′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Адресы | Искәндәриә |
Нигеҙләнгән | 2002 |
Фонд | |
Фонд күләме | 500 мең асыҡ фондта һәм 7,5 млн келәттә[1] |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор | Исмаил Сараджуддин |
Веб-сайт | www.bibalex.org |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Александрина китапханаһы йәки Яңы Искәндәриә китапханаһы (ғәр. مكتبة الإسكندرية الجديدة) — Мысырҙа, Урта диңгеҙ ярындағы Искәндәриә ҡалаһындағы китапхана һәм мәҙәни үҙәк. Боронғо емерелгән Искәндәриә китапханаһы урынында төҙөлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1970 йылда Искәндәриә университетының профессорҙар төркөме боронғо Искәндәриә китапханаһы урынына яңыһын төҙөргә тигән фекергә килә. 1980 йылдарҙа Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәктең һәм ЮНЕСКОның ризалығын алырға өлгәшәләр.
1988 йылда төҙөлөш өсөн ер һатып алына, һәм китапхананыңтәүге нигеҙ ташы һалына. Төҙөү сәнғәте буйынса конкурста Норвегияның төҙөү сәнғәте бюроһы Snøhetta (инг.)баш. һәм австрия архитекторы Кристоф Капелланың проекты еңеп сыға. Төҙөлөш өсөн Snøhetta етәкселегендә Англия һәм Италия төҙөлөш компаниялары консорциумы ойошторола.
Китапхана өсөн финанс мәсъәләһе Асуанда үткән конференцияла ҡарала. Ираҡ, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре 65 млн доллар аҡса бүләләр. Египет 120 млн доллар аҡса ҡуша. Тағын 26 ил тарафынан 27 млн доллар өҫтәлә. ЮНЕСКО-ла финанслауҙа ҡатнаша.
Төҙөлөш 1992 йылда башлана, 1995 йылдан ныҡлы ҡолас ала һәм 2001 йылда тамамлана. 2002 йылдың 16 октябрендә күп илдәрҙең етәкселәре ҡатнашлығында китапхананы тантаналы асыла.
Китапхананың һәм бинаһының үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Китапхана 8 млн китап һыйҙыра ала. Төп уҡыу залының майҙаны 70 000 м², төрлө кимәлдәге 11 һикәлтә(каскад) рәүешендә эшләнгән. Конференц-үҙәк, балалар, үҫмерҙәр һәм һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, өс музей (ҡомартҡылар, ҡулъяҙмалар һәм Әнүәр Садатҡа арналған), дүрт сәнғәт галерияһы, планетарий, ҡулъяҙмаларҙы реставрациялау өсөн лабораторияһы бар.
Бинаның төҙөлөше бик үҙенсәлекле. Көньяҡ символикаһына нигеҙләнеп эшләнгән. Көньяҡтан бейегерәк, төньяҡҡа ауышыраҡ, ҡояш дискына оҡшатып төҙөлгән. Ҡыйыҡтың төньяҡҡа ауыш яғынан быяла япмалары аша яҡтылыҡ төшөп тора[3].
Төп уҡыу залы 32 метрлы быяла ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Ҡыйыҡ үҙе диңгеҙгә түңкәрелгән ҡояш сәғәте, рәүешендә. Диаметре 160 м. Диуары асуан граниты менән көпләнгән. Ә уның өҫтәнә 120 яҙыу системаһы өлгөләре ырылған (графема).
Китап һаҡлағыс келәттәре ер аҫтында урынлашҡан.
Унда китаптарҙы, һәр төрлө яҙмаларҙы һауалағы диңгеҙ тоҙҙарының емергес тәъҫиренән һаҡлау өсөн бөтә саралар ҡаралған.
Диңгеҙ елдәренән һаҡлау өсөн бина өҫтәлмә диуар менән ҡапланған.[4].
Александрина китапханаһында бөтә ер йөҙөнән йыйылған хеҙмәттәр тупланған.
Испандарҙың маврҙар дәүеренә ҡараған документтар тапшырған.
Франция Суэц каналы төҙөлөшенә ҡараған документтар биргән.
Китапханала Интернет архивы урынлашҡан.
Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта директор — Исмаил Сираджеддин (инг.)баш.. Ул тикшереү институттары һәм музейҙары берләшмәләренең директорҙәр советын етәкләй. Нидерландала Вагенинген университеты профессоры булып тора.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Искәндәриә китапханаһы
- ↑ Collection Overview — Organization — About the BA Libraries — Bibliotheca Alexandrina
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Thomas Fagernes. Snøhetta. Архитектурное бюро, Норвегия. Лекция Томаса Фагернеса, партнёра бюро и Senior Architect в Snøhetta (рус.), BLUEjeansWITHblueCORNFLOWERS.blogspot.com (November 28, 2012). 10 апрель 2013 тикшерелгән.
- ↑ Володин Б. Всемирная история библиотек. — 2-е, доп. — СПб.: Профессия, 2004. — С. 43. — ISBN 5-93913-073-9.