Ҡалмыҡтар

Ҡалмыҡтар (ҡалм. хальмг, хальмгуд, монг. халимаг) — Ҡалмыҡ Республикаһының төп халҡы. Дөйөм һаны — 200 мең кеше. Милли теле — монгол төркөмөнөң ҡалмыҡ теле.

Айырыу

undefined

Ҡалмыҡтар Ҡалмығстандың төп халҡы. Ҡалмыҡтар һаны 1989 йылда Ҡалмыҡ Республикаһында 162 740 кеше. Ҡалмыҡтарҙең ҙур ғына ойошмалары Рәсәйҙә (Астрахан өлкәһендә 6 624 кеше, Мәскәүҙә: 3 996 кеше, Волгоград өлкәһендә 1 576 кеше, Санкт-Петербургта 1 283 кеше), Ҡырғыҙстанда (12 000 кеше) һәм Ҡаҙағстанда (422 кеше) йәшәй. Башҡортостанда 70 ҡалмыҡтар йәшәй.

undefined
undefined
undefined

Дин

undefined

Диндарҙарҙың күпселеге буддистар, бер өлөшө православие динен тота.

Теле

Ҡалмыҡ теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, ҡалмыҡтар күпселеге ҡалмыҡ һәм урыҫ телдәрен белә.

Әҙәбиәт

  • Кузеев Р. Г. Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. М., 1984;
  • Проблемы этногенеза калмыков. Элиста, 1984.

Сығанаҡтар