Чукот диңгеҙе
Чукот диңгеҙе — Төньяҡ Боҙло океан ситенде Чукотка һәм Аляска ярымутрауҙары араһында урынлашҡан. Көнбайыштан Лонга боғаҙы аша Көнсығыш себер диңгеҙе менән тоташҡан. Көньяҡтан Беренг боғаҙы аша Тымыҡ океандың Берингов диңгеҙе менән тоташҡан.
Физик-географик урыны
Майҙаны 589 600 км². 50 м-ҙан әҙерәк тәрәнлек төбөнөң майҙанының 56 % тәшкил итә. Иң ҙур тәрәнлек 160 метр. Һыу температураһы йәй көнө 4—12 °C, ҡышын −1,6 — −1,8 °C.
Яры телгеләнмәгән. Диңгеҙ ҡултыҡтары: Колючин ҡултығы, Коцебу ҡултығы, Шишмарёв бухтаһы (Чукот автономиялы округы). Октябрь-ноябрьҙан май-июньгә тиклем диңгеҙ боҙ менән ҡапланған. Чукот диңгеҙенә Амгуэма һәм Ноатак йылғалары ағып төшә.
Чукот диңгеҙе аша Төньяҡ юл трассаһы үтә.
Диңгеҙҙәге утрауҙар: Врангел утрауы, Геральд утрауы, Колючин утрауы.
Балыҡсылыҡ: (еҙмыйыҡ (голец), поляр треска), промысел тюлень, нерпа.