Кәлиматов Мәхмүт-Әли Мәкшәрип улы

Кәлиматов Мәхмүт-Әли Мәкшәрип улы (ингуш. Келматнаькъан Макшарипа Махьмуд-Ӏаьла[1][2]; 9 апрель 1959) — Рәсәй сәйәси эшмәкәре, юрист.

2019 йылдың 8 сентябренән Ингуш Республикаһы Башлығы (2019 йылдың 26 июненән 8 сентябренә тиклем Ингуш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы).[3].

Биографияһы

Мәхмәт-Әли Кәлимәтов 1959 йылдың 9 апрелендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Алма-Ата өлкәһе Каскелен районының Чемолган ауылында тыуған.

1977 йылдың апреленән 1979 йылға тиклем Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хәрби хеҙмәтен үтәй.[4].

1989 йылда Куйбышев (хәҙерге Һамар) дәүләт университетының юридик факультетын «Хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса тамамлай, юрист.

1984—1990 йылдарҙа Куйбышев ҡалаһында (хәҙерге Һамар ҡалаһы) ВЛКСМ һәм КПСС район комитеттарында эшләй.

1990 йылдан Куйбышев өлкәһе прокуратураһы органдарында хеҙмәт итә, район прокуратураһы тәфтишсеһе вазифаһынан башлай.

1990—1992 йылдарҙа Куйбышев ҡалаһы Киров районы прокуратураһында стажер, тәфтишсе, өлкән тәфтишсеһе, Һамар өлкәһе прокуратураһының тәфтиш бүлегенең өлкән тәфтишсеһе вазиларында эшләй.

1992—1998 йылдарҙа Һамар өлкәһе прокуратураһының дөйөм күҙәтеү бүлеге прокуроры, прокурор урынбаҫары, Һамар ҡалаһы Киров районы прокуроры.[4]

1997—2003 йылдарҙа Һамар ҡалаһы прокуроры.

2003 йылдың ғинуарынан 2004 йылдың авгусына тиклем — Һамар өлкәһе прокурорының беренсе урынбаҫары.

2004 йылдың авгусында РФ Генераль прокуроры бойороғо менән Ингуш прокуроры итеп тәғәйенләнә.

2007 йылда Һамар өлкәһе губернаторының контроль департаментын етәкләй.[4]

2012 йылдан Һамар өлкәһе губернаторы кәңәшсеһе булып эшләй.[4]

2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министры бойороғо менән тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең һамар өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә.

Ингуш Республикаһы Башлығы

2019 йылдың 26 июнендә Ингуш Ремпубликаһы Башлығы Юнус-Бек Евкуров ваҡытынан алда отставкаға киткәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Мәхмүт-Әли Кәлиматовты Ингуш Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй.[5]

2019 йылдың 8 сентябрендә Ингуш Республикаһы Халыҡ йыйылышында Президент Путин тәҡдим иткән өс кандидат, Мәхмүт-Әли Кәлиматов, Урусхан Евлоев һәм Магомед Зурабов, буйынса тауыш биреү үтә. 31 депутат, шуларҙың 27-Һе Кәлиматов өсөн тауыш бирә, ул 5 йылға Ингуш Республика Башлығы итеп һайлана.[6]

Класс чины

Рәсәй Федерацияһының 2 се класлы дәүләт советнигы 3-сө класлы дәүләт юстиция советнигы (2007 йылдың 30 июле)[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре.

Санкциялар

2022 йылдың 30 ноябрендә Бөйөк Британия Кәлиматовты санкция исемлегенә индерә.[8].

2023 йылдың 24 февралендә АҠШ дәүләт департаменты тарафынан санкция исемлегенә индерелә.[9][10]

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике улы бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Якуб Султыгов. «Келматанаькъан Махьмуд-Iаьлас ГIалгIайчен студенташ даькъалбийцар къоналла, хьаькъала цIайца» // Сердало : газет. — 2022. — 25 ғинуар.
  2. Сайт парламента РИ
  3. Калиматов назначен врио главы Ингушетии // Кавказский узел. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2019. Архивировано 27 июнь 2019 года.
  4. 1 2 3 4 Глава Росприроднадзора по Самарской области назначен врио главы Ингушетии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2019. Архивировано 9 август 2019 года.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 26.06.2019 № 298 «О досрочном прекращении полномочий Главы Республики Ингуш». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2019. Архивировано 25 октябрь 2019 года.
  6. Народное собрание Ингушетии избрало Калиматова главой республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2019. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 30.07.2005 г. № 884 «О присвоении классных чинов работникам органов прокуратуры Российской Федерации»
  8. Русская служба The Moscow Times. Британия ввела санкции против Мантурова, Памфиловой и 10 губернаторов. Русская служба The Moscow Times (30 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2023.
  9. The United States Takes Sweeping Actions on the One Year Anniversary of Russia’s War Against Ukraine. United States Department of State (24 февраль 2023).
  10. Госдеп США ввел санкции против глав Кубани и Адыгеи. Коммерсантъ (24 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2023.