Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы
Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (рус. Мухаметшин Урал Гумерович; 1953 йылдың 27 феврале, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2016 йылдың 30 декабре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006). РФ Рәссамдәр союзы ағзаһы(2082)[1][1].
Биографияһы
У. Ғ. Мөхәмәтшин 1953 йылдың 28 февралендә[2] Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Ағаһы менән һәр йәйҙе Ҡандра ҡасабаһында өләсәһе янында үткәрә. Һуңыраҡ ошонда уҡ «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» (2008) һәм «Атай портреты» картиналарын ижад итә[3].
1980 йылда Өфө сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай (педагогтары — В. Я. Батищев, Р. М. Нурмөхәмәтов)[2].
Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән[3].
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана[1].
Картиналары
«Ҡандрала сентябрь», 1986; «Ғаилә. Һабантуй», 1987), портреттар («Башҡорт ҡыҙы», 1980; «„Вулкан“ колхозын ойоштороусы К.Вәлитов», 1985), пейзаж композициялары («Бала саҡ хәтирәләренән», 1989; «Ҡайтыу», 2005), натюрморттар («Йәй аллегорияһы» серияһынан, 1989—90) авторы. «Ҡ.С.Дәүләткилдеев портреты» (1981), «Мифтахетдин Аҡмулла» (1982), «Шағир һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Башҡортостан, 19 быуат» (2007) һәм башҡалар[2][3].
Күргәҙмәләре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Мухаметшин Урал Гумерович. РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Мухаметшин Урал Гумерович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ 1 2 3 В Уфе ушел из жизни заслуженный художник Башкортостана Урал Мухаметшин. ИА «Башинформ» (1 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.