30 декабрь
30 декабрь (рус. 30 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 364-се көнө (кәбисә йылында 365-се). Йыл тамамланыуға 1 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 12-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 41 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 56 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 14 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Аш содаһы көнө.
- Бекон көнө.
Мадагаскар: Республика көнө.
СССР: Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР ойошторолған көн.
тулы исемлек
- 1927 йыл: Токиола Япониялағы тәүге метроның беренсе линияһы асыла.
- 1941 йыл: Дәүләкән ҡалаһында аяҡ кейеме фабрикаһы эш башлай.
- 1956 йыл: Өфөләге 2-се тимер-бетон заводы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1980 йыл: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Археология һәм этнография музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (1915—1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, тәржемәсе. 1937—1940 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Һаҙыева Сәлихә Йосопйән ҡыҙы (1925), урындағы башҡарма, комсомол органдары һәм китапханалар системаһы хеҙмәткәре. 1944 йылдан Йомағужа район социаль тәьминәт бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952—1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы, 1978 йылдан — үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Деткин Павел Иванович (1886—08.1943), революция хәрәкәтендә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла. 1920 йылдың февраленән АСБР-ҙың Эске һаҡ ғәскәрҙәре резервы начальнигы, командующий ярҙамсыһы, октябрь—декабрҙә Өфө губернаһы ғәскәрҙәре командующийы һәм Өфө гарнизоны начальнигы. 1922—1922 йылдарҙа ВЧК-ла хеҙмәттә, артабан — хужалыҡ эшендә.
- Әбдиев Сәлимйән Билал улы (1916—16.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт һәм 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Ғәлиәхмәтов Әхмәтзыя Ғәлиәхмәт улы (1921—30.10.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец; 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугиры, кесе лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Павлов Михаил Леонардович (1956), химик-технолог-ғалим. 1992 йылдан Ишембай махсуслаштырылған катализаторҙар химия заводы директорының фән, сифат һәм маркетинг буйынса урынбаҫары. 1999 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2008 йылдан — фәнни-техник үҙәк директоры урынбаҫары, 2010 йылдан — «Салауатнефтеоргсинтез фәнни техник үҙәге» йәмғиәтенең бүлек етәксеһе. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Шамаева Ираида Дмитриевна (1956), педагог. 1979 йылдан Өфө ҡалаһындағы 50-се урта мәктәптең, 1995—2015 йылдарҙа 42-се лицейҙың математика уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Прокин Василий Александрович (1922—29.09.2019), тау инженеры-геолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан «Уралцветметразведка» тресы Баймаҡ геология-разведка партияһының өлкән геологы, баш инженеры; 1957—1962 йылдарҙа Башҡортостан территориаль геология идаралығының тематик партия начальнигы, 1968—1975 йылдарҙа — баш геологы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән (1999), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975). Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
- Бураҡаев Диҡҡәт Насретдин улы (1932—1981), геолог-ғалим, журналист, балалар яҙыусыһы. 1957—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институты ғилми хеҙмәткәре. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979).
тулы исемлек
- Гусев Владимир Георгиевич (1942—22.7.2017), инженер-электромеханик-ғалим. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2008 йылдарҙа мәғлүмәт-үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире; 2001—2012 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәхитов Роберт Миңлислам улы (1952), физик-ғалим. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан теоретик физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2001), профессор (2003). РСФСР-ҙың почётлы юғари һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кречетов Анатолий Вениаминович (1962), педагог, спортсы-тренер. 2008 йылдан Өфөнөң 17-се спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пеганов Николай Леонидович (1948—30.06.2006), рәссам, педагог. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1977—1983 йылдарҙа һәм 1991—2000 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Шәрипова Рита Мөхәмәтдин ҡыҙы (1953), педагог. 1977—2012 йылдарҙа Хәйбулла районы Иләс мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978 йылдан директор урынбаҫары, 1988—1997 һәм 1999—2001 йылдарҙа директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Новокщенов Василий Сергеевич (1899—21.12.1975), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943—1951 һәм 1955—1964 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженер урынбаҫары. Сталин премияһы лауреаты (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Рәимов Риф Мөҡсин улы (1904—15.02.1953), тарихсы-ғалим, партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1941 һәм 1945—1953 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих институты (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1942 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты, 1943—1944 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Тарих фәндәре докторы (1950).
тулы исемлек
- Төхвәтшин Мәкәрим Хөсәйен улы (1924—2003), биш йәшенән һуҡыр ҡалған музыкант, педагог. Башҡорт шрифтын һуҡырҙыр өсөн тәғәйенләнгән Брайль системаһына күсереүсе. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1967).
- Фәнил Әсәнов (1929—31.01.1995), яҙыусы, журналист, йәмәғәтсе. 1970—1983 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитеты Башҡортостан республика бүлексәһенең яуаплы секретары. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1673 йыл: Әхмәд III, Ғосман империяһының 23-сө солтаны.
- 1865 йыл: Редьярд Киплинг, Англия яҙыусыһы, новеллалар оҫтаһы.
тулы исемлек
- 1879: Рамана Махарши, Һиндостан дин әһеле, философ.
- 1904: Дмитрий Кабалевский, СССР композиторы, дирижёр, педагог,
- 1975: Тайгер Вудс, АҠШ-тың гольф уйынсыһы.
- 1984: Леброн Джеймс, АҠШ баскетболсыһы.
- 1944 йыл: Ромен Роллан, Франция яҙыусыһы.
- 1968 йыл: Кирилл Мерецков, Советтар Союзы Маршалы.
тулы исемлек
- 2006: Сәддам Хөсәйен, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты.