3 декабрь
3 декабрь (рус. 3 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 337-се көнө (кәбисә йылында 338-се). Йыл тамамланыуға 28 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Ғәриптәр (инвалидтар) көнө.
Ер:
- 3D-компьютер графикаһы көнө.
- СМС-тың тыуған көнө.
- Тимер аяҡта шыуыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Билдәһеҙ һалдат көнө.
- Атом боҙватҡыстар флоты көнө.
- Пассажирҙар көнө.
Төбәк байрамдары
- Пермь крайы ойошторолған көн.
Гана: Фермерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Юристар көнө.
Төбәк байрамдары
- Краснодар крайының аудитор һәм бухгалтерҙар көнө.
Һиндостан: Адвокаттар көнө.
- 1586 йыл: Колумбиянан Англияға тәү тапҡыр бәрәңге индерелә.
- 1818 йыл: Иллинойс АҠШ-тың 21-се штаты итеп раҫлана.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рамазанов Фәнүн Йыһандар улы (1931—1993), журналист. 1981—1991 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите мөхәррире урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (1936), тау инженеры-ғалим. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәт Ерикәй (1902—15.09.1967), шағир, журналист, йәмәғәтсе. 1945—1950 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. СССР-ҙың 2-се (1946—1950) һәм 3-сө (1950—1954) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Өлкөндө ауылынан.
- Мансуров Фәнил Хәбибулла улы (1932—30.05.1995), уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 1957 йылдан Бүздәк районының «Алға» гәзитенең бүлек мөдире, 1960 йылдан Саҡмағош районының Ҡалмашбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1963—1967 йылдарҙа «Ағиҙел» һәм «Пионер» журналдарының әҙәби хеҙмәткәре; 1968 йылдан Татарстан китап нәшриәте хеҙмәткәре, 1972—1976 йылдарҙа «Социалистик Татарстан» гәзите хәбәрсеһе. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Йыһат Солтанов (1932), журналист, яҙыусы. 1965 йылдан «Һәнәк», 1968 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы», 1969—1986 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре. 1967 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
- Матюхин Николай Михайлович (1937), йылға флоты хеҙмәткәре, 1984—2001 йылдарҙа Өфөләге Йылға суднолары ремонтлау-эшләү заводы директоры, РСФСР-ҙың йылға флотының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Тагариев Рәшит Зәки улы (1952), педагог-ғалим. 1978 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылдан физика уҡытыу методикаһы һәм уҡытыуҙың техник саралары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1991 йылдан — мөдире, 1992 йылдан физика-математика факультеты, 2002—2014 йылдарҙа — технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты деканы. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1992), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1995) отличнигы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Ғилманов Зинур Зөфәр улы (1967), Өфө ҡалаһының «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһының идарасы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Масленников Иван Фёдорович (1898—?), революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре. 1917 йылдан РСДРП(б) ағзаһы. 1919—1920 йылдарҙа РКП(б)‑ның Эҫем улус комитеты секретары, Эҫем улус башҡарма комитеты рәйесе, Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы хеҙмәткәре. Сталин премияһы лауреаты (1943). Ленин (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы (1938), кинооператор. 1960—1997 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмəһе хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1974 йылдан — берекмəнең «Авангард» мəҙəниəт һарайы ҡарамағындағы «Авангард» киностудияһы, 1997—2003 йылдарҙа «Ағиҙел» кинофотоклубы операторы. 1997 йылдан Рәсәй Фоторəссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1983).
тулы исемлек
- Исламова Тәскирә Ҡасим ҡыҙы (1938), төҙөүсе-инженер. 1966 йылдан «Башнефтепроект» институты инженеры, өлкән инженеры, төркөм етәксеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1985). Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайы Удерей районының Сократов приискаһы ҡасабаһынан.
- Йәнгиров Рухулбаян Нурлығаян улы (1938—15.10.2019), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1966 йылдан Дүртөйлө районы «Уңыш» колхозы, 1971 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығы агрономы; 1972 йылдан «Маяҡ» колхозы, 1976 йылдан — район советы башҡарма комитеты рәйесе; 1981 йылдың ғинуарынан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, майҙан — КПСС-тың Баҡалы район комитетының беренсе секретары; 1992—1994 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районының хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡораласыҡ ауылынан.
- Кулавский Василий Агеевич (1938—1.09.2023), акушер‑гинеколог-ғалим, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан акушер‑гинекология кафедраһы мөдире. 1979—1985 йылдарҙа Башҡортостан акушер‑гинекологтар йәмғиәте рәйесе. РАЕН академигы, медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). 2‑се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Ҡарамышева Нурия Миңлеғәли ҡыҙы (1938), социолог-ғалим, педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ химия-технология техникумы уҡытыусыһы, 1985 йылдан КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылдан — бүлек мөдире; 1990 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Мәхмүтов Наил Мәзит улы (1963), иҡтисадсы-ғалим, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе, меценат. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007).
- Трапезникова Татьяна Александровна (1973), спортсы. Конькиҙа шыуыу (1997) һәм бобслей (2003) буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994, 1998, 2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хвольсон Даниил Авраамович (1819—23.03.1911), Рәсәй империяһы тарихсыһы, шәрҡиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Санкт-Петербургтағы Император Фәндәр академияһы Көнсығыш телдәр бүлегенең мөхбир (1858) һәм почётлы ағзаһы (1908), философия докторы (1855). Башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһын яҡлаусы, «башҡорт» һәм «мадьяр» этнонимдарының нигеҙе «баджгард» этнонимынан булыуын иҫбатлаусы.
- Вәлиев Самат Фәттәх улы (1904—15.10.1986), финансист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Башҡорт АССР-ының 4—6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Лисовский Николай Кузьмич (1914—25.05.1987), тарихсы-ғалим. 1949—1953 йылдарҙа Силәбе уҡытыусылар институтының директор урынбаҫары, 1964 йылдан — Силәбе дәүләт педагогия институтының тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1966), профессор (1967). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Октябрь Революцияһы (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан.
- Хлопин Иван Никитич (1929—28.02.2013), металлург. 1954—1980 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡалаһындағы никель комбинаты эшсеһе, шул иҫәптән 1961 йылдан — звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан.
- Байрамова Людмила Михайловна (1939—3.09.2022), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Нефтекама ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2012), ҡаланың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылынан.
- Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (1939), тел белгесе-ғалим, диалектолог, тәржемәсе. Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе. Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).
- Сәйетғәлиев Илгиз Камалетдин улы (1939), комсомол органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1969—1975 йылдарҙа Ғафури районы «Ленинизм» колхозының Яугилде комплекслы бригадаһы бригадиры, 1977—2006 йылдарҙа – Аҡкүл сөгөлдөр ҡабул итеү пункты механигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән Яугилде ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864 йыл: Муса Акъегетзадә, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1894 йыл: Владимир Энгельгардт, СССР-ҙың биохимик-ғалимы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
тулы исемлек
- 1904: Татьяна Гурецкая, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935).
- 1924: Джон Бэкус, АҠШ ғалимы, юғары кимәлдәге программалау теле «Фортран»ды төҙөүсе.
- 1934: Виктор Горбатко, СССР космонавы, авиация генерал-майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1969, 1977).
- 1934: Нина Дорошина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1888: Карл Цейсс, Германия сәнәғәтсеһе.
- 1892: Афанасий Фет, Рәсәй империяһы шағиры.
тулы исемлек
- 1894: Роберт Льюис Стивенсон, Англия яҙыусыһы.