Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы

Викидата элементы тултырылмаған

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы — Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында эшләп килгән юғары уҡыу йорто.

Тарихы

Бөгөнгө Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы 1939 йылда Бөрө педагогия училищеһы базаһында Уҡытыусылар институты булараҡ асыла. 1952 йылдан башлап «педагогия институты» тип атала, 2005 йылда «социаль-педагогия академияһы» статусын ала. 2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғона ярашлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы тип үҙгәртелә.[1]. 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында 10 факультет (башланғыс белем педагогикаһы һәм методикаһы, биология‑химия, сит телдәр, тарих, технология һәм эшҡыуарлыҡ, педагогия һәм психология, физик культура, физика‑математика, филолология, художество‑графика) эшләй. Шулай уҡ филиал ҡарамағында китапхана, Һәҙиә Дәүләтшина музейы, агробиостанция, дендрарий, «Дуҫлыҡ» һәм «Шәмсетдин» спорт лагерҙары, картиналар галереяһы бар.

1992 йылда юғары уҡыу йорто ҡарамағында педагогия лицейы ойошторола.

Филиалды тамамлаусыларға «белгес», «бакалавр» квалификацияһы дипломы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 26 һөнәр буйынса алып барыла. Биш һөнәр һәм ике йүнәлеш буйынса аспирантура эшләй.

2010 йылда коллективта эшләгән уҡытыусылар араһында 38 фән докторы һәм 140 фән кандидаты булған, ощо ваҡытҡа 50 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән.

Филиал «Гёте» немец мәҙәни үҙәге Германия, Австралия, АҠШ, Бөйөк Британия, Нидерланд вуздары менән хеҙмәттәшлек итә.

Фәндең төрлө тармаҡтары буйынса аспирантура уңышлы эшләй: физика һәм математика, химия, биология, филология, педагогика (барлығы 12 һөнәр). Тикшеренеүҙәр өс фәнни лаборатория һәм туғыҙ фәнни мәктәп базаһында үткәрелә. Студенттар өсөн даими нигеҙҙә фәнни конференциялар үткәрелә.

Студентларҙың ялы яҡшы ойошторолған. «Биряночка» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм студенттар театры — филиалдың ғорурлығы. Был коллективтарға «халыҡ ансабле» исеме бирелгән.[2]

Филиал биләмәһендә Һәҙиә Дәүләтшинаға һәйкәл ҡуйылған.

Һылтанмалар