Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина (рус. Давлетшина, Хадия Лутфулловна1905 йылдың 21 феврале [6 марты] , Хәсән, Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе, Рәсәй империяһы1954 йылдың 5 декабре, Бөрө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), Бөтә Союз совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы ыҙаланып йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә яҡшы әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғолов һымаҡ шәхестәр менән бер рәттә тора.

Һ. Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935).

undefined

Биографияһы

1905 йылдың 21 февралендә (яңы стиль буйынса — 6 мартта) Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.

1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.

1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.

1932 йылда Мәскәү редакторҙар әҙерләү институтында белем ала.

1934 йылда СССР яҙыусыларының 1-се съезында делегат булып ҡатнаша.

1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.

1936 йылда Минск ҡалаһында үткән СССР яҙыусыларының 3-сө пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район советына депутат, Советтарҙың X Бөтә Башҡорт ғәҙәттән тыш съезына делегат итеп һайлана.

1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм ителә.

1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.

1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.

1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә[1]

Әҙип тураһында

Хәтер

Фотогалерея

Иҫкәрмәләр

  1. Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [1](недоступная ссылка)
  2. Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды

Сығанаҡтар

  • Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады. 1905—1954 [төҙ. Г. Н. Ҡасҡынова]. — Өфө : Китап, 2010. — 157 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Гөлнур Ҡасҡынова. Ырғыҙ буйҙарында.[4]
  • В Большой Черниговке прошел областной башкирский праздник Йыйын http://www.samddn.ru/novosti/novosti/v-bolshoy-chernigovke-proshel-oblastnoy-bashkirskiy-prazdnik-yyyyn/

Әҙәбиәт

  1. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫма. — Өфө, 2005.
  2. Башҡортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
  3. Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [5] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 108—109 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила Хадия Давлетшина. Кирова улица, 5.