Әлибаев Сафуан Әфтәх улы
Сафуан Әлибай (Сафуан Әфтәх улы Әлибаев, рус. Сафуан Алибай; Сафуан Афтахович Алибаев; 1941 йылдың 21 феврале, Тирмән, Башҡорт АССР-ы — 2014 йылдың 6 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй шағиры, балалар яҙыусыһы, журналист, драматург һәм тәржемәсе, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены (2011) кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Х. К. Андерсен исемендәге Почётлы дипломы лауреаты (1996)[1].
Биографияһы
1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тирмән ауылында тыуған[2].
Башланғыс белемде тыуған ауылында мәктәптә ала. Йәш сағында колхозда, тимер юлында эшләй, шулай уҡ Ҡалмаҡҡол (хәҙерге — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы секретарь, мөхәррир була. 1995—1998 йылдарҙа — Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булып эшләй.
Шағир йыр-моңға ғашиҡ кеше була, йырларға ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.
Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2014 йылдың 6 июлендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[2][3][4].
Ижады
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу таба. Р. Ғәзизов, Н. Дауытов, З. Исмәғилев, Р. Сәлмәнов, Р. Сәхәүетдинова, Р. Хәсәнов, Д. Хәсәншин һәм башҡа композиторҙар уның шиғырҙарына популяр йырҙар ижад итә.
Шағир балалар өсөн дә ижад итә, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул "Башҡорт балалар антологияһы"ның икенсе китабын төҙөп сығара. А. Пушкин, Р. Ғамзатов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
- «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына ингән;
- Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013);
- ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Х. К. Андерсен исемендәге Почётлы дипломы лауреаты (1996);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991);
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1986;
- Салауат районының почётлы гражданы[5].
Китаптары
- Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 34 с.
- Йәйғор: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 96 с.
- Көнбағыш: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 17 с.
- Восхождение: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 79 с.
- Мәктәп юлы: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 76 с.
- Йырлар сағым: Шиғырҙар, йырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 96 с.
- Яҙҙы кем килтерҙе?: Балалар өсөн шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 54 с.
- Ҡойон: Шиғырҙар, йырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 192 с.
- Серле шишмә: Шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988.
- Тылсымлы шар: Шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр (баш.). — Өфө: Китап, 1994.
- Язҙы көтәм: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (тат.). — Ҡазан: Татарстан китап нәшриәте, 1998.
- Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (баш.). — Өфө: Китап, 1999.
- Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (балалар өсөн) (баш.). — Өфө: Китап, 2001.
- Һандуғаслы яҙҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (баш.). — Өфө: Китап, 2006. — 352 с. — ISBN 5-295-03720-7.
- Һайланма әҫәрҙәр (баш.). — Өфө: Китап, 2009–2010. — Т. 1–2.
Хәтер
- 2021 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған саралар барышында урындағы урта мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Тирмән урта дөйөм белем биреү мәктәбенә шағирҙың исеме бирелә[6];
- Тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейында 2016 йылдың апрелендә «Халыҡ улы — хаҡлыҡ йырсыһы» исемле күргәҙмә ойошторола;
- 2015 йылдың 1 сентябрендә шағирҙың тыуған ауылы Тирмән мәктәбендә Сафуан Әлибаев музейы асыла. Унда әҙиптең китаптары, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре һәм төрлө әйберҙәре ҡуйылған. Шағирҙың улы Салауат Әлибаев әҙиптең мәктәптә эшләгән музейына атаһының шәхси әйберҙәрен бүләк итә[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сафуан Әлибаев (башҡ.). Ағиҙел журналы (21 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Р. З. Шәкүров. Әлибай (Әлибаев) Сафуан Әфтәх улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Алибаев Сафуан (1941-2014). «Централизованная библиотечная система» ГО г.Нефтекамск Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
- ↑ Шағир, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл (башҡ.). Башҡортостандың мәҙәни донъяһы (21 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026.
- ↑ Знаменитые писатели. Муниципальное казенное учреждение отдел культуры Администрации Муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
- ↑ В Башкирии открылся музей-кабинет детского писателя Сафуана Алибая. Башинформ (2 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.){ (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. — Уфа: АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. — 800 с., ил. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)
- Не стареющий сердцем и душой (к 70-летию башкирского поэта Сафуана Алибаева) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2026)