Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы
авар. ХIамзатил Расул | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, прозаик, публицист, тәржемәсе, сәйәсмән, поэт-песенник |
Жанр | шиғыр[d] и поэма[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
![]() | |
Тыуған көнө | 8 сентябрь 1923[1][2] |
Вафат булған көнө | 3 ноябрь 2003[2] (80 йәш) |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Тыуған урыны | |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Заты | ир-ат[3] |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Туған тел | Ауар теле |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1932 — наст. время |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ауар теле и урыҫ теле |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
![]() |
Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Биографияһы
Рәсүл Хәмзәт улы Хәмзәтов 1923 йылдың 8 сентябрендә Дағстандың Хунзах районы Цада тигән авар ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Хәмзәт Цадаса (1877—1951) ғаиләһендә тыуа.
Арани урта мәктбендә уҡый. 1939 йылда Авар педагогия училищеһын тамамлай. 1941 йылға тиклем мәктәптә уҡытыусы, шунан театрҙа режиссёр ярҙамсыһы, гәзиттәрҙә һәм радиола журналист булып эшләй. «1941— 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградлана.
1945—1950 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Дағстан АССР-ы Юғары Советы депутаты, Дағстан АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Юғары Советы депутаты һәм Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Бер нисә тиҫтә йыл буйы Дағстан, РСФСР, СССР яҙыусылары съездарының делегаты, Азия һәм Африка илдәре яҙыусыларының теләктәшлек бюроһы ағзаһы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитеты ағзаһы, Совет тыныслыҡты яҡлау комитеты идараһы ағзаһы, Азия һәм Африка халыҡтарының Совет теләктәшлек комитеты Рәйесе урынбаҫары була.
Дағстан АССР-ынан 6—11 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1962—1989)[4][5][6][7][8] . 1962—1966 йылдарҙа һәм 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы. Петр фәндәр һәм сәнғәттәр академияһының ғәмәли ағзаһы.
1973 йылда бер төркөм совет яҙыусыларының Солженицын һәм Сахаров тураһында «Правда» гәзите редакцияһына яҙған хатына ҡул ҡуя.
2003 йылдың 3 ноябрендә Мәскәүҙә Үҙәк клиника дауаханала вафат була. Таркитау төбөндә Тарки зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнә.
Ижади эшмәкәрлеге
Рәсүл Хәмзәтов 1932 йылда шиғыр яҙа башлай, 1937 йылда республиканың авар телендәге «Тауҙар большевигы» гәзитендә тәүләп шиғыры донъя күрә. Авар телендәге беренсе китабы 1943 йылда баҫылып сыға. Ул классик һәм хәҙерге рус әҙәбиәтен, шул иҫәптән А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов, В. В. Маяковский һәм С. А. Есенин әҫәрҙәрен аварсаға тәржемә итә.
А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Хәмзәтов йәш шағирҙар Наум Гребнев, Яков Козловский, Елена Николаевская, Владимир Солоухин менән таныша һәм дуҫлаша, улар уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә. Хәмзәтов шиғырҙарын һәм поэмаларын шулай уҡ Илья Сельвинский, Сергей Городецкий, Семён Липкин, Яков Хелемский, Юлия Нейман, Роберт Рождественский, Андрей Вознесенский, Юнна Мориц, Юрий Агеев[9], Дмитрий Филимонов[10], Шапи Казиев, Марина Ахмедова-Колюбакина, Сергей Соколкин тәржемә итә. Н. Гребнев айырыуса киң билдәле «Торналар» шиғырын тәржемәләй, шиғыр 1969 йылда М. Н. Бернес башҡарыуында йыр булып китә. Хәмзәтовтың әҫәрҙәре Рәсәйҙең һәм донъяның тиҫтәләрсә теленә тәржемә ителә. Хәмзәтовтың көйгә һалынған шиғырҙары араһында тағы бер билдәлеһе, мәҫәлән, — «Исчезли солнечные дни». Хәмзәтов менән күп композиторҙар, шул иҫәптән Дмитрий Кабалевский, Ян Френкель, Раймонд Паулс, Юрий Антонов, Александра Пахмутова хеҙмәттәшлек итә; уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында — Анна Герман, Галина Вишневская, Муслим Магомаев, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, София Ротару, Вахтанг Кикабидзе, Марк Бернес, Дмитрий Хворостовский.
Рәсүл Хәмзәтов Кияс Меджидов, Алирза Сәидов, Шах-Эмир Морадов, Байрам Сәлимов кеүек лезгин шағирҙарының ижади кисәләрендә йыш сығыш яһай, Дағстандың халыҡ рәссамы Салауат Салауатовтың яҡын дуҫы була, рәссам уның грампластинкаларының береһенең тышлығын һәм уның атаһы Хәмзәт Цадасаның портреттары серияһын төшөрә. Хәмзәтов шулай уҡ Иосиф Кобзон һәм Евгений Примаков менән тығыҙ аралаша[11].
Р. Хәмзәтов «Новый Мир», «Дружба народов» журналдары, «Литературная газета», «Литературная Россия» гәзиттәренең, башҡа гәзит һәм журналдарҙың мөхәрририәте ағзаһы була. 1951 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Дағстан яҙыусылары берлегенә етәкселек итә.
Уның авар һәм рус телдәрендә, Дағстандың һәм Кавказдың, бөтә донъяның күп телдәрендә тиҫтәләрсә шиғыр, проза һәм публицистика китаптары баҫылып сыға.
Ғаиләһе
Атаһы 1951 йылда, әсәһе 1965 йылда вафат була.
Ҡатыны Патимат Сәид ҡыҙы (1931—2000, 1964 йылдан Дағстан һынлы сәнғәт музейына етәкселе итә)[12] була, өс ҡыҙы һәм дүрт ейәнсәре булып, улар араһында — билдәле Шәһри Әмирханова менән Таус Махачева. Ҡыҙы Патимат (1959 йылғы) — сәнғәт белгесе, Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы. Кейәүе — археолог Хизри Әмирханов.
Ике ағаһы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай: Магомет (1916 йылғы) 20.08.1943 йылда 1687-се эвакогоспиталдә (Һарытау өлкәһе Балашов ҡалаһы) вафат була, ә Ахильчи (1918 йылғы) 1943 йылдың апрелендә хәбәрһеҙ юғала.
Ҡустыһы Ғаджи (1926—2011) — әҙәбиәт белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (27 сентябрь 1974)
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (8 сентябрь 2003) — ватан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[13]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (18 апрель 1999) — Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн[14]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (6 сентябрь 1993) — күп милләтле ватан әҙәбиәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[15]
- дүрт Ленин ордены (4 май 1960; 7 сентябрь 1973; 27 сентябрь 1974; 7 сентябрь 1983)
- Октябрь Революцияһы ордены
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28 октябрь 1967)
- «Кирилл һәм Мефодий» ордены (Болгария Халыҡ Республикаһы)
- СССР миҙалдары
- Ленин премияһы (1963) — «Высокие звёзды» китабы өсөн
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Год моего рождения» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн
- М. Горький исемендәге РСФСР премияһы (1980) — «Әсәләрҙе һаҡлағыҙ» поэмаһы өсөн
- Дағстандың халыҡ шағиры
- Алтын руно ордены (Грузия) Грузия Дәүләт наградаһы, 2003
- «XX быуаттың иң яҡшы шағиры» халыҡ-ара премияһы
- Азия һәм Африка яҙыусыларының «Лотос» премияһы
- Джавахарлал Неру премияһы
- Фирдәүси премияһы
- Христо Ботев премияһы
- Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
- Михаил Лермонтов исемендәге әҙәби премия
- Александр Фадеев исемендәге әҙәби премия
- Батырай премияһы
- Мәхмүд премияһы
- С. Стальский премияһы
- Ғ. Цадаса премияһы һәм башҡалар.
- СПбГУ-ның почетлы доктоы (2001)[16]
Әҫәрҙәре һәм публикациялары
- Пламенная любовь и жгучая ненависть. — 1943.
- Наши горы. — 1947.
- Земля моя. Стихи / Перевод Н. Гребнева, Я. Козловского. — Даггосиздат, 1948.
- Песни гор / Перевод Н. Гребнева, Я. А. Козловского, В. Е. Бахнова. — М. : Мол. гвардия, 1949.
- Песня о самом дорогом. — М.-Л. : Детгиз, 1950.
- Родной простор. — Махачкала, 1950.
- Год моего рождения. — М. : Мол. гвардия, 1950, 1952.
- Год моего рождения. — Махачкала : Даггиз, 1952.
- Слово о старшем брате. — М. : Мол. гвардия, 1952.
- Разговор с отцом. — 1953.
- Горная дорога. — М. : Правда, 1953.
- Лирика. — М. : Мол. гвардия, 1954, 1955.
- Поэмы. — М. : Сов. писатель, 1954.
- Стихотворения и поэмы. — М. : Гослитиздат, 1954.
- Мой дедушка. Сборник. — М. : Детгиз, 1955.
- Дагестанская весна. — М., 1955.
- О тебе я думаю. — М. : Правда, 1956.
- Стихотворения. — М. : Сов. писатель, 1956.
- Больные зубы. — М. : Правда, 1957.
- Мой дедушка. — М. : Детгиз, 1957.
- Новая встреча. — М. : Мол. гвардия, 1957.
- Горит моё сердце. — М. : Детгиз, 1958.
- Стихотворения. — М. : Гослитиздат, 1958.
- В горах моё сердце. — М. : Гослитиздат, 1959.
- Мой дедушка. — Махачкала, 1959.
- Поэмы. — М. : Мол. гвардия, 1960.
- Мой дедушка. — М. : Детгиз, 1961.
- Восьмистишия и надписи. — М. : Правда, 1962.
- Высокие звёзды. Стихи и поэма / Авторизованный перевод[17] с аварского Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1962, 1963.
- Горянка. — М. : Сов. Россия, 1963.
- Зарема. — М. : Детгиз, 1963.
- Письмена. Восьмистишия, эпиграммы, надписи / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Мол. гвардия, 1963.
- Избранное в двух томах. — М. : Худ. литература, 1964.
- И звезда с звездою говорит. — М. : Сов. Россия, 1964.
- Письмена. — М. : Мол. гвардия, 1964.
- Библиотека избранной лирики / Перевод Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Мол. гвардия, 1965.
- Не торопись. — М. : Правда, 1965.
- Мулатка. Стихи / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1966.
- Мой дедушка. — М. : Малыш, 1967.
- Горянка. Драма. — М. : Искусство, 1967.
- Зарема. — М. : Дет. литература, 1967.
- Мой Дагестан. Роман-газета. — М. : Худ. литература, 1968.
- Мой Дагестан. Лирическая повесть. — М. : Мол. гвардия, 1968.
- Собрание сочинений в трёх томах. — М. : Худ. литература, 1968—1969.
- А что потом? / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Правда, Библиотека «Крокодила», 1969.
- Горянка. — М. : Дет. литература, 1969.
- Чётки лет. — М. : Мол. гвардия, 1969.
- Мой Дагестан. — М. : Правда, 1969.
- Письмена. — М. : Мол. гвардия, 1969.
- Верность таланту. — М. : Сов. Россия, 1970.
- Третий час / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1971.
- Две шали. — М. : Сов. Россия, 1971.
- Третий час. — М. : Сов. писатель, 1971.
- Берегите друзей / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Современник, 1972.
- Высокие звёзды / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Худ. литература, 1972.
- Граница. — М. : Воениздат, 1972.
- Клинок и роза. — М. : Воениздат, 1972.
- Мой Дагестан. — М. : Мол. гвардия, 1972.
- Журавли / Перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Дет. литература, 1973.
- Письмена. — М. : Худ. литература, 1973.
- Сонеты / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Сов. писатель, 1973.
- Мой дедушка. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1973.
- Сонеты. — М. : Сов. писатель, 1973.
- Чётки лет. — 2-е доп. — М. : Мол. гвардия, 1973.
- Книга любви. — М. : Сов. Россия, 1974.
- Мой Дагестан. — Махачкала, 1974.
- Стихи и поэмы. — М. : Известия, 1974.
- Журавли. Песня. Комплект из двадцати листовок / Перевод Н. Гребнева, музыка Я. Френкеля. — М. : Планета, 1975.
- Мой дедушка. — М. : Дет. литература, 1975.
- Персидские стихи. — М. : Правда, 1975.
- Сказания. — М. : Мол. гвардия, 1975.
- Горянка. — М. : Сов. Россия, 1976.
- Избранные стихи. На русском и английском языках / Перевод на англ. Питера Темпеста. Перевод на русский Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Прогресс, 1976.
- Покуда вертится земля. — Махачкала, 1976.
- Избранное в двух томах. — М. : Известия, 1977.
- Лирика. — М. : Худ. литература, 1977.
- Мой Дагестан. — М. : Известия, 1977.
- Разговор с отцом. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1977.
- Таинственность. — Минск, 1977.
- Берегите маму!. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1978.
- Берегите матерей. Поэма / Перевод Ю. Нейман. — М. : Дет. литература, 1978.
- У очага. — М. : Сов. писатель, 1978.
- Стихи. — М. : Махачкала, 1978.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1979.
- Последняя цена. — М. : Современник, 1979.
- Слово о поэте. — М. : Махачкала, 1979.
- Стихотворения. — М. : Сов. Россия, 1979.
- Суди меня по кодексу любви. — М. : Мол. гвардия, 1979.
- Верность таланту. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1980.
- Горские песни. — Махачкала, 1980.
- Горские элегии. — М. : Правда, 1980.
- Собрание сочинений в пяти томах. — М. : Худ. литература, 1980—1982.
- Берегите матерей. Поэма / Перевод Ю. Нейман. — М. : Сов. Россия, 1982.
- Остров женщин. — М. : Сов. писатель, 1982.
- Песни гор. — Киев : Молодь, 1982.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1983.
- Избранные стихотворения. — М. : Радуга, 1983.
- Книга сонетов. — М. : Мол. гвардия, 1983.
- Двадцатый век. — М. : Известия, 1983.
- Очаг. — М. : Дет. литература, 1983.
- Песни гор. — М. : Современник, 1983.
- Покуда вертится земля. — М. : Воениздат, 1983.
- Поэмы. — М. : Сов. Россия, 1983.
- Разве тот мужчина?. — М. : Правда, 1983.
- Разговор о любви. — М. : Искусство, 1983.
- Мой Дагестан. — М. : Книга, 1985.
- Мой Дагестан. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1985.
- Книга юмора и сатиры. — М. : Мол. гвардия, 1986.
- Чётки лет. — М. : Худ. литература, 1986.
- Белые журавли. — М. : Современник, 1987.
- Книга любви. — М. : Сов. Россия, 1987.
- Колесо жизни. — М. : Сов. писатель, 1987.
- По-земному беспокоясь …. — Махачкала : Дагучпедиздат, 1987.
- Пять пальцев. — Махачкала, 1987.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1988.
- Две поэмы. — М. : Правда, 1988.
- Мгновенье и вечность. — М. : Книга, 1989.
- Мой Дагестан. — Махачкала, 1989.
- О бурных днях Кавказа. — М. : Современник, 1989.
- Песни гор. — Киев : Молодь, 1989.
- Клятва землёй. — М. : Дет. литература, 1990.
- Мне было двадцать. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1990.
- Перед совестью и честью. — М. : Правда, 1991.
- Суди меня по кодексу любви. — М. : Новости, 1991.
- Стихотворения и поэмы. — М. : Мол. гвардия, 1992.
- Чаша жизни. — М. : Книжная палата, 1992.
- Письмена. — Махачкала, 1993.
- Полдневный жар. — М. : Сов. писатель, 1993.
- Собрание сочинений в трёх томах. — М. : Дружба народов, 1993.
- Сонеты. — М. : фонд им. Сытина, 1995.
- Времена и дороги / Перевод и предисловие Шапи Казиева. — Дружба Народов. — 2004. — № 8.
- Завещание: Избранные стихотворения. — Махачкала : Дагестанский писатель, 2009.
- Воспевший Родину. Избранные произведения в четырёх книгах / Фонд «Книжный Союз». — М., 2013.
Баһалар
Китаптары миллиондарса тираж менән тиҫтәләрсә телдә сыға. Ижади кисәләре тулы залдарҙа үтә, хатта «Лужники» (Мәскәү, 1983) һәм «Россия» кино-концерт залы ла (Мәскәү, 2003).
Рәсүл Ғамзатов ижады бик күп мәшһүр мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһын ала. Мәҫәлән, С. Маршак, А. Твардовский, К. Чуковский, Е. Евтушенко, И. Юсупов, С. Айытматов, Р. Рождественский, Ҡ. Кулиев, С. Михалков, В. Астафьев, М. Исаковский, И. Андронников һәм башҡалар төплө фекерҙәрен әйтә[18]. Күп авторҙар Рәсүл Ғамзатовтың ҡалыптарҙан азат, әсе телле сығыштарын, уның юғары кешелек сифтаттарын иҫләй. Уның афоризмдары билдәле[19]
Хәтирәһен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Документаль һәм телевизион фильмдар[20]:
- «Мой Дагестан. Исповедь» (режиссёр — Морад Ибраһимбәков, сценарий авторҙары — Рөстәм Ибраһимбәков һәм Рамазан Абдулатипов, 2014 йыл[21])
- «Наш Расул»
- «В горах мое сердце»
- «Кавказец родом из Цада»
- «Расул Гамзатов и Грузия»
- «Моя дорога»
- «Расул Гамзатов. Третий час»
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Казиев Шапи Магомедович. Расул Гамзатов. Серия ЖЗЛ (Жизнь замечательных людей). М., Молодая гвардия, 2018
- Вадим Валерьевич Деме́нтьев. Расул Гамзатов. Жизнь и творчество. М., 1984[22][23].
- Владимир Фёдорович Огнев. Расул Гамзатов. М., 1964[24].
- Казбе́к Ками́лович Султа́нов. «Снова мучаюсь, снова пишу…» О некоторых творческих уроках Р. Гамзатова // Дагестан. — 2003. — № 4—5.
Мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юрий Михайлович Агеев. Детство Расула Гамзатова. 2012.
- Валерий Васильевич Деме́нтьев. Песнь о Дагестане. 1985.
- Казбек Султанов «Снова мучаюсь, снова пишу…» О некоторых творческих уроках Р. Гамзатова // Дагестан. 2003. № 4-5
- Шапи Казиев «Я просто писал стихи о любви» Предисловие к книге Р. Гамзатова.
Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Рәсүл Хәмзәтов ғәйкәле 2010 йылдың 16 сентябрендә Махачкалала Рус драма театры алдында асыла[25][26].
- 2013 йылда Мәскәүҙә Яуза бульварында ҡуйыла[27] (скульпторҙары Игорь Новиков һәм Шамил Ҡанайғаджиев, архитекторы Алексей Тихонов)[28].
- Рәсүл Хәмзәтов һәйкәлдәре шулай уҡ Южно-Сухокумсиҙа (2008, ск. Магомедали Алиев), Цадала (2008, ск. Магомедали Алиев) бар.
- 2014 йылдың 26 авгусында Төркиәнең Дағстан баш ҡалаһының туғанлашҡан ҡалаһы булған Яловаала шағирҙың бюсы асыла[29].
- 2013 йылдың сентябрендә Көньяҡ Осетия Республикаһы-Алания Дәүләтенең баш ҡалаһы Цхинвалда шағир хөрмәтенә сквер һәм иҫтәлекле таш асыла.
- 2013 йылдың 24 декабрендә Санкт-Петербург дәүләт университеты филология факультетының эске ихатаһында Рәсүл Хәмзәтов бюсы асыла[30] (автор — дағстан рәссамы һәм скульпторы Гимбат Гимбатов).
Китапханалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2001 йылдың октябрендә Хасавюрт үҙәк ҡала китапханаһына Р. Хәмзәтов исеме бирелә[31].
- Дағстан Республикаһы милли китапханаһына Р. Ғамзатов исеме бирелә[32].
Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2004 йылда Буйнак педагогия колледжына Хәмзәтов исеме бирелә[33].
- Махачкаланың 50-се урта мәктәбе 1996 йылдан алып Р. Хәмзәтов исемен йөрөтә[34].
- Дербенттың 20-се мәктәбенә 2006 йылда бөйөк шағир исеме бирелә[35].
- Кизилюрттың 7-се урта мәктәбе лә — Р. Хәмзәтов исемендә[36].
- 2013 йылдың сентябрендә Кизляр районындаРәсүл Хәмзәтов исемендәге урта мәктәп асыла[37].
- 2014 йылдың 19 ғинуарында Яңы Лак районында Р. Хәмзәтов ис. Яңы Мехельти урта мәктәбе асыла[38].
- Бавтугай махсуслаштырылған мәктәп-интернаты Р. Хәмзәтов исемен йөрөтә[39].
- Арани урта мәктәбенә Р. Хәмзәтов исеме бирелгән[40].
Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дағстандың түбәндәге ҡалаларындағы Р. Хәмзәтов исеме бирелгән урамдар бар:
- Махачкалала үҙәк Ленин проспектына Хәмзәтовтың вафатынан һуң Р. Хәмзәтов проспекты атамаһы бирелә[41].
- Каспийскиҙа төп урамдарҙың береһе Рәсүл Хәмзәтов исемендә.
- Дагестанские Огниҙа һәм Избербашта[42] Р. Хәмзәтов исменедәге урамдар бар.
- Ауылдарҙа: Бабаюртта[43], Карабудахкентта[44], Манасаулда, Миатлиҙа[45] Р. Хәмзәтов урамдары бар.
Мемориаль таҡтаташтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- 2011 йылдың 23 сентябрендә Мәскәүҙә Тверь урамындағы 27/5-се йортта (Тверь урамы менән Благовещен тыҡрығы) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, бында ҡала 1974—2003 йылдарҙа йәшәгән; авторҙары: скульптор Паата Мерабишвили, архитектор Евгений Хайлов[46].
- 2013 йылдың 20 ноябрендә Гумберт районы Урта Арадерих ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Хәмзәтов тыуған йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2008 йылдың 8 сентябрендә Махачкалала Рәсүл Хәмзәтов исемендәге Дәүләт әҙәбиәт музейы асыла.
Рәсүл Хәмзәтов миҙалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миҙал 2006 йылда Р. Хәмзәтов исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт фонды тарафынан булдырыла һәм Санкт-Петербург тәңкә ихатаһында һуғыла. Наградланыусылар араһында: ДР Президенты Рамазан Абдулатипов (медаль № 000001), Каспийск мэры Джамалудин Омаров (медаль № 000002). Шулай уҡ Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Реза Саджади (14 октябрь 2013 йыл), Евгений Примаков (9 февраль 2011 йыл), скульптор Магомед-Али Алиев (9 декабрь 2010 йыл), Беренсе каналдың генераль директоры Константин Эрнст, Рутуль районының «Ватан һаҡсыһы» етәксеһе Гасангусейн Абдулжелилов, һынлы сәнғәт музейы етәксеһе, шағирҙың ҡыҙы Салихат Хәмзәтова һәм Дағстан музыканттары берлеге идараһы рәйесе, пианист, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Хан Бәширов, Р. Хәмзәтов исемендәге Хасавюрт китапханаһы директоры Эльмир Якубов (27 декабрь 2013 йыл).
- Тағы бер миҙалды Хасавюрт ҡала мэрияһы булдыра.
- Өсөнсө миҙал Рәсәй Лермонтов комитеты (нигеҙләүселәренең береһе Рәсүл Хәмзәтов була) тарафынан булдырыла.
Рәсүл Хәмзәтов тураһындағы йырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Магомедтамир Синдиков — Рәсүл Хәмзәтов тураһында йыр.
ГЭС[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2004 йылдың 1 июнендә Рәсүл Хәмзәтов исеме Дағстандағы Каракойсу йылғаһындағы Гуниб ГЭС-ына бирелә[47].
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Дағстан Авиалиниялары» авиакомпанияһының Ту-154М RA-85828 самолеты
- Махачкала халыҡ-ара диңгеҙ портының сухогрузы[48].
- Сик буйы һаҡ карабы.
Премиялар һәм стипендиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дағстандың Рәсүл Хәмзәтов исемендәге Республика премияһы. 2005 йылда булдырылған[49]. Йылына ике тапҡыр иң яҡшы әҙәби әҫәрҙәр авторҙарына тапшырыла[50].
- Р. Хәмзәтов исемендәге стипендииялар[51]. Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға 1 йылға тәғәйенләнә.
Фестивалдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1986 йылдан Дағстанда йыл һайын сентябрҙә (2003 йылда — августа) «Аҡ торналар» байрамы үткәрелә.
- 2011 йылдан алып Мәскәүҙә Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда һәм «Переделкино» ижад йортонда Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яҙыусы Сергей Соколкин башланғысы буйынса яҙыусылар һәм музыканттар көсө менән Халыҡтар дуҫлығы «Рәсәйҙең аҡ торналары» халыҡ-ара әҙәби-музыкаль фестивале үткәрелә.
Астероид[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Астероид № 7509 Рәсүл Хәмзәтов исеме менән аталған (7509 Gamzatov)[52]. 1977 йылдың 9 мартында совет астрономы Николай Черных тарафынан асылған.
Спорт ярыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бөтә Рәсәй волейбол турниры «Дуҫлыҡ Кубогы» (2013 йылдан) йыл һайын Каспийскиҙа үтә.
- Кумторкали районы Тюбе ҡасабаһында мини-футбол турниры.
Филателия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2013 йылда Рәсүл Хәмзәтов рәсеме төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гамзатов Расул Гамзатович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 1 2 Rassul Gamsatowitsch Gamsatow // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Record #100395050 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ 06647 . www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ 06648 . www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ 06649 . www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ 07704 . www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ 07797 . www.knowbysight.info. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Юрий Михайлович Агеев / Стихи.ру . www.stihi.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Путеводитель - Расула Гамзатова . www.rasulgamzatov.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ ФЛНКА. Лезгинский Расул Гамзатов . — 01.07.2013
- ↑ Новый директор Дагестанского музея . www.museum.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 08.09.2003 г. № 1040 . Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.04.1999 г. № 503 . Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 06.09.1993 г. № 1336 . Президент России. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ В СПбГУ открыли памятник почетному доктору Петербургского университета, поэту Расулу Гамзатову - Санкт-Петербургский государственный университет . spbu.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ «авторизованный перевод» — это перевод, прочитанный и одобренный автором
- ↑ см.: Архивированная копия . Дата обращения: 13 август 2013. Архивировано 19 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Расул Гамзатов: цитаты, афоризмы, высказывания и мысли великих и умных людей . Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Автор: haslibrary. СЛОВО О РАСУЛЕ ГАМЗАТОВЕ . Дата обращения: 22 июль 2019.
- ↑ Admin. Фильм о Расуле Гамзатове показали на ММКФ-2014 (билдәһеҙ). rgvktv.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Вадим Валерьевич Дементьев Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы в «Журнальном зале»
- ↑ Расул Гамзатов | интернет-сообщество . vk.com. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.
- ↑ Владимир Федорович Огнев Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы в «Журнальном зале»
- ↑ Памятник Расулу Гамзатову (Россия - Кавказ, Махачкала) — вОтпуск.ру . Votpusk.ru. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ В Махачкале открыт памятник Расулу Гамзатову . russkiymir.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йылдың 19 июль көнөндә архивланған.
- ↑ В самом самом центре Москвы открыт памятник Расулу Гамзатову . rgvktv.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Путин открыл в Москве памятник Расулу Гамзатову и поддержал идею снять о поэте фильм . NEWSru.com. Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Бюст народного поэта Дагестана Расула Гамзатова торжественно открыли в турецкой Ялове . Информационный портал РИА "Дагестан". Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Этот домен припаркован компанией Timeweb . beth.timeweb.ru. Дата обращения: 19 июль 2019. 2019 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова: СТРАНИЦЫ ИСТОРИИ: 2000-ые годы . Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова (6 май 2011). Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ История библиотеки . Дата обращения: 28 август 2014. 2013 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Буйнакскому педагогическому колледжу — 80 . Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Наше образовательное учреждение . Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Школа и Расул Гамзатов . Дата обращения: 16 сентябрь 2018. Архивировано 1 октябрь 2017 года. 2017 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Главная страница . Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ В селе Краснооктябрьское Кизлярского района открыли школу имени Расула Гамзатова на 460 ученических мест . Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Новую школу открыли в Новолакском районе . Дата обращения: 19 июль 2019.
- ↑ Главная: Добро пожаловать на сайт Бавтугайской школы-интернат им. М. Г. Гамзатова . Дата обращения: 28 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История школы 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- ↑ Проспект Ленина в Махачкале (Дагестан) переименуют в проспект Расула Гамзатова . ИА REGNUM. Дата обращения: 22 июль 2019.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Избербаш . Дата обращения: 28 август 2014. 2013 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Бабаюрт . Дата обращения: 28 август 2014.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Карабудахкент . Дата обращения: 29 август 2014. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Миатли . Дата обращения: 29 август 2014. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Мемориальная доска в Москве, 2011
- ↑ Гунибской ГЭС присвоено имя народного поэта Дагестана Расула Гамзатова . REGNUM. Дата обращения: 10 июль 2011.
- ↑ Кисриев: поэта Гамзатова не смог бы "заглушить" никакой режим . Кавказский Узел. Дата обращения: 22 июль 2019.
- ↑ Республиканская премия Дагестана им. Расула Гамзатова . Дата обращения: 30 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Глава Дагестана открыл в Махачкале Дом дружбы . Дата обращения: 22 июль 2019.
- ↑ ОБ УВЕКОВЕЧЕНИИ ПАМЯТИ РАСУЛА ГАМЗАТОВА (с изменениями на: 22.07.2013), Указ Государственного Совета Республики Дагестан от 18 февраля 2004 года №35 . docs.cntd.ru. Дата обращения: 22 июль 2019.
- ↑ Citation for (7509) 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған. (инг.)
Һылтанмалар
- Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы . «Герои страны» сайты.
- Расул Гамзатов стихи
- Слово мудреца(недоступная ссылка). Статья о юбилее Р. Гамзатова в журнале «РФ сегодня»
- Некролог в Газете. Ру
- Некролог в «Дагестанской Правде»
- Пресс-служба постоянного представительства Республики Дагестан при Президенте РФ. В Москве открыли мемориальную доску Расулу Гамзатову, РИА «Дагестан» (23 сентября 2011). 24 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2011 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ленин премияһы лауреаттары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Кирилл һәм Мефодий ордены кавалерҙары (БХР)
- 8 сентябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 3 ноябрҙә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- КПСС ағзалары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- Почта маркаларында шәхестәр
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- XX быуат тәржемәселәре
- Рәсәй тәржемәселәре
- СССР тәржемәселәре
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат публицистары
- Рәсәй публицистары
- СССР публицистары
- Алфавит буйынса публицистар
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Рәсәйҙең XX быуат шағирҙары
- СССР шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар