Яугилде (Ғафури районы)

Яугилде (рус. Явгильды), халыҡтағы исеме СамышБашҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 226 кеше булған[2]. Почта индексы — 453060, ОКАТО коды — 80221813006.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 226 118 108 52,2 47,8

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй[3].

Географик урыны

Тарихы

Яугилде ауылы уға нигеҙ һалыусы Яугилде тигән кеше исеме менән атап йөрөтөлә. Яугилде тураһында мәғлүмәттәр булмаһа ла, VII ревизия материалдары буйынса уның 70 йәшлек улы Ҡәҙерғол Яугилдин, ейәне Ишморат һәм бүләсәләре Солтанморат, Байбулат, Байгилде Ишморатовтар булыуы билдәле. Яугилденең кесе улы Рахманғол, ейәне Ниғмәтулла икәнлеге билдәле. Оло улының тыуған йылы ауылдың барлыҡҡа килеү йылы менән тап килергә мөмкин (XVIII быуаттың уртаһы).

Ауылдың икенсе атамаһы ла бар – Самыш. Самыш исемле хорунжий йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Яугилденән Кинйәбулат Кусяпҡолов һәм Ҡанмырҙа Кәйепҡолов ҡатнашҡанлығы билдәле.[4]

Билдәле шәхестәре

Фоторәсем

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә