Сәлимов Ниязбай Булатбай улы
Ниязбай Булатбай улы Сәлимов (рус. Ниязбай Булатбаевич Салимов; 1958 йылдың 27 сентябре, Яугилде, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре, филолог-ғалим, журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев (1992) һәм Һәҙиә Дәүләтшина (2025) исемендәге премиялар лауреаты. Ғафури районының почётлы гражданы.
Биографияһы
Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (Нияз Сәлимов) 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.
1984 йылда талантлы йәш белгес «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, биш йылдан республика йәштәренең «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәренең үҙ аллы гәзите «Йәшлек»те булдырыуға ҙур көс һала, уның тәүге мөхәррир урынбаҫары була.
1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән.1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Ниязбай Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә.
Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә.
2001 йылда «Башҡорт әҙәби теле публицистик стиленең формалашыуы һәм үҫеше» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. Бер монография, ике фәнни брошюра авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.
1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә.
2011—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй[2].
2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары[3].
2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[4].
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 2025 йылдың 5 сентябрендә үткән идара ултырышында 2025 йылда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына «Бәхетстан» китабы өсөн Нияз Сәлимов тәҡдим ителде[5]. 2025 йылдың 24 декабрендә Нияз Сәлимовҡа ошо премия тапшырылды[6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.
- «Табын ырыуы» йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе (февраль, 2017)[7][8]
Китаптары
- Ҡурсаҡ булғы килмәне. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
- Атайым йомаҡтары. — Өфө: Китап, 1995.
- Әнүзә һәм шуҡ кәзә. — Өфө: Китап, 1997.
- Бурлинская средняя школа: вчера и сегодня. Уфа: Городская типография, 2000.
- Башҡорт әҙәби теленең публицистика стиле. — Өфө: Китап, 2003.
- Ҡояш — ул ҡош?: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2006.
- Ураҡ осоро: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2008.
- Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2016[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992);
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2022);
- Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2025);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Ғафури районының почетлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Салимов Н. Б. Формирование и развитие публицистического стиля башкирского литературного языка. диссертация ... кандидата филологических наук. Национальная электронная библиотека (2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
- ↑ Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан. Контактная информация 2016 йылдың 20 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2016)
- ↑ Писателям и поэтам Башкортостана вручили госпремии. ИА «Башинформ», 20 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2022)
- ↑ Союз писателей Башкортостана. Рассмотрен вопрос о выдвижении кандидатов на госпремию им. Хадии Давлетшиной. Союз писателей Башкортостана (5 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе наградили лауреатов премий имени Бабича и Давлетшиной. ИА «Башинформ» (24 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ В Уфе представители башкирского рода Табын провели съезд. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 28 февраль 2017 йыл (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2017)
- ↑ Өфөлә Табын ырыуы башҡорттары съезд уҙғарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 1 март 2017 йыл (Тикшерелеү көнө: 1 март 2017)
- ↑ Баш ҡалала сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға ҡарата китап донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 23 август (Тикшерелеү көнө: 24 август 2016)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
- Поздравляем юбиляра Ниязбая Салимова! 05.10.2023. Союза журналистов Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Минсылу Усманова. Разносторонняя личность. Издательский дом «Республика Башкортостан». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).