Йөҙимән

Йөҙимән (рус. Юзимяново) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 317 кеше булған[2]. Почта индексы — 453066, ОКАТО коды — 80221828008.

Географик урынлашыуы

Йөҙимән ауылы ошо уҡ атамалы йылға буйында урынлашҡан.

Тарихы

Кесе-табындарҙың Йөҙимән ауылына 1795 йылда нигеҙ һалынған. Бында 15 йортта етмешкә яҡын кеше йәшәгән. Ауыл урынлашҡан ерҙә имән ағасы күп үҫкән. Ошо ағаслыҡ өсөн дә ауылды “Йөҙимән” тип атағандар, күрәһең.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 317 159 158 50,2 49,8

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә