Ғәзизов Әнүәр Әсғәт улы

Ғәзизов Әнүәр Әсғәт улы (рус. Газизов Анвар Асгатович; 9 август 1947 йыл16 ғинуар 2022 йыл) — филолог, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1982—2009 йылдарҙа Ғафури районы Красноусол ауылы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993).

Биографияһы

Әнүәр Әсғәт улы Ғәзизов 1947 йылдың 9 авгусында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған.

Урындағы башланғыс мәктәпте һәм Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай.

1967 йылда саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алына, уны Одесса ҡалаһында үтә. 1969 йылда запасҡа ҡайтарыла һәм Ғафури районының Мәндем урта мәктәбендә башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1971—1976 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡый.

Юғары һөнәри белем алған белгес 1976 йылда йүнәлтмә менән Дәүләкән районына ебәрелә, унда район мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләй.

1978 йылдан — Ғафури район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1982—2009 йылдарҙа Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се һәм 3-сө урта мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

2022 йылдың 16 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан Красноусол ауылында вафат була[1].

undefined

Үҙешмәкәр сәнғәттә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
• Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993)

Ғаиләһе

• ҡатыны — Ләлә Ишдәүләт ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (2009)[2]
• улы Булат, архитектор
• ҡыҙы Лилиә, табип