Красноусол

Красноусол, Красноусольский (рус. Красноусольский) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 11991 кеше булған[2]. Почта индексы — 453050, ОКАТО коды — 80221823001.

Географик урыны

Көгөш йылғаһы буйында, Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан 104 км һәм Стәрлетамаҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Эргәлә генә Красноусол тарихы башланған Воскресенка тауы урынлашҡан.

Тарихы

Красноусол (Усолка) ауылы 1930—1963 йылдарҙа Ғафури районының административ һәм 1965 йылдан Красноусол ауыл советы үҙәге. Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 130 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан 26 саҡрым алыҫлыҡта Көгөш йылғаһы буйында, Талбазы—Красноусол, Архангел—Красноусол, Стәрлетамаҡ—Красноусол, Ишембай—Красноусол автомобиль юлдары буйында урынлашҡан.

Ауылға XVIII быуат уртаһында Богоявленск заводы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1770 йылда ауылда Лепёхин Иван Иванович була. 1772 йылда 788 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 йылда 371 йортта — 2773 кеше теркәлгән. Ауыл халҡы игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, заводта эшләгән.1810 йылда сиркәү төҙөлгән, 1870 йылда училище, 3 һыу тирмәне, 2 сауҙа кибете булған. 1896 йылдағы сығанаҡтарҙа ауыл Богоявленск (Усолка) исеме менән теркәлгән. 1906 йылда сиркәү, ир һәм ҡыҙ балалар земство мәктәптәре, уҡыу бүлмәһе, Пашковтың быяла заводы[3], завод дауаханаһы, почта-телеграф бүлексәһе, шарап, 3 һыра һәм 13 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, ауылда улус идараһы урынлашҡан.

1920 йылда Красноусол заводы документтарға «Усолка» исеме менән ингән. 1928 йылдан хәҙерге исемендә һәм ҡала тибындағы ҡасаба статусында, 2005 йылда хәҙерге статусын ала. Ауылдан төньяҡ‑көнсығышта, 5 саҡрым алыҫлыҡта, Красноусол минераль сығанаҡтары бар. Халҡы (мең кеше): 1906 йылдан — 2,8; 1920 йылда — 5,5; 1939 йылда — 9,7; 1959 йылда— 9,7; 1989 йылда — 10,3; 2002 йылда — 11,8; 2010 йылда— 12,9. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, башҡ. интернат-гимназияһы, 3 урта мәктәп, Красноусол урта мәктәбе № 1, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто, 4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, сиркәү бар[4][5].

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
1939[9]1959[10]1970[11]1979[12]1989[13]2002[14]
10 99511 85111 51710 16610 26911 796
20092010[15]2020[16]2021[17]
12 42111 99111 24111 909
2500
5000
7500
10 000
12 500
15 000
1989
2021

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. хәҙер Красноусол быяла заводы
  4. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 169-сы б.
  5. Башҡорт энциклопедияһы. Красноусол ауылы
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Клявлин Марс Сәлих улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)
  7. Башҡорт энциклопедияһы. Лобанов Владимир Генннадьевич
  8. http://www.ugatu.ac.ru/education/atc/mcc/sostav.php
  9. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  10. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  11. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  12. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  13. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
  15. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
  16. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.
  17. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә