6 апрель
6 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 96-сы (кәбисә йылында 97-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 269 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
:
- Үҫеш һәм тыныслыҡ хаҡына спорт көнө.
- Өҫтәл теннисы көнө.
АҠШ: Өмөт-ышаныс көнө.
- Йәш помидорҙар көнө.
Греция: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Литва: Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө.
АҠШ: Армия көнө.
- Студент-спортсылар көнө.
Индонезия: Балыҡсылар көнө.
Ҡырғыҙстан: Физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Польша: Эске именлек агентлығы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының тикшереү подразделениелары көнө.
- 1748 йыл: Италияла боронғо Помпеи ҡалаһының емеректәре табыла.
- 1899 йыл: Мәскәүҙә беренсе трамвай йөрөй башлай.
тулы исемлек
- 1923 йыл: Мәскәүҙә Моссовет исемендәге театр асыла.
- 1930 йыл: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Ҡарары менән Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Насыров Рәхимйән Ахунйән улы (1925—2016), юрист, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан милицияның участка инспекторы, 1959 йылдан Яңауыл районы эске эштәр бүлеге начальнигы, 1961 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1968—1985 йылдарҙа — Октябрьский ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Райман ауылынан.
- Миһранов Марат Ғәлихан улы (1955), зоолог-ғалим. 1997 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биоэкология һәм биология буйынса белем биреү кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007) һәм мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мәғлиев Айрат Рафаэль улы (1965—23.05.2021), скульптор. 2003 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы, 1999 йылдан — «Ясфио» ижад берекмәһе ағзаһы, 2002 йылдан — берекмә етәксеһе. 1997 йылдан боҙ һәм ағас скульптураларының республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара ижад фестивалдәрендә, симпозиумдарҙа һәм күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәйретдинова Эльза Әхиәр ҡыҙы (1965), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре. Краснокама районы Сауыҙбаш ауыл советы башҡарма комитетының элекке секретары, эштәр идарасыһы, 2011 йылдан — Сауыҙбаш ауыл хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо ауылдан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смородинцев Анатолий Александрович (1901—6.08.1986), бактериолог-ғалим, вирусолог һәм иммунолог. 1946—1967 йылдарҙа Ленинградтағы Эксперименталь медицина институтының бүлек мөдире; 1967 йылдан Бөтә Союз грипп ғилми-тикшеренеү институтында: уны ойоштороусы һәм тәүге директоры, 1972 йылдан — бүлек мөдире. СССР Медицина фәндәр академияһы академигы (1966), медицина фәндәре докторы, профессор. Сталин (1941) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты. Ике Ленин (1971, 1986), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
- Бармин Леонид Николаевич (1931—16.06.1995), инженер-металлург-ғалим. 1955 йылдан Свердловск ҡалаһындағы Урал политехник институты (хәҙер Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан технология факультеты деканы, 1972—1979 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1975 йылдан — һаҡлағыс һәм нығытҡыс ҡаплауҙар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978) һәм дәүләт премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Копсов Анатолий Яковлевич (1942), энергетик-инженер-ғалим, дәүләт органдары һәм энергетика тармағы хеҙмәткәре. 1988 йылдан «Башкирэнерго» йәмғиәте идарасыһы, генераль директоры. 1992—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Премьер-министры; 1994—2011 йылдарҙа «Берҙәм энергетика системаһы» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2004). Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (1994—1996). Рәсәйҙең «Берҙәм энергетика системаһы»ның атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1992), СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1987). Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2011). 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
- Николаев Леонид Витальевич (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975—2012 йылдарҙа Салауат ҡалаһы туберкулезды дауалау диспансерының баш табибы. 1980—2000 йылдарҙа ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Денискин ауылынан.
тулы исемлек
- Барсуков Владимир Петрович (1957), лётчик-инструктор. Күмертау ҡалаһы осоусылар клубының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Керчина Лариса Николаевна (1962), Башҡортостандың рус телендә ижад итеүсе шағиры, тәржемәсе. 2009 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең беренсе премияһы лауреаты (Бәләбәй, 2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Таянович Вениамин Игоревич (1967), спортсы. 1985—1992 йылдарҙа йөҙөү буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1992 йылда Барселонала уҙған Олимпия уйындары чемпионы, призёры һәм рекордсыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1986) һәм атҡаҙанған (1992) спорт мастеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҫәнсурина Дилара Сибәғәт ҡыҙы (1953), педиатр. Күмертау ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ғәлләмов Айҙар Хәмит улы (1963), табип-ғалим. 1986 йылдан Көньяҡ Урал тимер юлының Троицк станция дауаханаһы табибы, 1997—2004 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһы табибы, бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия һәм эндоскопия кафедраһы уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сурағолов Руф Сабир улы (1939—1995), урман белгесе-ғалим, эколог. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылынан.
- Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (1949), биолог-ғалим, иҡтисадсы. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылғаса иҡтисади кибернетика кафедраһы мөдире; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социаль сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 2015 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Арыҫланов Илдар Ринас улы (1994), спортсы, шоссела велосипедта ярышыусы. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призёры. Спорт мастеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1670 йыл: Жан-Батист Руссо, Францияның сатирик шағиры, эпиграммалар авторы.
- 1810 йыл: Филип Генри Госсе, Бөйөк Британия натуралисы, аквариумды уйлап табыусы.
- 1820 йыл: Надар (төп исеме Гаспар Феликс Турнашон), Франция фотографы, яҙыусы һәм журналист.
- 1836 йыл: Николай Склифосовский, Рәсәй империяһы хирургы.
- 1840 йыл: Василий Юнкер (йәки Иоганн Вильгельм), Рәсәй империяһы табибы, географ һәм сәйәхәтсе, Африканы өйрәнеүсе.
- 1890 йыл: Антон Фоккер, Нидерланд авиаконструкторы.
- 1897 йыл: Фриц Эрпенбек, Германия яҙыусыһы, публицист һәм актёр.
- 1920 йыл: Эдмонд Фишер, АҠШ-тың биохимик-ғалимы, физиология һәм медицина өлкәһендәге Нобель премияһы лауреаты (1992).
- 1925 йыл: Галина Кожакина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1970).
- 1955 йыл: Майкл Рукер, АҠШ-тың кино актёры, продюсер.
- 1975 йыл: Денис Клявер, Рәсәй йырсыһы, «Чай вдвоём» төркөмө ағзаһы.
- 1975 йыл: Зак Брафф, АҠШ актёры, режиссёр, сценарист һәм кинопродюсер.
- 1980 йыл: Маргарита Симоньян, СССР һәм Рәсәй журналисы, «Russia Today» телеканалының баш мөхәррире.
- 1971 йыл: Игорь Стравинский, Рәсәй империяһы композиторы.