Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте) | |
---|---|
![]() | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Нигеҙләнгән | 1993 |
Алдан килеүсе | Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (1919—1990)[1] Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы[2] (1990—1992) |
Штаб-квартира | Өфө, Республика Йорто |
Сайт | |
http://www.pravitelstvorb.ru/ |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (рус. Правительство Республики Башкортостан) — Башҡортостандың юғары башҡарма власть органы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хөкүмәт составын раҫлай, уның эше менән етәкселек итә һәм отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә[3][4]. 2002 йылдан хәҙерге атамаһы менән йөрөтөлә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәт аппараты тураһында Положение
• Башҡортостан Республикаһы аппараты — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (артабан Хөкүмәт) эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының Хөкүмәт ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуын контролдә тотоусы дәүләт органы.
• Хөкүмәт Аппараты үҙ эшмәкәрлегендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Рәсәй Федерацияһы федераль закондарына һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Башҡортостан Республикаһы Ҡанунына, Хөкүмәт Регламентына, ошо Положениеға һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарға таянып эш итә.
• Хөкүмәт Аппараты үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығының дөйөм етәкселеге, Хөкүмәт Премьер-министрының туранан-тура етәкселегендә башҡара, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе ҡулы аҫтында тормошҡа ашыра.
• Хөкүмәт Аппараты ҡаралған тәртиптә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары, Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнештә эшләй.
• Хөкүмәт Аппараты юридик шәхес булып тора, уның үҙ аллы балансы, сығымдар (расход) сметаһы, бюджет тураһындағы ҡанундарға ярашлы асылған шәхси (лицевой) иҫәбе (счет), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербы төшөрөлгән мисәте һәм үҙ атамаһы; шуға ярашлы мисәттәре, штамптары һәм бланкылары бар.
• Хөкүмәт Аппараты уның эшмәкәрлегенә кәрәк булған милек, матди-техник саралар, ҡоролмалар менән тәьмин ителә, матди саралар һәм аҡса иҫәбен алып барыуҙы һәм уларҙы файҙаланыу буйынса контроль ойоштора.
• Хөкүмәт Аппаратына милек беркетеү ҡарары Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителә. Хөкүмәт Аппаратына ҡаралған тәртиптә беркетелгән милек уның оператив идаралығында тора.
• Хөкүмәт Аппараты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә ярашлы ойошмалар тора.
• Хөкүмәт Аппараты эшмәкәрлеген финанслау Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Вәкәләттәре
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
• Үҙенең вәкәләте сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары менән етәкселек итә;
• Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм милли-мәҙәни үҫеш программаларын әҙерләй һәм тормошҡа ашыра;
• Республика бюджетын әҙерләй һәм үтәй;
• Башҡортостан Республикаһының комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү маҡсатында финанстар, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен үткәрә;
• Ҡануниәткә ярашлы, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү һәм яҡлауҙы тормошҡа ашырыу, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар күрә;
• Башҡортостан Республикаһының милкенә эйә һәм уның менән идара итә, Башҡортостан Республикаһы идаралығына тапшырылған федераль мөлкәт тә уның ҡарамағында;
• Федераль башҡарма власть органдары менән идара итеү һәм вәкәләт даирәһен бүлешеү буйынса договорҙар, шулай уҡ үҙ вәкәләтенең ҡайһылыр өлөшөн үҙ-ара тапшырыу буйынса килешеүҙәр төҙөй;
• Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм закондары, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 78-се статьяһына ярашлы төҙөлгән федераль башҡарма власть органдары менән килешеүҙәрҙә ҡаралған башҡа вәкәләттәрҙе башҡара[4].
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарихы 1917 йылдан башлана. Ул ваҡытта ул Башҡорт Хөкүмәте тип атала. Артабан — Башҡорт Хәрби-революцион комитеты (1919 йылдан), Халыҡ комиссарҙары советы (1920 йылдан), Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (1946 йылдан), Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы (1990 йылдан).
1992 йылда Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, ә 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тип үҙгәртелә.
2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйестәре (Премьер-министрҙары)
• Мирғәзәмов Марат Парис улы (1986—1992);
• Копсов Анатолий Яковлевич (1992 йылдың ноябре — 1994 йылдың июле);
• Баҡыев Рим Сәғит улы (1994 йылдың июль-октябрендә — вазифа башҡарыусы, октябрь — 1999 йылдың ғинуары);
• Рафаэль Байдәүләтов (1999 йылдың 12 ғинуары — 2008 йылдың 10 апреле);
• Раил Сарбаев (2008 йылдың 10 апреле — 2010 йылдың 20 июле);
• Рөстәм Хәмитов (2010 йылдың 20 июле — 2011 йылдың 19 майы);
• Азамат Илембәтов (2011 йылдың 19 майы — 2012 йылдың 6 авгусы);
• Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов (2012 йылдың 6 авгусы — 2015 йылдың 26 ноябре);
• Рөстәм Мәрҙәнов (2015 йылдың 26 ноябре — 2018 йылдың 3 декабре);
• Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров (2018 йылдың 3 декабре — 2020 йылдың 17 сентябре);
• Андрей Назаров (2020 йылдың 17 сентябренән);
Хөкүмәт ағзалары
Вазифа | ФИО | Тыуған йылы | Вазифаһын башҡара башлаған йылы | Быға тиклемге вазифаһы |
---|---|---|---|---|
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры | Назаров Андрей Геннадьевич | 28.04.1970 | 2020 | Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры | Моратов Рөстәм Хәмит улы | 12.03.1980 | 2020 | 2019 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры. |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары | Килсенбаев Урал Таһир улы | 01.07.1982 | 2021 | Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе | Абдрахманов Азамат Фәрит улы | 26.06.1979 | 2021 | Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары | Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы | 09.11.1983 | 2024 | Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры | Полянская Наталья Юрьевна | 14.11.1976 | ||
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары | Сәғитов Ирек Хәйривара улы | 11.07.1969 | 2019 | Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры | Фазрахманов Илшат Илдус улы | 08.08.1977 | 2017 | Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының спорт министры | Хәбибов Руслан Таһир улы | 03.05.1974 | 2025 | Башҡортостан Республикаһының спорт министры |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры | Шельдяев Александр Николаевич | 14.03.1981 | 2022 | Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры |
Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министры | Болычева Маргарита Дмитриевна | 03.08.1993 | 2021 | Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе |
Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-хужалығы министры | Голованова Ирина Александровна | 03.10.1973 | 2023 | Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы |
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры | Гордиенко Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы | 23.11.1976 | 2024 | Ҡыйғы районы муниципаль районы хакимиәте башлығы |
Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры вазифаһын башҡарыусын | Гусев Алексей Николаевич | 17.01.1982 | 2019 | Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе |
Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры | Иванова Ленара Хәким ҡыҙы | 31.12.1968 | 2010 | Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһының финанстар министры вазифаһын башҡарыусы | Малинская Светлана Ивановна | 13.09.1971 | 2024 | Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры | Мәүлитбирҙин Илдар Марат улы | 12.03.1986 | 2023 | Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры | Минакова Любовь Викторовна | 22.06.1981 | 2025 | Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы |
Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы | Ковшов Артём Васильевич | 04.03.1985[6] | 2024 | Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры | Разумикин Геннадий Валентинович | 15.06.1976 | 2018 | Мәскәү өлкәһенең Истра ҡала округы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Истра ҡала округы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры | Рәхмәтуллин Айрат Рәзиф улы | 18.02.1987[7] | 2022 | Өфө ҡалаһы 18-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы |
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры | Фазылов Нияз Мансур улы | 08.05.1987 | 2022 | Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе |
Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры | Шәрәфетдинов Марат Искәндәр улы | 21.02.1975[8] | 2017 | Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары |
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры | Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы | 24.03.1974[9] | 2012 | Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры |
Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы | Авдеева Александра Андреевна | 2024 | Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары | |
Башҡортостан Республикаһының көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Арыҫланова Гөлшат Марат ҡыҙы | 25.12.1975[10] | 2021 | Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп ғәмәлле үҙәге республика дәүләт автономиялы учреждение директоры |
Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Йыһаншин Азат Салауат улы | |||
Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Искәндәров Урал Салауат улы | |||
Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Первов Кирилл Сергеевич | |||
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Сабиров Вито Фладисович | |||
Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Спеле Владимир Иванович | |||
Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе | Шәрәфетдинов Наил Фәнил улы | |||
Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе | Ульчев Максим Владимирович | |||
Башҡортсотан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы | Ҡолбахтин Салауат Нәзир улы | |||
Башҡортостан Республикаһының архивтар эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы | Фәтҡуллин Илһам Зөфәр улы |
Үҙәк башҡарма һәм башҡа дәүләт органдары
Министрлыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы
• Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының спорт министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министрлығы
• Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығы
• Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты
• Башҡортостан Республикаһының көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты
Ведомстволар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы
• Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы
• Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы
• Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф сфераһында контроль һәм күҙәтеү идаралығы
• Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төрлө техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы
Хөкүмәт наградалары
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте түбәндәге дәртләндереү саралары булдырған:
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы[11];
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте;
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәргә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ в разное время данный орган исполнительной власти имел следующие наименования: Башкирский Революционный комитет (1919-20); СНК БАССР (1919—1946)
- ↑ До 25 февраля 1992 года Верховным Советом Башкирской АССР принят Закон об изменении названия государства. С тех пор официальное название — Республика Башкортостан.
- ↑ Ст.87 Конституции Республики Башкортостан
- ↑ 1 2 Еникеев З. И. Правительство Республики Башкортостан // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хөкүмәт/Состав
- ↑ Артем Ковшов назначен исполняющим обязанности министра строительства и архитектуры Республики Башкортостан . Ассоциация строителей Саморегулируемая организация «БашстройТЭК» (11 март 2024). Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Министром здравоохранения Республики Башкортостан назначен Айрат Рахматуллин . Глава Республики Башкортостан (официальный сайт) (26 май 2022). Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Министром лесного хозяйства Республики Башкортостан назначен Марат Шарафутдинов . Глава Республики Башкортостан (официальный сайт) (22 ноябрь 2019). Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Правительство / Состав / Шафикова Амина Ивниевна . Правительство Республики Башкортостан (8 сентябрь 2022). Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Председателем Госкомитета Башкортостана по конкурентной политике назначена Гульшат Арсланова . Глава Республики Башкортостан (официальный сайт) (16 март 2001). Дата обращения: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 28 января 2022 года N 13 «Об утверждении Положения о Почетной грамоте Правительства Республики Башкортостан и Благодарности Правительства Республики Башкортостан»
- ↑ Постановление Кабинета Министров РБ от 30.09.96 N 276 (ред. от 05.07.2006) «О премии имени Шагита Худайбердина»
Һылтанмалар
- Еникеев Зуфар Иргалиевич. Правительство Республики Башкортостан // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Официальный портал Правительства Республики Башкортостан 2020 йылдың 21 май көнөндә архивланған.
- Конституция Республики Башкортостан