Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы — Башҡортостан Республикаһы территорияһында һаулыҡ һаҡлау сфераһында дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика башҡарма власы органы.
Адресы: 450002, Өфө, Туҡай урамы, 23.
Эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы түләүһеҙ медицина һәм дарыу менән ярҙам итеү гарантияларын һәм асыҡлыҡты тәьмин итеү, өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһендә эшмәкәрлеген координациялауҙы ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау менән идара итеү органдары һәм учреждениеларына ойоштороу-методик, консультатив ярҙам күрһәтеү, ООМПВН компетенцияһы сиктәрендә күсмә өйрәтеү семинарҙарын үткәреүҙе ойоштороу эше менән шөғөлләнә.
Министрлыҡ Башҡортостан Республикаһы халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеү кимәлен күтәреү буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра; Башҡортостан Республикаһы граждандарына Түләүһеҙ медицина ярҙамын күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһын әҙерләүҙә ҡатнаша; ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡҡа экспертиза ойоштороуҙың ведомство һәм ведомство-ара контролен үткәреүҙә ҡатнаша, медицина һәм дарыу ярҙамын күрһәтеү сифаты, периодик медицина тикшереүҙәрен үткәреүҙе, граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендәге эште, граждандарҙың өҫтәмә диспансеризацияһын һәм тәрән медицина тикшерелеүен үткәреүҙе, дауахана эсендәге инфекцияларҙы иҫкәртеү буйынса саралар һәм дауалау-профилактика учреждениеларында санитар-эпидемиологик режим үтәлешен тормошҡа ашыра.
Башҡортостанда Республикаһында һаулыҡ һаҡлау һәм беренсел медик-санитар ярҙам сфераһында профилактикалау өҫтөнлөклөгөн тәьмин итеү бурысын тормошҡа ашырыусы «2013-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» программаһы ҡабул ителгән; махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы, медицина ярҙамы, тиҙ, шул иҫәптән махсус ашығыс медицина ярҙамы, медицина эвакуацияһының һөҙөмтәлелеген арттырыу; диагностикалауҙың, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалауҙың, шулай уҡ шәхсиләштерелгән медицина нигеҙҙәренең һәм башҡа инновацион алымдарын үҫтереү һәм индереү; бала тыуҙырыу һәм балалыҡ һ.б. хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Башҡортостан Республикаһында 2011 йылда 1 кеше башына тура килгән түләүһеҙ медицина ярҙамына күрһәтеүгә тотонолған сығымдар 6315,1 һум тәшкил итте.
2013 йылда (6 ай) Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау тармағын дәүләт сығанаҡтарынан 6 айға финанслау маҡсатында 23,1 млрд. һум аҡса бүленгән, һәм ул 2013 йылға раҫланған пландың 51,5 % тәшкил итә.
2013 йылда федераль бюджеттан 546,7 млн. һум бүленде, шул иҫәптән граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүгә — 341,3 миллион һум һалынды, һәм был йыллыҡ ассигнованиелар күләменең 61,8 % тәшкил итә.
2013 йылдың тәүге яртыһы өсөн тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 26,1 %, табиптарҙың — 20,5 %, урта медицина персоналының — 25,7 % артҡан.
2013 йылда республиканың тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 14,0 тере тыуған бала тәшкил итә.
Ведомство ҡарамағындағы ойошмалар
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениелары: республика дауаханалары, шифаханалары, поликилиникалары, Башҡортостан Республикаһы урта профессиональ белем биреүсе дәүләт автономиялы белем биреү учреждениеһы, балалар йорто бар[1].
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрҙары
Министрҙар (1946 йылға тиклем халыҡ комиссарҙары):
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1919—1929)[2] — Башҡорт АССР-ының беренсе Һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары
- Ҡадиров Имамғәле Ғәлим улы (1929—1930)
- Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (1930—1937)
- Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (1937—1938)
- Асҡаров Фат Хәким улы (1938—1940),
- Лоҡманов Сабир Закир улы (1940—1950 һәм 1954—1960)
- Сиражетдинова Маһира Низаметдин ҡыҙы (1950—1954)
- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (1960—1986)
- Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы (1987—1995)
- Мортазин Зөфәр Йәдгәр улы (1995—1999)
- Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы (1999—2001)
- Хәсәнов Рәйес Мофаззал улы (2001—2003)
- Шәмиғолов Фәнил Булат улы (2003—2006)
- Евсюков Андрей Александрович (2006—2010)
- Шебаев Георгий Анатольевич (2010-2014)
- Баҡиров Әнүәр Акрам улы (2014-2019)
- Забелин Максим Васильевич (2019 йылдың 28 октябренән 2022 йылдың 28 мартына тиклем)
- Рәхмәтуллин Айрат Рәзиф улы (2022 йылдың 28 мартынан 2022 йылдың 26 майына тиклем ваҡытлыса башҡарыусы, 2022 йылдың 26 майынан хәҙерге ваҡытҡа тиклем)
Министрлыҡтың вазифалары
Министрлыҡ Рәсәй Федерацияһы тарафынан Башҡортостан Республикаһына һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тапшырылған вәкәләттәрҙе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы исеменән министрлыҡ тарафынан башҡарылған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.
- Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған вәкәләттәр
Лицензиялау:
- Медицинала һәм фармацевтика өлкәһендә лицензиялар биреү, наркотиктар әйләнеше буйынса лицензиялар биреү.
- Лицензиялар реестрын алып барыу һәм лицензиялау мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү.
Һатып алыу:
- Медицинала ҡулланыу өсөн медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары һатып алыуҙы ойоштороу.
Халыҡты тәьмин итеү:
- Дәүләт контракттары буйынса һатып алынған медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары менән гражданды тәьмин итеү.
- Башҡортостан Республикаһының вәкәләттәре
- Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә.
- Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү һәм ауырыуҙарҙы профилактикалау программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу.
- Медицин ярҙамды ойоштороу: башланғыс, махсуслаштырылған, ашығыс һәм паллиатив медицина ярҙамы.
- Медицин экспертизалар һәм тикшереүҙәр үткәреү.
- Ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм һаулыҡлы йәшәү рәүешен формалаштырыу.
- Халыҡты социаль әһәмиәтле ауырыуҙар һәм эпидемиялар тураһында мәғлүмәтләндереү.
- Һаулыҡ һаҡлау субъекттарының эшмәкәрлеген координациялау.
- Медицина хеҙмәттәренең сифатын бәйһеҙ баһалау өсөн шарттар булдырыу.
- Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеү тәртибен билдәләү һәм шундай эшмәкәрлек өсөн рөхсәттәр биреү.
Был вәкәләттәр медицина ярҙамының ҡулланыу мөмкинлеген һәм сифатын тәьмин итеү, граждандарҙың һаулығын һаҡлау һәм Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.[3]
Ведомство наградалары
Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы ведомство наградалары һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштары һәм ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла:
- Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының рәхмәт хаты;
- Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау Министрлығының почет грамотаһы;
- «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе;
- «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы;
- Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау Министрлығының «Почетлы остазы» билдәһе.[4]
Һылтанмалар
- Официальный сайт 2020 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министерство здравоохранения Республики Башкортостан — Приложение № 1 к Положению о Министерстве здравоохранения РБ(недоступная ссылка)
- ↑ Вспомним первого наркома здравоохранения республики " Ветеран Башкортостана 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Положение о министерстве здравоохраниения Республики Башкортостан. Электронный фонд нормативно-правовых документов (4 июль 2014).
- ↑ ПРИКАЗ от 5 февраля 2019 года N 185-Д О наградной политике Министерства здравоохранения Республики Башкортостан. Электонный фонд нормотивно-правовых документов.