Шәмиғолов Фәнил Булат улы
Биографияһы
Фәнил Булат улы Шәмиғолов 1965 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы
- 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры
- 2009 йылдан Өфөләге 3-сө дауахананың баш табибы
- 2008 йылдан — Дипломдан һуң белем биреү институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы кафедраһы мөдире
Фәнни эшмәкәрлеге
Шәмиғолов Фәнил Булат улының фәнни хеҙмәттәре абдоминаль патология булғанда аҙ травмалы хирургик технологияларҙы камиллаштырыуға, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуға арналған.
Ул — 110 фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003)[1]
- Пирогов ордены[2]
Һылтанмалар
- Шамигулов Фанил Булатович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 558. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Единый республиканский инновационный бизнес-портал Шамигулов Фанил Булатович. Биографическая справка