Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Вафат булған көнө 1937
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Һуғыш/алыш
Заты ир-ат

Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (18941937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 28-се кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры (1919). 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры (1920). Тамъян-Ҡатай кантонының башҡарма комитеты рәйесе (1928). 1930-1937 йылдарҙа - Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы 1894 йылда (үҙе яҙған автобиографияла 1893 йылда тип күрһәткән[1].)Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Белорет районы) Сермән ауылында бик ярлы ғаиләлә тыуған. Атаһы — батрак, әсәһе итексе була. Үҙе яҙыуынса, өс йәштә етем булып ҡала, туғыҙ йәштән ялланып эшләй башлай. 1905 йылда земство иҫәбенә үҙ ауылында белем ала башлай: ҡыш көндәрендә уҡый, йәйгә ҡарай ялланып эшләүен дауам итә[1]. 1911 йылда тыуған ауылында ике синыфлы урыҫ-башҡорт училищеһын тамамлай. Ошо уҡ ауылда педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә һаулығы насарайыу сәбәпле, бер йылдан уҡыуҙы ташларға тура килә.Ағас ҡырҡыу эшендә, заводтарға күмер ташыу менән шөғөлләнә[2].

1914 йылда әрмегә алына һәм Балашов ҡалаһындағы 106-сы запас батальонда хеҙмәтен башлай. Өс ай күнекмәләр үткәндән һуң марш роталары составында фронтҡа оҙатыла. 1915 йылда Карпатта 16-сы фин уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1917 йылдың декабрендә отпускыға тыуған яҡтарына ҡайта. Илдә боларыш башланғанға күрә, әрмегә кире китмәй[1]. 1918 йылдың мартында Сермәндә ойошторолған ҡыҙылдарҙың хәрби дружинаһына яҙыла һәм июль айына тиклем Ҡыҙыл гвардия сафында хеҙмәт итә.

1918 йылдың йәйендә Башҡортостан аҡтар ҡулына күсә. К. Ишмөхәмәтов Инйәр заводы тирәһендә йәшенеп йәшәргә мәжбүр була, Ноҡат ауылында писарь булып эшләй[1].

«Каширин сигенгән саҡта миңә сигенергә тура килмәне, сөнки мин ауырып, тирмәлә ята инем. Аҡтар беҙҙең ауылды баҫып алғас, ҡалған большевиктарҙан аяуһыҙ рәүештә үс ала башланылар. Төрмәләргә ултырта һәм атып үлтерә башланылар. Беҙҙең йәйләүҙәргә аҡтар яҡынлашҡас, мин урманға ҡастым, унда октябрь айына тиклем йәшәнем»,

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 50. — 280 с.

 — яҙа үҙенең автобиографияһында К. Ишмөхәмәтов.

1918 йылдың йәйендә Каширин менән Блюхерҙың ҡыҙыл отрядтарына ҡаршы Башҡорт армияһы частары, мәҫәлән, Әмир Ҡарамышев етәкселегендә 1-се Башҡорт кавалерия полкы (Муса Мортазин ошо полкта эскадрон командиры булып хеҙмәт итә), 5-се Башҡорт уҡсы полкы һәм Тамъян-Ҡатай ирекле отряды ҡаршы һуғыша. Кинйәбай Ишмөхәмәтов яҙыуынса, ул 1918 йылдың көҙөндә тап Муса Мортазин хеҙмәт иткән 1-се Башҡорт кавалерия полкына яҙыла. 1919 йылдың февраленә тиклем К. Ишмөхәмәтов 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт итә. Тимәк, ҡыҙылдарҙың 1-се армия ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа туранан-тура ҡатнашҡан булып сыға[2]. Полк «Стәрлетамаҡ фронты башҡорт көстәре» хәрби оператив төркөмөндә хәрәкәт итә, сөнки 1-се полк 1918 йылдың декабренән Стәрлетамак фронтында ҡыҙылдарға ҡаршы аяуһыҙ бәрелештәрҙә ҡатнашыуы билдәле.

«Ҡыҙылдар беҙҙең ауылға яҡынлаша башлағас, мин, ҡыҙылдар ауылды баҫып алһа, уларға ҡушылыр өсөн, өйгә ҡайтырға рөхсәт алдым. Әммә беҙҙә аҡтарҙың коменданты тора ине, һәм кулактар, мине доброволец булып ҡыҙылдарҙа хеҙмәт итте һәм ошоға тиклем урманда ҡасып ятты, тип уға ошаҡлағандар. Шул саҡ аҡ гвардиялылар коменданты мине ҡулға алды. Фронт беҙҙән алыҫ түгел ине, 50 саҡрым ауылдан. 24 февралдең төнөндә мин фронт аша ҡыҙылдарға китеү өсөн ҡаса алдым. 25 февралдә аҡтар фронты аша ҡыҙылдарға ҡастым һәм 1919 йылдың 19 февралендә тулыһынса ҡыҙылдарға күскән Башҡорт полкы сафына индем»,

Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — С. 51. — 280 с.

— тип яҙа Ишмөхәмәтов был осор тураһында.

Март аҙағында Мортазиндың 1-се кавалерия полкы, ҡыҙылдарҙың мыҫҡыллауына түҙә алмай, кире аҡтар яғына сығып китә, полк менән бергә Кинйәбай Ишмөхәмәтов та аҡтар яғына киткән, тип фаразлап була[2].

«Өс ай хеҙмәт иткәндән һуң, май айында, мине — эскадрон командирының ярҙамсыһы итеп, ә 1919 йылдың 2 авгусында эскадрон командиры итеп тәғәйенләнеләр», — тип бәйән итә үҙенең хәрби хеҙмәт юлы хаҡында К. Ишмөхәмәтов. 1919 йылдың август аҙағында бригада кимәленә үҫеп еткән Мортазин полкы ҡабаттан ҡыҙылдар яғына сыға. Артабан Ишмөхәмәтов Башҡорт кавалерия бригадаһы составында Урал фронтында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан территорияһы) аҡтарға ҡаршы һуғышып йөрөй. 28-се полкының эскадрон командиры сифатында Польша фронтында һуғыштарҙа ҡатнаша.

1920 йылдың ноябрендә Семен Петлюраның армияһын ҡыйратҡанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. 1922 йылда Реввоенсоветтың 34-се фарманы менән бүләкләнә. Фарманда былай тиелгән: «1920 йылдың 21 ноябрендә Гоноровка ауылы эргәһендәге һуғышта дошманды ҡыуып барышлай уның сафын туҙҙырғаны һәм фельдшерын, медикаменттары менән ҡуша санлетучкаһын әсиргә алып, уларҙы тылға килтереп тапшырғандан һуң да тағы ла дошманды эҙәрлекләүен дауам иткәне өсөн»[2]. 1920 йылдың декабрендә Башҡорт кавалерия бригадаһы ике полкка ҡалдырылғас, 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡорт бригадаһы таратылғас, 1921 йылдың апреленән сентябренә тиклем Румыния сигендә айырым башҡорт эскадронында хеҙмәт итә. Ошо мәлдә К. Ишмөхәмәтовты, Башҡортостанға саҡыртып алып, республика хәрби комиссариатының комендант командаһы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 1922 йылдан — Тамъян-Катай кантоны милицияһы начальнигы, 1923 йылдан — кантондың финанс бүлегендә, 1924 йылдан — социаль тәьминәт бүлеге, 1927 йылдан ер идаралығы начальнигы булып эшләй. 1928 йылда Кинйәбай Ишмөхәмәтов Тамъян-Ҡатай кантонының башҡарма комитеты рәйесе итеп ҡуйыла. 1930 йылда Игенселек наркомы итеп тәғәйенләнә, әммә был вазифала оҙаҡ эшләмәй, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары вазифаһына күсерелә[1]. Уның башланғысы менән 1933 йылда Өфөлә медицина институты, Республика клиник хәстәханаһы, фармацевтик заводы, Белоретта тубдиспансер асыла.

1937 йылдың 26 сентябрендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан, 27 ноябрҙә атып үлтерелә.

1956 йылда реабилитациялана. Уның ҡатыны Ғәйниямал 10 йылға Омскиға һөргөнгә ебәрелә. Улдары Лев Кинйәбай улы Ауыл хужалығы нститутын тамамлағандан һуң шул уҡ институтта уҡыта[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]