Забелин Максим Васильевич
Забелин Максим Васильевич (17 июль 1979 йыл, Курск өлкәһе Суджан районы Гончаровка ауылы) — хәрби табип-хирург-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығының Хакимиәт етәксеһе. 2024 йылдың 11 ноябренән Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, 2025 йылдың ғинуарынан Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең Рәйес урынбаҫары — өлкәнең һаулыҡ һаҡлау министры. MBA дәрәжәһе эйәһе. Медицина фәндәре докторы. Пирогов (1922), Башҡортостан Республикаһының Генерал Шайморатов һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Юғары белемле: Санкт-Петербургтағы С. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын, Рәсәй Оборона министрлығыныңның Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған[2].
Биографияһы
Максим Васильевич Забелин 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһе Суджан районы Гончаровка ауылында тыуған[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Рәсәй Оборона министрлығының Курск ҡалаһындағы авиабазаһында медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай[4].
2008 йылдан — Рәсәй Оборона министрлығының Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск ҡалаһындағы гарнизон госпиталенең хирургия бүлеге начальнигы[5].
2010 йылдан — Мәскәүҙең 67-се ҡала клиник дауаханаһының хирург-табибы[3].
2012 йылдан — Мәскәүҙең 50-се ҡала клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире[5].
2013 йылдан — Мәскәү өлкә онкология диспансерының баш табип урынбаҫары[3].
2015 йылдан — Рәсәй Федераль медицина-биология агентлығының «А. И. Бурназян исемендәге федераль медицина биофизика үҙәге — Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының генераль директор урынбаҫары — баш табибы[5].
2017 йылдан — Федераль медицина-биология агентлығының етәксе урынбаҫары[4].
2018 йылда — Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Радиология милли медицина тикшеренеү үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы генераль директорының филиалдар менән эшләү буйынса урынбаҫары[4].
2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, һаулыҡ һаҡлау министры[3].
2021 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары — һаулыҡ һаҡлау министры[3].
2022 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе[3].
2024 йылдың ноябренән — Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы, 2025 йылдың ғинуарынан Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең Рәйес урынбаҫары — өлкәнең һаулыҡ һаҡлау министры[2][6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://globalmsk.ru/person/id/12848?ysclid=mbulcyrbgi861842447
- ↑ 1 2 Максим Забелин назначен зампредом правительства Московской области. Деловой журнал «Vademecum». Официальный сайт. 16 января 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Руководителем администрации Главы Башкирии назначен Максим Забелин. ИА «Башинформ», 2 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 Борьба с ковидом и забастовки: чем отличился новый министр здравоохранения Московской области на прошлом месте работы. Рассказываем, откуда взялся чиновник и чем он занимался раньше. Сетевое издание «Москва онлайн» (18+). 11 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 ЗАБЕЛИН Максим Васильевич. Заместитель Председателя Правительства Московской области — министр здравоохранения Московской области. Московский бизнес портал ГлобалМСК.ру (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
- ↑ 1 2 Максим Забелин возглавил Минздрав Подмосковья. Российское интернет-издание «Regions.ru» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
Һылтанмалар
• Руководителем администрации Главы Башкирии назначен Максим Забелин. ИА «Башинформ», 2 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
• ЗАБЕЛИН Максим Васильевич. Заместитель Председателя Правительства Московской области — министр здравоохранения Московской области. Московский бизнес портал ГлобалМСК.ру (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
• Максим Забелин назначен зампредом правительства Московской области. Деловой журнал «Vademecum». Официальный сайт. 16 января 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
• Борьба с ковидом и забастовки: чем отличился новый министр здравоохранения Московской области на прошлом месте работы. Рассказываем, откуда взялся чиновник и чем он занимался раньше. Сетевое издание «Москва онлайн» (18+). 11 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)
• Максим Забелин возглавил Минздрав Подмосковья. Российское интернет-издание «Regions.ru» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2025)