Генерал Шайморатов ордены
Генерал Шайморатов ордены (рус. О́рден генера́ла Шаймура́това) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы[2]. Фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өсөн тапшырыла.
Тарихы
Орден совет хәрби начальнигы, генерал-майора, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры һәм Рәсәй Геройы (үлгәндән һуң) Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы исемен йөрөтә.
2019 йылда булдырыла[2]. 2020 йылдың 23 февралендә беренсе тапҡыр тапшырыла: республиканың 8 гражданы орден кавалеры исеменә лайыҡ була. Наградланыусылар иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре Ғәбделхәй Зарипов менән Мөғин Нагаев, шулай уҡ Чечняла Урус-Мартан районында хеҙмәтен-хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уҡсы-санитар Вадим Сафин була[3]. Дәүләт наградаһын республика Башлығы Радий Хәбиров тапшыра[4].
Тасуирламаһы
Орден билдәһе көмөштән, алтын һәм эмаль файҙаланып эшләнә. Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәҙе биш ҡанатлы йондоҙ формаһында эшләнгән, йондоҙҙоң ҡанаттары алтынлатып ҡаймаланған. Ҡыҙыл йондоҙ уртаһында — түңәрәк көмөш пластинала М. М. Шайморатовтың гимнастеркалағы, генерал-майор айырыу билдәһе булған петлицалы, кубанкалы күкрәктән төшөрөлгән һүрәте урынлаштырылған. Көмөш менән ситләтелгән пластинаны уратып ҡуйы ҡыҙыл төҫтә «„ВЕРНОСТЬ. МУЖЕСТВО. ДОЛГ. ГЕНЕРАЛ М.ШАЙМУРАТОВ“» тип яҙылған. Уның аҫҡы өлөшөнә лавр һәм имән ботағы сатрашлап һалынып, Башҡортостан флагы рәүешендә эшләнгән даға формаһындағы ҡалҡан менән беркетелгән. Биш ҡанатлы йондоҙ сатрашлап һалынған 1927 йыл өлгөһөндәге кавалерист шашкаһы өҫтөнә урынлаштырылған. Көмөштән эшләнгән, ҡара үтә күренмәле эмаль менән буятылған шашка эфесы аҫҡа уңға һәм һулға ҡаратылған[5].
Орден күкрәтең һул яғында йөрөтөлә, СССР, Рәсәй Федерацияһы ордендарына эйә булғанда, уларҙан һуң тағыла, башҡортостан Республикаһы ордендары булғанда — «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендарынан һуң тағыла.
Бүләкләнеү өсөн нигеҙ
Ҡанунға ярашлы, орден менән Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит ил гражданжары һәм гражданлығы булмағандар:
- йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда;
- ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарған;
- ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, граждан һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өсөн бүләкләнә.
Бүләкләү тәртибе
Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы бүләкләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Азат Гиззатуллин. В Башкирии учредили медаль генерала Шаймуратова (рус.). bashinform.ru (25 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2024.
- ↑ 1 2 Правовой акт (рус.). npa.bashkortostan.ru (19 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2024.
- ↑ В Башкортостане появился орден генерала Шаймуратова (рус.). str.bashkortostan.ru (20 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2024.
- ↑ В Башкирии вручили первые ордена генерала Шаймуратова (рус.). ufa.rbc.ru (23 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2024.
- ↑ Описание ордена генерала Шаймуратова (рус.). docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2024.
Һылтанмалар
- ГОСУДАРСТВЕННОЕ СОБРАНИЕ — КУРУЛТАЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. ПОСТАНОВЛЕНИЕ от 19 декабря 2019 года N ГС-782 «Об утверждении статута ордена генерала Шаймуратова» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2022)