Григорий Аксаков ордены
Тарихы
Орден Өфө һәм Һамар губернаторы Григорий Сергеевич Аксаков исемен йөрөтә. 2019 йылдың 19 декабрендә булдырыла. Беренсе тапҡыр 2020 йылдың 26 июнендә Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләгәндә тапшырыла[2].
Тәүге бүләкләнеүселәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре була:
- Динә Мансурова, Белорет районы үҙәк клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы;
- Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры;
- Вил Тимербулатов, Башҡорт дәүләт медицина университеты өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының хирургия кафедраһы мөдире;
- Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты;
- Дамир Фазлетдинов, Нефтекама ҡала дауаханаһы поликлиника бүлегенең табиб-физиотерапевы;
- Наталья Ширшова, Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы өлкән шәфҡәт туташы;
- Рафаэль Яппаров, СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ғаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы[3][4].
Тасуирламаһы
Орден билдәһе ҡабарынҡы һигеҙ ҡанатлы көмөш йондоҙ рәүешендә. Ҡанаттар зөбәржәт төҫөндәге ҡайнар эмаль менән ҡойолған, ситтәре ҡабарынҡы тар көмөш һыҙат менән ҡаймаланған. Ҡанаттар өҫтөнә киң ҡабарынҡы көмөш сит менән ситләтелгән көмөш медальон төшөрөлгән. Уның эсендә Г. С. Аксаковтың күкрәктән ҡабырғанан эшләнгән, һулға ҡарап торған портреты. Ҡайма эсендә ордендың өҫкө өлөшөндә «Согласие. Милосердие. Благодеяние» тигән девиз, аҫ яғында «Г. Аксаков» тип уйып яҙылған һәм зөбәржәт төҫөндәге һалҡын эмаль ҡойолған. Медальон тыш яҡтан алтын төҫөндәге анар веногы менән уратылған һәм уның бер осо иң өҫкө ҡанатҡа эленгән.
Орден билдәһе алтын һәм эмаль ҡушып, көмөштән эшләнгән. Йондоҙҙоң бер ҡанатынна ҡапма-ҡаршы яҡтағы ҡанаты осона тиклем ара — 55 миллиметр. Медальондың диаметры — 20,5, бордюрыныҡы 29,3 миллиметр. Ордендың арт яғында кейемгә нығытып ҡуйыу ҡулайламаһы һәм орден һаны бар.
Таҫмаһы — аҡ төҫлө, уртаһынан өс зәңгәр, ҡыҙыл һәм асыҡ йәшел төҫтәге һыҙаттар үткән муар ебәк. Барлыҡ һыҙаттарҙың киңлеге — 1, таҫманың киңлеге — 24 миллиметр.
Орден күкрәктең һул яғына һәм СССР Рәсәй Федерацияһы ордендары булғанда — уларҙан һуң, Башҡортостан Республикаһы ордендары булғанда — «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәм генерал Шайморатов ордендарынан һуң тағыла[2].
Бүләкләү өсөн нигеҙләмә
Ҡанунға ярашлы, орден менән уңышлы дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит ил граждандары йәки гражданлығы булмаған кешеләр бүләкләнә[1].
Бүләкләү тәртибе
Орденды Башҡортостан Башлығы тапшыра. Бүләкләү тураһында тейешле указ сығарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Об утверждении статута ордена Григория Аксакова (рус.). docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2024.
- ↑ 1 2 Наградили орденом Григория Аксакова (рус.). avangard-kushn.ru (26 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ Семь врачей в Башкирии награждены орденом Григория Аксакова (рус.). ufa.aif.ru (27 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ В Башкирии учредили новую награду - орден Григория Аксакова, первыми были награждены медики (рус.). ogni-agideli.ru (26 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.