Тимербулатов Вил Мамил улы

Тимербулатов Вил Мамил улы (1 июнь 1952 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Профессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы. Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1994—2011)[1]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)[2] һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[3]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы (2024).

Биографияһы

Вил Мамил улы Тимербулатов[4] 1952 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишәй ауылында тыуа. Маҡар урта мәктәбендә уҡый. 1975 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай[5].

Хеҙмәт юлын Башҡорт АССР-ының Благовещен үҙәк район дауаханаһы хирургы (1976—1979) булып башлай. Йүнәлтмә буйынса ебәрелгән ваҡыты үткәс, Өфө ҡалаһына ҡайтып, 1979—1982 йылдарҙа 8-се ҡала клиник дауаханаһының клиника ординаторы, хирургы (1979—1982) була. 1982 йылдан алып Башҡортостан дәүләт медицина институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) эшләй, кафедра мөдире (1988 йылдан), бер үк ваҡытта ректор (1994 йылдан) була; 1990—1994 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы[6].

2022 йылдың Ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә[7].

2024 йылғы Президент һайлауҙарында Рәсәй Федерация Президентлығына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе[8].

2024 йылдың июнендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветеранына «Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде[9].

Ғаиләһе

Вил Тимербулатов өс ул атаһы. Оло улы Мәхмүт Тимербулатов медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы табип-хирург, БДМУ-ның кафедра мөдире.

Уртансы улы Шамил Тимербулатов медицина фәндәре докоры, БДМУ профессоры.

Кесе улы Роберт Тимербулатов ― Өфө дәүләт аваиция техник университетын тамамлаған. Йөҙөү буйынса спорт мастерлығына кандидат, Башҡортостан Республикаһы чемпионы.

Фәнни эшмәкәрлеге

Вил Мамил улының эшмәкәрлек йүнәлештәре булып колопроктология, абдоминаль, миниинвазив, эренле хирургия тора[10].

Киҫкен парапроктитлы ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу, уларҙы комплекслы дауалау һәм реабилитациялауҙың яңы ысулдарын; киҫкен эсәк үткәрмәүсәнлеген диагнозлау һәм дауалау тактикаһы программаларын эшләй; туҡ эсәк дивертикулезы патогенезының концепцияһын формалаштыра[6].

Абдоминаль хирургия проблемаларын сисеүгә, радиойышлыҡлы хирургияны үҫтереүгә өлөш индерә. Уның етәкселегендә Башҡортостан Республикаһында эндоскопик хирургияны үҫтереү программаһы эшләнә. Колопроктология өлкәһендә ғилми мәктәп булдырыла[6].

Уҡыусылары

Уҡыусылары араһында 16 фән докторы һәм 44 фән кандидаты бар[10].

Хеҙмәттәре

Тимербулатов — 950 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 60 монография, 92 уйлап табыу, хирургтар өсөн 2 белешмә авторы[6].

  • Регионарная анестезия и новокаиновые блокады в хирургии. Уфа, 1993 (соавтор).
  • Дивертикулярная болезнь толстой кишки. М., 2000 (соавтор).
  • Желчнокаменная болезнь и холецистит. М., 2001 (соавтор).
  • Профилактика гнойно-септических осложнений в хирургии. М.: Триада, 2003 (соавтор).
  • Хирургия абдоминальных повреждений. М.: МЕДпрессинформ, 2005 (соавтор).
  • Лучевая диагностика тромботических осложнений в хирургической клинике. Уфа: «Здравоохранение Башкортостана», 2009.(соавтор)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы (2024).
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премияһы (2004)[6].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)
  • Салауат Юлаев ордены (2007)
  • Ингушетия Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009)[2]
  • Дуҫлыҡ ордены (2013)
  • Башҡортостан Республикаһының Григорий Аксаков ордены (2020)[11]
  • А. М. Вишневский академияһының алтын миҙалы.
Алдан килеүсе:
Камилов Феликс Хөсәйен улы
ректор БДМУ
1994-2011
Һуңынан килеүсе:
Павлов Валентин Николаевич

Иҫкәрмәләр

  1. Профиль депутата Курултая Виля Тимербулатова 2020 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  2. 1 2 Тимербулатов Вил Мамил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Указ Президента РФ от 31.05.1998 N 632 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Академия Наук Республики Башкортостан — Тимербулатов Виль Мамилович
  5. Виль Тимербулатов в энциклопедии «Учёные России»
  6. 1 2 3 4 5 Он живёт, отдавая людям тепло сердца (К 60-летию врача и учёного Виля Тимербулатова)
  7. Виль Тимербулатов назначен советником Главы Башкортостана
  8. Доверенные лица. Putin2024.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2024.
  9. Глава Башкирии вручил госнаграды представителям различных отраслей республики. ИА «Башинформ», 11 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2024)
  10. 1 2 Профессор Тимербулатов В. М. отмечает 70-летний юбилей. Главный-хирург.рф (31 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2024.
  11. В Уфе ко Дню медицинского работника впервые наградили орденом Григория Аксакова. ИА «Башинформ», 26 июня 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2020)

Һылтанмалар

Категориялар