Тимербулатов Шамил Вил улы
Тимербулатов Шамил Вил улы (3 февраль 1982 йыл) — табип, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Лука Крымский миҙалы менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Шамил Вил улы Тимербулатов 1982 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында, билдәле табип Вил Тимербулатов ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, табиптар династияһын дауам итеп, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.
Хеҙмәт юлын тыуған уҡыу йорто менән бәйләй: 2007—2013 йылдарҙа доцент булып эшләй, 2013—2023 йылдарҙа — БДМУ-ның Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының Трансплантология һәм нурлы диагностика курстары менән дөйөм хирургия кафедраһы профессоры[3].
2018—2020 йылдарҙа — декан урынбаҫары.
2020—2021 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районы дауаханаһының баш табибы урынбаҫары була. Тажзәхмәт пандемияһы осоронда был дауалау учреждениеһы ковид госпитале итеп йыһазландырыла[2].
Махсус хәрби операция барышында Запорожье өлкәһе һәм Луганск Халыҡ Республикаһында медицина ярҙамы күрһәтә[4].
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып абдоминаль, миниинвазив, трансплантацион хирургия, калопроктология тора.
Шамил Тимербулатов 10 уйлап сығарыу, 310 фәнни хеҙмәт, 7 монография, 8 уҡыу әсбабы, 2 методик рекомендация авторы. Бер медицина фәндәре кандидатын әҙерләй. Рәсәйҙең Хирургтар йәмғиәте ағзаһы[5].
Ғаиләһе
Атаһы — медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы (2024) Вил Тимербулатов.
Ағаһы — Мәхмүт Тимербулатов медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы табип-хирург, БДМУ-ның кафедра мөдире.
Шамил Вил улы — ике ҡыҙ атаһы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Геогий Аксаков ордены[5]
• Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
• Лука Крымский миҙалы
• БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәте
• РФ һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәте
• Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр премияһы лауреаты[1]
• «Алтын скальпель» премияһы лауреаты (2016)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Тимербулатов Шамиль Вилевич
- ↑ 1 2 3 [https://bashkortostan.er.ru/person/56f7ce61-6316-4acd-9b6f-a4a112b7094f Тимербулатов Шамиль Вилевич]
- ↑ Тимербулатов Ш. В.
- ↑ Шамиль ТИМЕРБУЛАТОВ: «Стерлитамакский район для меня родной»
- ↑ 1 2 Тимербулатов Шамиль Вилевич
- ↑ В Уфе назвали имя лучшего хирурга Башкортостана 2016 года