Тимербулатов
Тимербулатов — фамилия
- Тимербулатов Вил Мамил улы (1 июнь 1952 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Профессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы. Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1994—2011). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы (2024).
- Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы (3 сентябрь 1951 йыл) — журналист, ғалим, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә Матбуғат министры (1991—1994, 2000—2004). «Китап» нәшриәте (2005—2012) һәм Дәүләт китап палатаһы директоры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2004). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009).
- Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (24 ғинуар 1974 йыл) — ғалим-хирург, проктолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004). Рәсәй хирургтар йәмғиәте һәм Рәсәй эндоскопик хирургтар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы хирургтар ассоциацияһы Президиумы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты.
- Тимербулатов Шамил Вил улы (3 февраль 1982 йыл) — табип, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Лука Крымский миҙалы менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан).