Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы (Өфө)

Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы (тәүҙә — Өфө тепловоздар ремонтлау заводы, һуңынан — Өфө станцияһы) — Өфө ҡалаһының Яҡутов исемендәге паркында Һалдат күле эргәһендә урынлашҡан мәҙәниәт һарайы[1][2][3][4]. Оҙаҡ ваҡыт ошо райондың мәҙәни үҙәге булып тора. Архитектура ҡомартҡыһы, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[5].

Һуңыраҡ бинала Һамар дәүләт юл бәйләнештәре университетының Өфө юл бәйләнештәре институты уҡыу корпусы урынлаша. Хәҙер бина Башҡорт дәүләт медицина университетына бирелгән[6].

Тасуирламаһы

Бинаның майҙаны 4459 м2. Элек уға көньяҡтан спорт залы төкәтелгән булған.

Архитектураһә

Тәүҙә конструктивизм стилендә, һуңынан постконструктивизм стилендә үҙгәртеп ҡорола.

Тарихы

Тимер юлсылар клубы 1918 йылда булдырыла, 1924 йылда Өфөлә иң беренсе ябылған, һуңынан А. А. Андреев исемендәге клуб итеп үҙгәртелгән вокзал эргәһендәге Никольская сиркәү бинаһына урынлаштырыла[7][8].

Бина 1931 йылда инженер-архитектор А. Г. Климухин (рус.)баш. проекты буйынса Өфө тимер юлы оҫтаханаларының «Железнодорожник» клубы булараҡ, Өфө тимер юлы ҡарамағындағы И. Якутов исемендәге паркта, К. Маркс урамы менән Һалдат күле араһындағы участкала төҙөлә[4][9]. 1935 йылда В. М. Максимов проекты буйынса үҙгәртелә[10].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинала 1941 йылдың 5 июлендә ойошторолған һәм 30 августа А. А. Андреев исемендәге клуб тип үҙгәртелгән эвакуация пункты; 1941 йылдың 24 октябренән 1945 йылдың 1 ноябренә тиклем 3127-се эвакогоспиталь; һуңынан хәрби әсирҙәр өсөн госпиталь урынлаша[11][12].

1941 йылдан — Паровоздар ремонтлау заводы клубы, 1968 йылдан тепловоздар ремонтлау заводы мәҙәниәт йорто.

Һуңыраҡ бина Өфө станцияһына Тимер юлсыларҙың мәҙәниәт һарайы булараҡ, һуңынан Өфө юл бәйләнештәре институтына бирелә. 2010 йылда спорт залы һүтелеп, уның араһына балалар майҙансығы төҙөлә.

2019 йылда бина Башҡорт дәүләт медицина университетына бирелә.

Иҫкәрмәләр

  1. С. Г. Синенко. Дворцы культуры // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  2. С. Г. Синенко. Карла Маркса улица (Александровская) // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  3. С. Г. Синенко. От Духовной семинарии до Вокзальной горы // Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 375 с.
  4. 1 2 Егоров П., Чечуха А. Путеводитель по исторической части Уфы. — Уфа: Белая река, 2019. — С. 123. — 208 с.
  5. Приказ от 4 октября 2018 года № 311 «Об утверждении границ и режима использования территории выявленного объекта культурного наследия «Клуб ПРЗ», расположенного по адресу: Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Карла Маркса, 50».
  6. Министерство образования России поддержало объединение вузов в Башкирии // Уфимские ведомости : газета. — 2021. — 24 март.
  7. Самые первые // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Названия некоторых зданий в Уфе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  9. К. А. Донгузов, А. Е. Навозова. Стили архитектурные // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  10. К. А. Донгузов, Р. Исмагил, М. Ф. Обыдённов, З. М. Хатмуллина. Архитектура // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  11. Рашит Аюпов. Улица Карла Маркса: эхо минувшей войны // Вечерняя Уфа : газета. — 2020. — 28 ғинуар (№ 6 (13385)).
  12. Из истории Башкирского пригорода.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә