Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов (рус. Венер Газизович Сахаутдинов1939 йылдың 1 ғинуары, Кинйәбай ауылы, Башҡорт АССР-ы2019 йылдың 6 ғинуары, Өфө) — совет һәм Рәсәй ғалим-хирургы, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.

Биографияһы

1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы элекке Кинйәбай ауылында тыуа.

1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа, юғары белемле белгес булараҡ, Сибай ҡала дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1966—1968 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһы аспирантураһында уҡый.

1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент, декан, кафедра мөдире, 1982—1989 йылдарҙа бер үк ваҡытта ректор булып эшләй.

1995 йылда Өфө ҡалаһының 51-се Йылға аръяғы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.

2019 йылдың 6 ғинуарында вафат була һәм Мәләүез районында ерләнә[1].

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

Фәнни эштәре йүнәлештәре: остеомиелитты, йыуан эсәк патологияһын хирургик дауалау, үпкә һәм эренле шешек ауырыуҙары хирургияһы.

Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторола. Һигеҙ фән докторы, 40 фән кандидаты — ғалимдың уҡыусылары.

500-ҙән ашыу фәнни (шул иҫәптән 10 монография, 40 уйлап табыу) авторы:

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012);
  • Почёт ордены (1993);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Роза Сәхәүетдинова (1937—2025), совет һәм Рәсәй композиторы. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
  • Ҡыҙы — Индира Сәхәүетдинова, медицина фәндәре докторы, профессор, һаулаҡ һаҡлауҙың шәхси учреждениеһы «РДЖ-Медицина Уфа» клиник дауаханаһы етәксеһе[2].

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии в возрасте 80 лет ушел из жизни известный хирург Венер Сахаутдинов. ИА «Башинформ», 6 января 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2019)
  2. Индира Сахаутдинова. russian-leaders.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә