Кинйәбай (Көйөргәҙе районы)
Ауыл | |||
Кинйәбай | |||
---|---|---|---|
52°40′01″ с. ш. 56°10′38″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Көйөргәҙе районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453354 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 239 820 004 | ||
ОКТМО коды | 80 639 420 111 | ||
|
Кинйәбай (рус. Кинзябаево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 239 кеше[2]. Почта индексы — 453354, ОКАТО коды — 80239820004.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Урман урамы (рус. Лесная (улица))
- Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[3]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың рәсми булмаған исеме -Ҡаҙарма. Рәсми исеме, йәғни Кинйәбай, ойконим, Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуы аҫабаһы Кинйәбай Бүләков исеменә (антропонимына) барып тоташа. [(Тәлғәт Шаһманов. Кинйәбай. 2011 йыл).] Юшатыр.
Кинйәбай — Ҡыпсаҡ улусының Мушулин түбәһенең XIX быуат башында барлыҡҡа килгән ауылы. Унда VII ревизияла 68 кеше йәшәгән 10 ихата була. 43 йылдан һуң 20 йортта 180 кеше йәшәй. Стәрлетамаҡ кантоны Көйөргәҙе улусына ҡараған ауылдың 1920 йылда 59 ихатаһы була, унда 282 кеше йәшәй. XIX быуаттың беренсе яртыһында 9-сы кантондың 27-се йортона инә.
Ауылға 1758 йылғы яҫауыл Кинйәбай Бүләков нигеҙ һалған. Ул йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уның алты улы — Абдуллатиф, Әбдрәхим, Абдрахман, Абдулвәли, Әбйәлил, Әбделвәхит билдәле.
1842 йылда 164 кешегә 35 сирек (280 бот) яҙғы иген сәселә[4].
Ауыл мәктәбе тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ХХ быуат башында Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылында мәсет барлыҡҡа килә, аҙаҡтан уның йортон мәктәп итәләр, һуңынан интернат яһап, Павловкаға күсерәләр. Мәктәптең нисәнсе йыл асылғанын аныҡ ҡына билдәләп булманы, ул 30-сы «ликбез» йылдарына тура килә. Ауыл бәләкәй, балалар һаны күп булмағанға күрә,бында мәктәп башланғыстан уҙманы. Уның яңы бинаһы 1970-се йылдар аҙағында төҙөлгәнсе, берҙән-бер мәҙәниәт усағы булып элекке мәсет йорто ҡалды. Ауылдың йөҙөн мәктәп билдәләй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Кинйәбайҙа бер ваҡытта ла ауыл кешеләренең ихтыяжына яуап бирерлек мәктәп булманы., шуға бик һирәктәргә генә белем алыу тейҙе, уныһы ла ситтә. Ауылда мәсет төҙөлгәс, белемгә ынтылыш көсәйә, мәсеттә малайҙар өсөн мәҙрәсә, абыстайҙың өйөндә ҡыҙҙар өсөн мәҙрәсә эшләй.(Ғәлим Хисамов. Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылы. «Юшатыр» гәзите, 21-23 июнь, 2011 йыл).
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәниева Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы (20.06.1971), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Әҙәби премиялар лауреаты.
- Хисамов Ғәлим Афзал улы — яҙыусы;
- Хисамов Ишмәхәммәт Ғимран улы — банк идарасыһы, Башҡортостандың күп предприятиеларында ситтән ҡуйылған идарасы булып танылды;
- Байдәүләтов Марсель — телерадиожурналист.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 35 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Керәүле-Илюшкин): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 35 км
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан. 18 ноябрь 2020. Ут яна, юл һалына[5]
Сайтта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кинйәбайҙар килен төшөрҙө[6]
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 76
- ↑ [1]
- ↑ Кинйәбайҙар килен төшөрҙө
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]