Холодный Ключ (Көйөргәҙе районы)

Холодный Ключ (рус. Холодный Ключ) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[2]. Почта индексы — 453310, ОКАТО коды — 80239860008.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 44 %, рустар 45 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 280
1959 йыл 15 ғинуар 335
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 347
2002 йыл 9 октябрь 364
2010 йыл 14 октябрь 317

[4]

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шәбағыш): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 17 км

Тарихы

Ауылға 20-се быуаттың 30-сы йылдарында Мораптал совхозын ойоштороуға бәйле Холодный Ключ фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1950-се йылдар аҙағында башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 2004 йылда хәҙерге статусын ала[4]

Урамдары

  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
  • Ҡотой урамы (рус. улица Кутуйная )
  • Йырын урамы (рус. улица Овражный )
  • Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная )
  • Таң урамы (рус. улица Рассветная )
  • Ринат Ырыҫҡолов урамы (рус. улица Рината Рискулова )[5]

Халҡы

Инфраструктура

Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[4].

Тема буйынса өҫтәмә