Бәләкәй Муса (Көйөргәҙе районы)

Бәләкәй Муса (рус. Малому́сино) — Рәсәй Федерацияһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. Илкәнәй ауыл Советы составына инә.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 94 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 179
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 181
1959 йыл 15 ғинуар 198
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 129
2002 йыл 9 октябрь 124
2010 йыл 14 октябрь 97 44 53 45,4 54,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илкәнәй): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Карагайка): 7 км

Тарихы

Ауылға 1906 йылдан һуң Стәрлетамаҡ өйәҙе биләмәһендә шул уҡ өйәҙҙең Яңы Муса һәм Илкәнәй ауылдары кешеләре нигеҙ һала[3].

Урамдары

  • Коммунистик урамы (рус. Коммунистическая (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))[4]

Билдәле шәхестәре

  • Миһранов Рауил Зариф улы (24 июль 1941 йыл) — Рәсәйҙең еңел атлеты, кросс-кантри буйынса ветерандар араһында донъя чемпионы (2007), Омскиҙа, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта үҙенең йәш төркөмөндә халыҡ-ара марафондар еңеүсеһе[5].

Матбуғатта

  • Шоңҡар. 24 сентябрь 2021. Халыҡ табибы Ғәлим[6]

Тема буйынса өҫтәмә