Иҫке Мораптал
Иҫке Мораптал | |
Административ-территориаль берәмек | Мораптал ауыл советы |
---|---|
Дәүләт | |
Уникальный номер ГАР | 991beb9b-dbf4-4e85-a599-00f263367cf5 |
Почта индексы | 453365 |
Халыҡ һаны | |
Код КЛАДР | 0203300008300 |
Иҫке Мораптал (рус. Старомурапталово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 380 кеше[2]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835007.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 380 | 181 | 199 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 33 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Мораптал): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 1 км
Ауылдың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мораптал ауылында Ҡыпсаҡ улусының Сөгөн түбәһе вәкилдәре йәшәгән. халҡы — Бөрйән улусынан күсеүселәр. XVIII быуаттың аҙағында ауылда барыһы 11 йорт була, унда 42 ир-егет, 33 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[3]. 1816 йылда ауылға дүрт ҡаҙаҡ беркетелә -Йосоп Майҙанов, Көҙәнбай Баймырҙин, Дүзәй Ҡуралин, Баранбай Лаписов. 1834 һәм 1850 йылдар араһында ошо ауыл халҡының бер өлөшө бүленеп сыға һәс Яңы Мораптал ауылына нигеҙ һала. X ревизияла элекке ауылда 49 йорт күрһәтелә, унда барыһы 294 кеше йәшәй, ә икенсеһендә — 82 йорт һәм 458 кеше. 1816 һәм 1834 йылдарҙағы ревизиялар араһында ауылға татарҙар индерелә, улар төп халыҡ менән бергә яңы ауылға күсенә. Яңы ауылға шулай уҡ Әүестән, Аллабирҙе, Айсыуаҡ ауылдарынан да күсенәләр[3].
1920 йылда Иҫке Морапталда 78 йорт иҫәпкә алына, унда 341 кеше йәшәй, Яңы Морапталда — 267 йорт һәм 1285 кеше.
Ауылдың исеме ауылға нигеҙ һалыусы Мораптал Иҫәнғоловтың исеменә бәйле, ул 1751 йылда заводчиктар Твердышевҡа һәм Мясниковҡа Лик, Һаҡмар, Ағиҙел һәм уларға һыуҙарын ҡойған Ҡарғалы, Ҡарамалы, Һалмыш, Юшатыр, көйөргәҙе, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйындағы ете улус ерен һатыу менән билдәлелек алған[3].
Морапталовтар күрше ауылдарҙа ла йәшәгән. Кантонлыҡ системаһы осоронда ауыл 29-се йортҡа ингән. XIX быуаттың 60-сы йылдарында ике ауыл Мораптал ауыл йәмғиәтен тәшкил иткән. 1919—1935 йылдарҙа ике ауыл да Мораптал улусына ингән, үҙәге — Яңы Мораптал.
1842 йылда төп ауылда (Иҫке Мрапталда) 169 кешенең һәр береһенә сәселгән6 бот ярауай иген тура килгән. 1920 йылда бында тирмән була. Яңы ауылда Вәлит Хәлилов — 124, Абдулла Ниғмәтуллин 102 бот иген сәскән[3].
Рәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Старо мурапталово.jpg
Мәктәп урамы
- Старо мурапталово 1.jpg
Киске эңер
- Старо мурапталово 3.jpg
Тирәк
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәширов Рәҡит Ғәбит улы (10 ғинуар 1940 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре.
- Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (1895—1938) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1929).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Генеалогия и архивы. Мурапталово 2020 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Генеалогия и архивы. Мурапталово 2020 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]