Горный Ключ (Көйөргәҙе районы)

Таушишмә (Баян)- Көйөргәҙе районындағы ауыл, Бахмут ауыл советына инә. Халыҡ һаны 2009 йылдың 1 ғинуарына 143 кеше.[1] Почта индексы — 453353, код ОКАТО — 80239810005.

Халыҡ динамикаһы :

Дөйөм демографик күрһәткес[2]
Бөтә халыҡ Халыҡтың үҙгәреше 2002—2009
2002 2009 кеше %
143 143 -0 +0,00

Күпселек халыҡ — башҡорттар (70 %).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бахмут): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 20 км

Топонимия

  • Гөрләт — ауыл янынан ағып сыҡҡан шишмәне халыҡ шулай атай.
  • Өс имән — тау, итәгендә өс имән үҫеп ултыра. Ауыл халҡы кәкүк сәйе байрамын шунда үткәрә торған булған. Һуңғараҡ ул май байрамы тип йөрөтөлә башлаған. Май айында имән янына сығып сәй эскәндәр, тәбиғәт күҙәткәндәр.
  • Ҡыҙҙар тауы -ул һәр ауыл янында бар.
  • Иштәк сағылы- Иштәк исемле башҡорт ерҙәре булған тиҙәр.
  • Рәжәп үлеге — элекке зыярат урыны, таштарын совет осоронда ферма һарайы өсөн бирелгән заданиеға ташып алып бөткәндәр.
  • Ҡаратал таллығы
  • Биш ҡайын соҡоро
  • Таҙтау
  • Ғәббәс ҡыуағы — күрше Наҙар ауылы (бөткән ауыл) Ғәббәс тигән кешенең ерҙәре

Ауылдағы аралар

Сыуаштар, ҡараҡтар, биреуҙар, күректәр, мөкәттәр.

Халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бахмут): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 20 км

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә