Ялсыҡай

Ялсыҡай (рус. Ялчикаево) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. Таймаҫ ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 360 кеше булған[2]. Почта индексы — 453358, ОКАТО коды — 80239855005[3].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[1]
355360386
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 246
1920 йыл 26 август 456
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 357
1959 йыл 15 ғинуар 346
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 355
2002 йыл 9 октябрь 355
2010 йыл 14 октябрь 386

Географик урыны

Урамдары

  • Баязит Бикбай урамы (рус. Баязита Бикбая (улица))
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Мөхәмәт Исҡужин урамы (рус. Мухамета Искужина (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Хөрмәт Хөсәйенов урамы (рус. Хурмата Хусаинова (улица))[5]

Тарихы

Ялсыҡай Бөрйән улусының Бөрйән түбәһенә, ҡаҙнаға ҡараған ерҙә урынлашҡан.

XIX быуат башында был ауылда 17 ихата була, унда 80 ир-ат һәм 103 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1786 йылғы картаһында был ауылды күрергә мөмкин. X ревизияла 255 кеше йәшәгән 33 йорт күрһәтелгән. Яңы Яҡут ауылынан 3 ғаилә килгән. 1920 йылда 107 йорт хужалығында 456 кеше йәшәгән.

Ун туғыҙынсы быуаттың беренсе яртыһында 9-сы кантондың 32-се йорто, аҙаҡ Көйөргәҙе улусы составында була.

VII ревизияла беренсе күскенсе — 77 йәшлек Байназар Ялсыҡаевтың улы теркәлгән.

1842 йылда 343 кешегә 592 сирек (4736 бот) яҙғы иген сәселә[6].

Билдәле шәхестәре

Матбуғатта

  • Балаға шатлыҡ, олоға — кинәнес[7]

Видеояҙмалар

  • Шәүәли Вәхитов[8]

Сайтта

  • Үҙең үткәрһәң — ҡыҙыҡлы. 140 йыллыҡ юбилей[9]

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә