Михайловка (Көйөргәҙе районы)

Михайловка (рус. Михайловка) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 282 кеше[2]. Почта индексы — 453288, ОКАТО коды — 80254830001.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса сыуаштар 38 %, рустар 27 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 310
2010 йыл 14 октябрь 256

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Зәк-Ишмәт): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 61 км

Урамдары

  • Ашҡаҙар урамы (рус. Ашкадарская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Йырын урамы (рус. Овражная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[4]

Тарихы

Михайловка утары XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. XX быуат башында бер нисә ғаилә айырылып сыға, улар яңы утарға нигеҙ һала. 1920 йылда Иҫке Михайловкала 172 кеше йәшәгән 31 ихата була, Яңы Михайловкала 16 йортта 84 кеше йәшәй[5].

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Михайловка ауылында Ауыл көнө[6]

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә