Түбәнге Баба

Түбәнге Баба (рус. Нижнее Бабаларово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 249 кеше[2]. Почта индексы — 453355, ОКАТО коды — 80239865005.

Тарихы

Түбәнге Бабалар ауылы Көйөргәҙе йылғаһының Юшатырға ҡушылған ерендә урынлашҡан. Шуға күрә лә тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәгән халыҡ ауылды Тамаҡ Бабалар тип тә йөрөтә. Боронғолар фаразлауынса, Көйөргәҙе йылғаһының аръяғына «Иҫке ыҙма» тип аталған тау һыҙаты башына ауылға тәүге нигеҙ һалынған. Күрше тирә-яҡтағы урыҫтар менән ер өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып барғандар. Тауҙың исеме лә Ыҙма -сик (граница) тигәнде аңлатҡан. Көстәр тигеҙ булмағанлыҡтан, ауылдың аҡһаҡалдары кәңәшләшеп,Көйөргәҙе йылғаһының бирьяғына, әлеге Түбәнге Бабалар ауылы ултырған урынға күскәндәр. Ауылдың боронғо исеме Итҡабул булған. (Түбәнге Бабалар ауылы аҡһаҡалы һөйләгәндәренән)

1770 йылғы сәйәхәте ваҡытында Николай Рычков Үрге һәм Түбәнге Бабалар ауылдары тураһында иҫкә алып үтә. Ә 1786 йылғы картала тик бер генә ауыл — Бабалар ғына тип күрһәтелгән. Бишенсе ревизия мәғлүмәттәрендә лә бер генә ауыл билдәләнә. 29 йорт теркәлгән. Үрге Бабаларҙың икенсе төрлө исеме юҡ, Түбәнге Бабаларҙың башҡа исеме -Итҡабыл. Иван Лепехин 1770 йылда Түбәнге Бабалар исемле ауыл тураһында яҙа. Етенсе ревизия мәғлүмәттәре буйынса, был ауылда Итҡабыл Солтанморатов үҙенең Яманғол, Солтансәлим, Ишбай тигән улдары менән йәшәп ятҡан була.(газета «Путь Ильича», 29 января 1991 года)

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

== Географик урыны ==

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 45 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 45 км

Тема буйынса өҫтәмә