Яңы Ямаш

Яңы Ямаш (рус. Новоямашево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 86 кеше[2]. Почта индексы — 453354, ОКАТО коды — 80239820011.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Географик урыны

Урамдары

  • Көнсығыш урам (рус. Восточная (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))[3]

Тарихы

Ямаш ауылы Ҡыпсаҡ улусы Мишәүле түбәһенә ҡараған. 1806 йылда Керәүле йылғаһының уң ярында барлыҡҡа килә. Ун йылдан һуң бында 11 йорт була X ревизияла 148 кеше йәшәгән 20 ихата күрһәтелгән. 1920 йылда 44 хужалыҡта 190 кеше йәшәгән.

Халҡы — ярым күсмә малсылар. 1838 йылда 135 кешегә 300 баш йылҡы, 155 баш һыйыр малы, 40 баш һарыҡ тура килгән. Әммә малсылыҡтағы көрсөк яйлап ауыл халҡын игенселеккә күсергә мәжбүр итте. Шул уҡ ваҡытта 304 бот яҙғы иген сәселгән.

Ямаштар илде Наполеон һөжүменән һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашты. Уларҙың береһе, 28 йәшлек Сәйетҡол Илкәев, яу яланында ятып ҡалған[4].

Тема буйынса өҫтәмә