Айсыуаҡ

Айсыуаҡ (рус. Айсуак) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1123 кеше[2]. Почта индексы — 453366, ОКАТО коды — 80 239 822 010.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
122413241123
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 31 %, рустар 41 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1221
2002 йыл 9 октябрь 1224
2010 йыл 14 октябрь 1123 528 595 47,0 53,0

Географик урыны

Айсыуаҡ ауылы Ҙур Юшатыр йылғаһы буйында, Ермолаевка тимер юл станцияһынан көньяҡҡа 1,5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауыл тарихы

Хәҙерге ауыл элек киләсәкһеҙҙәр исемлегенә индерелгән, 1970 йылдарҙа ер йөҙөнән юғалған ауылдың исемен йөрөтә. Әлеге ауыл Көйөргәҙе совхозының үҙәк бүлексәһе булараҡ нигеҙләнгән. Хәҙер ул совхоз үҙәге булараҡ түгел, «Көйөргәҙеикмәге» предприятиеһы үҙәге. Ауылда 4 магазин, «Ләйсән» балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт һарайы бар. Ауыл 2012 йылдан Ермолаевка ауыл Советы составына инә.

Айсыуаҡ ауылы Башҡортостан Республикаһының Күмертау районына ингән Ермолаевка эшселәр ҡасабаһын бүлгәндә, 1986 йылда барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта Айсыуаҡ ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Матбуғатта

Видеояҙмалар

  • Ниғмәтовтар (Көйөргәҙе районы, Айсыуаҡ аылы)[6]
  • Айсыуаҡ ауылында Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү[7]

Урамдары

  • Б. Бикбай урамы (рус. улица Б.Бикбая )
  • Вокзал урамы (рус. улица Вокзальная )
  • Заслонов урамы (рус. улица Заслонова )
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская )
  • Көйөргәҙе урамы (рус. улица Куюргазинская )
  • Ломоносов урамы (рус. улица Ломоносова )
  • Недошивин урамы (рус. улица Недошивина )
  • Р. Тереғолов урамы (рус. улица Р.Терегулова )
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая )
  • Баҡса таҡрығы (рус. переулок Садовый )
  • Совхоз урамы (рус. улица Совхозная )
  • Дала урамы (рус. улица Степная )
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная )[8]

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә