Яңы Муса (Көйөргәҙе районы)

Яңы Муса (рус. Новомусино) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
295347305
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек татарҙар (40 %) һәм башҡорттар (36 %) йәшәй[2].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илкәнәй): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Карагайка): 12 км

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Яңы урам (рус. Новая (улица))
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
  • Киң урам (рус. Широкая (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[4]

Тарихы

Яңы Муса — Тамъян улусы аҫаба башҡорттары (Мәләүез, Нөгөш, Ағиҙел йылғалары буйлап) мишәр ауылдары Ҡарағош һәм Халкәйҙән күсенеүселәр торамаһы. Был ауыл 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизияларҙа теркәлмәгән. Әммә 1859 йыл һәм 1864 йыл араһында уны Тамъян керҙәштәре ауылдары араһында табырға мөмкин. Тимәк, ул XIX быуаттың 50-се йылдар аҙағында — 60-сы йылдар башында барлыҡҡа килә. 1920 йылда яңы мусалылар 971 кеше иҫәпләнә, ихаталары — 178[5].

Матбуғатта

Видеофильмдар

Тема буйынса өҫтәмә